Был юлы Венер Сафиндың тәрбиәләнеүселәре ситтәге өс осрашыуҙан бары өс мәрәй генә алып ҡайта алды. Күрәһең, алты уйын рәттән уңышлы сығышы уларҙы тонсоҡторҙо. Әлбиттә, Көнсығыш конференцияһы лидеры – Силәбенең «Трактор»ы юҡҡа ғына үҙенең юғары баҫҡыста тормауын иҫбатлап, Гагарин кубогын яулаусыға бар йәһәттән көслө дәғүәсе икәнен күрһәтһә, ә инде чемпионат аутсайдеры – Екатеринбургтың плей-оффҡа эләгеүгә бар мөмкинлеген юғалтҡан «Автомобилист» хоккейсылары ҡалған осрашыуҙарында үҙ көйәрмәндәренә бүләк яһарға булды. Чемпионды еңеүе үҙе ни тора?!. Иҫәбе лә ҡот осҡос… Юлаевсылар «тешһеҙ» уйын күрһәтеп, хужаларға 6:2 иҫәбенә отолдо. Осрашыу тулыһынса «Автомобилист»ың өҫтөнлөгө менән үтте һәм улар лайыҡлы рәүештә үҙҙәренә байрам яһаны. Ә өфөләр команда уйынын юғалтып, шаңҡыған балыҡ шикелле борттан-бортҡа бәрелеп, шайбаны тыңлата алмай ыҙаланды. Шуға ҡарамаҫтан, «Салауат Юлаев» командаһы үҙ дивизионында лидерлыҡ позицияһын һаҡлап ҡалды. Икенсе урында килеүсе «Авангард» уйынсылары, СКА-ны 5:3 иҫәбенә отоп, өфөләрҙән хәҙер дүрт мәрәйгә генә ҡалыша. Беҙҙең дивизиондағы «Барыҫ» та еңеү байрам итте. Улар «Нефтехимик»ты 7:4 иҫәбенә еңде.
«Трактор» – «Аҡ барс» – 2:6, «Металлург» /Мг./ – «Динамо» /Рига/ – 3:2, «Югра» – «Атлант» – 2:1 /буллит/.