Бөтә яңылыҡтар
Спорт
7 Февраль 2012, 15:06

Беҙҙекеләр ҡайта…

Бер ваҡыт Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыларына Европа клубтары мохтажлыҡ кисереп, беҙҙекеләрҙе үҙҙәрендә һынағандан һуң, улар­ҙан яйлап ҡотолорға булды. Башта Англияның «Эвертон» составында ике миҙгелдән ашыу уйнап, улар өсөн бары ун ғына осрашыу уҙғарған Динияр Билалетдинов, Мәскәүҙең «Спартак» командаһына барып, уның менән оҙайлы килешеү төҙөһә, күп тә үтмәй, «Тоттенхэм» клубының элекке һөжүмсеһе Роман Павлюченко «Локомотив» менән килеште. Роман иһә, «Тоттенхэм»да 2008 йылдан уйнап, улар өсөн 113 осрашыуҙа ҡатнаша һәм 42 тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Хәҙер килеп билдәле футболсы Андрей Аршавинға ла сумаҙанын төйнәргә ваҡыт етеп килә, буғай. Ул да үҙенең «Арсенал» составында рейтингын төшөрөп, быйылғы миҙгелдә ни бары бер тапҡыр гол индерә.

Бер ваҡыт Рәсәй йыйылма командаһы уйынсыларына Европа клубтары мохтажлыҡ кисереп, беҙҙекеләрҙе үҙҙәрендә һынағандан һуң, улар­ҙан яйлап ҡотолорға булды. Башта Англияның «Эвертон» составында ике миҙгелдән ашыу уйнап, улар өсөн бары ун ғына осрашыу уҙғарған Динияр Билалетдинов, Мәскәүҙең «Спартак» командаһына барып, уның менән оҙайлы килешеү төҙөһә, күп тә үтмәй, «Тоттенхэм» клубының элекке һөжүмсеһе Роман Павлюченко «Локомотив» менән килеште. Роман иһә, «Тоттенхэм»да 2008 йылдан уйнап, улар өсөн 113 осрашыуҙа ҡатнаша һәм 42 тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Хәҙер килеп билдәле футболсы Андрей Аршавинға ла сумаҙанын төйнәргә ваҡыт етеп килә, буғай. Ул да үҙенең «Арсенал» составында рейтингын төшөрөп, быйылғы миҙгелдә ни бары бер тапҡыр гол индерә. Махачкаланың «Анжи» командаһы уның менән ҡыҙыҡһыныуын белдергән. Шулай уҡ Германияның «Штутгарт» командаһы өсөн өс миҙгел уйнағандан һуң, Рәсәй йыйылма командаһы һөжүмсеһе Павел Погребняк карьераһын Англияның «Фулхэм» клубында миҙгел тамамланғансы дауам итмәксе. Ул, «Штутгарт»та 90 осрашыу үткәреп, 22 туп индергән.
Рәсәй футболсыларынан Марат Измайлов Португалияның «Спортинг» командаһында уйнаһа, Дмитрий Булыкин Голландияның «Аякс» клубында уңышлы ғына старт алды. 11 уйында биш тапҡыр гол индергән.
Читайте нас: