Донъя кубогының өсөнсө этабы Рәсәй биатлонсылары өсөн бик уңышлы булды. Улар бөтәһе өс алтын һәм бер бронза миҙал яулап, командалар араһында алтынсы урындан икенсе баҫҡысҡа күтәрелде. Бәйге башта өсөнсө урындан башланды. Команданың дебютанты Тимофей Лапшин спринт ярышында финишҡа өсөнсө килеп, дөйөм ҡумтаны бронза миҙал менән байытһа, һуңынан шул уҡ ярышта тәжрибәле Ольга Зайцева Рәсәй өсөн тәүге алтынға юл аса. Ветераныбыҙ бының менән генә туҡтап ҡалмай, эҙәрлекләү ярышында ла дәғүәселәренә еңеүгә өмөт ҡалдырмай, йәнә юғары подиумға күтәрелә. Ә бит уҙған миҙгелдәге уңышһыҙлыҡтан һуң Зайцева ҙур спорттан китергә булғайны. Тимәк, көйһөҙләнеүе нигеҙһеҙ булған. Өсөнсө этаптың һуңғы көнөндә биатлонсылар ҡатнаш эстафетала көс һынашты. Бында ла Рәсәй командаһына етеүсе булманы. Унда яҡташыбыҙ, Межгорье ҡалаһы ҡыҙы Ольга Вилухина команда составында үҙ карьераһында донъя кубогының тәүге еңеүен татыны. Ул беренсе булып эстафетаны башлай. Тәүге атыу рубежын уңышлы үтеп, икенсеһендә өс тапҡыр хаталана, әммә лидерҙан күпкә ҡалышмай, эстафетаны Зайцеваға һигеҙенсе булып тапшыра. Ольга иһә, өсөнсө алтынға ымһынып, команданы беренсе урынға сығара. Ә инде һуңынан Алексей Волков лидерлыҡты нығыта биреп, һуңғы этапҡа Антон Шипулинды ебәрә. Уныһы беренсе урынды юғалтмай. Шулай итеп, команда, биатлон һөйөүселәрҙе ҡыуандырып, киләсәккә ҙур өмөт уятты. Ә инде Ольга Зайцева, өс ярышта өс еңеү яулап, командалаш иптәштәренә өлгө күрһәтте. Әлеге уңыш киләсәккә уға этәргес кенә буласаҡ. Афарин!