Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Сентябрь 2011, 20:29

Йүгеректәр, әҙерләнегеҙ!

Тиҙҙән Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә «Милләттәр кросы – 2011» Бөтә Рәсәй йүгереү көнө үтә. Был сараны РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһы ойоштора. Башҡортостан биләмәһендә кросс Өфөлә 25 сентябрҙә башлана. Йүгереүселәр М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙандан сәғәт 12-лә старт ала. Улар Зәки Вәлиди, Аксаков, Пушкин, Театр урамдары буйлап йүгерәсәк (ошо сәбәпле транспорт хәрәкәте туҡтатылып тора).«Милләттәр кросы», Өфөнән тыш, республиканың башҡа ҡалаларында ла үтә.

Тиҙҙән Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә «Милләттәр кросы – 2011» Бөтә Рәсәй йүгереү көнө үтә. Был сараны РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Бөтә Рәсәй еңел атлетика федерацияһы ойоштора.
Башҡортостан биләмәһендә кросс Өфөлә 25 сентябрҙә башлана. Йүгереүселәр М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдындағы майҙандан сәғәт 12-лә старт ала. Улар Зәки Вәлиди, Аксаков, Пушкин, Театр урамдары буйлап йүгерәсәк (ошо сәбәпле транспорт хәрәкәте туҡтатылып тора).
«Милләттәр кросы», Өфөнән тыш, республиканың башҡа ҡалаларында ла үтә.
Читайте нас: