Футбол буйынса Чемпиондар лигаһы төркөмдәренең тәүге осрашыуҙары уҙҙы.
Унда Рәсәй клубтарынан «Зенит» менән ЦСКА командалары ҡатнаша. Тәүгеһе «G» төркөмөндә Кипрҙың АПОЭЛ футболсылары менән уның майҙанында уйнап, хужаларға 2:1 иҫәбенә отолдо. Шундай уҡ яҙмыш ЦСКА-ны ла көтә ине. Әммә осрашыу барышында Францияның «Лилль» командаһына 2 : 0 иҫәбенә еңелә килеп, улар уйынды төп ваҡыттың һуңғы минутында ҡотҡарып ҡалды. Иҫәп – 2:2. Голдарҙың икеһен дә ЦСКА легионеры Сейду Думбья индерҙе.
* * *
Европа лигаһында ҡатнашҡан «Локомотив» менән «Рубин», көйәрмәндәрен ҡыуандырып, дәғүәселәренән көслөрәк булып сыҡты. ҡаҙан футболсылары Ирландияла урындағы «Шэмрок Роверс» клубын 3:0 иҫәбенә еңеп, үҙ төркөмөндә беренсе урынға сыҡты. Шулай уҡ «Локомотив» та ҡунаҡта Австрияның «Штурм» командаһын 2:1 иҫәбенә отто. Ул да лидерҙар рәтендә.