Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2011, 17:57

Елдән етеҙ елде толпарҙар

Европаның 11 иле өсөн «Аҡбуҙат» ипподромы ҡыҙыу ярыш майҙанына әүерелде«Аҡбуҙат» ипподромының быға тиклем бындай сағыу тамашалы, шундай оло мәртәбәгә эйә булған, ҙур кимәлдәге чемпионатты ҡабул иткәне юҡ ине әле үҙ майҙанында. Европала егерме алтынсы тапҡыр ойошторолған йәш һыбайлылар чемпионатының был юлы Башҡортостанда уҙғарылыуы, ысынлап та, беҙҙең өсөн генә түгел, Рәсәй өсөн дә ҙур мәртәбә. Илебеҙҙең иң һәйбәт өс ипподромы исемлегенә ингән «Аҡбуҙат»ыбыҙ исеменә тап төшөрмәне. Һәйбәт әҙерлек, ҡунаҡсыл халҡыбыҙ, баш ҡалабыҙҙың матурлығы сит илдән килеүсе ҡунаҡтарҙы хайран итте.

Елдән етеҙ елде толпарҙар
Елдән етеҙ елде толпарҙар
Читайте нас: