Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Август 2011, 18:11

«Витязь» янай…

Хоккей буйынса сираттағы беренселек башланыуға ла күп ваҡыт ҡалманы. Әлеге мәлдә командалар, үҙҙәрен һынап ҡарар өсөн төрлө турнирҙарҙа ҡатнашып, әҙерлек эштәре алып бара.

«Витязь» янай…
«Витязь» янай…

Хоккей буйынса сираттағы беренселек башланыуға ла күп ваҡыт ҡалманы. Әлеге мәлдә командалар, үҙҙәрен һынап ҡарар өсөн төрлө турнирҙарҙа ҡатнашып, әҙерлек эштәре алып бара.
Беҙҙең «Салауат Юлаев» та Магнито­горскиҙа ойошторолған Ромазан кубогы өсөн бәйгегә сыҡты. Тәүге уйында уҡ уларға үҙ составына НХЛ-дың һуғыш суҡмарҙарын йыйған «Витязь» клубы хоккейсылары ҡаршы сыҡты. Уйын уйын булманы, күршеләребеҙҙең боҙо ысынында һуғыш яланына әйләнде. Быйылғы миҙгелдә «Витязь» етәкселеге, командаһына НХЛ-дың тафгайҙары − Джон Мирасти, Джереми Яблонски, Кил Бреннан, Ник Тарнаски кеүек билдәле бәһлеүәндәрҙе саҡырып, КХЛ беренселеген көс һынашыу беренселегенә әйләндерергә уйлай шикелле. Уҙған уйын ошоға миҫал булып иҫтә ҡалды. Улар осрашыу башланыу менән башта өфөләрҙең иң көслө бәһлеүән уйынсыһы Александр Свитовҡа аяҡ сала башланы. Шунан яйлап башҡаларына ла сират етте. Хөкөм итеүселәр «Витязь»дең уйынсыларын күпме генә штраф эскәмйәһенә ултыртмаһын, тегеләр шашҡандан-шашты… Шуға ҡарамаҫтан, юлаевсылар уйынды дауам итеп, үҙ файҙаһына тамамланы (иҫәп 11:4). Һуғыш суҡмарҙары осрашыу бөткәс тә тыныслана алмай, өфөләргә йоҙроҡ төйөүен дауам итте.

Джон Мирасти, «Витязь» командаһының тафгайы:
− Бындай ҡурҡаҡтарҙы бер ҡайҙа ла күргәнем булманы. Һуғышырлыҡ уйынсылары ла юҡ. Барыһы ла ҡаса… КХЛ-да йүнле хоккейсылар юҡ, ахыры. Мин бында һуғышырға килдем һәм һуғышасаҡмын.

Виталий Прошкин, «Салауат Юлаев» командаһы һаҡсыһы:
− Бындай хоккей беҙҙә булманы һәм кәрәкмәй ҙә. Һуғыш − ул икенсе спорт төрө. КХЛ был хәлгә һығымта яһарға тейеш. Уйындың бер ҡыҙығы ла бул-маны.
Читайте нас: