Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Август 2011, 21:59

Әллә сит илгә китергә инде…

Башҡортостандың «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы әлеге ваҡытта Чехияла халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашып, күптәрҙе хайран итә. Уҙған миҙгелдә генә барлыҡҡа килеп, Рәсәй беренселегендә бер мәрәй ҙә яулай алмаған «Ағиҙел» һылыуҙары сит ил клубтарынан үсен ала. Тәүҙә улар Голландия ҡыҙҙарын 9:4 иҫәбенә еңһә, һуңынан АҡШ командаһын 16:0 иҫәбенә тар-мар итте. Өсөнсө төркөм осрашыуҙа майҙан хужалары менән уйнап, уларҙы ла көсөргәнешле алышта 6:4 иҫәбенә еңде. Хәҙер төп призды яулар өсөн финалда Рәсәй беренселеге чемпионы менән уйнаясаҡ.

Башҡортостандың «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы әлеге ваҡытта Чехияла халыҡ-ара турнирҙа ҡатнашып, күптәрҙе хайран итә.
Уҙған миҙгелдә генә барлыҡҡа килеп, Рәсәй беренселегендә бер мәрәй ҙә яулай алмаған «Ағиҙел» һылыуҙары сит ил клубтарынан үсен ала. Тәүҙә улар Голландия ҡыҙҙарын 9:4 иҫәбенә еңһә, һуңынан АҡШ командаһын 16:0 иҫәбенә тар-мар итте. Өсөнсө төркөм осрашыуҙа майҙан хужалары менән уйнап, уларҙы ла көсөргәнешле алышта 6:4 иҫәбенә еңде. Хәҙер төп призды яулар өсөн финалда Рәсәй беренселеге чемпионы менән уйнаясаҡ.
Читайте нас в