Бөтә яңылыҡтар
Спорт
2 Август 2011, 16:00

Көрәш батырҙарын күреп ҡалығыҙ

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың 150-гә яҡын көрәшсеһе – һабантуй батырҙары барыһы бергә йыйыласаҡ. 6 – 7 августа Өфөнөң «Динамо» стадионында Башҡортостан Президенты Кубогына асыҡ республика турниры үтә.

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың 150-гә яҡын көрәшсеһе – һабантуй батырҙары барыһы бергә йыйыласаҡ. 6 – 7 августа Өфөнөң «Динамо» стадионында Башҡортостан Президенты Кубогына асыҡ республика турниры үтә.
Милли көрәш ветерандары ла саранан ситтә ҡалмаясаҡ. Алыш майҙанына 19 йәштән алып таһылы булғанса йәшкә тиклемге ир-уҙамандар­ҙың сығыуы көтөлә.
Турнирҙы БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостандың Милли көрәш һәм билбау көрәше федерацияһы ойоштора. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Екатеринбургта үтәсәк Урал Кубогына йыйылма команда төҙөлә.
Сағыу тамаша 6 августа тантаналы рәүештә сәғәт 12-лә асыла.
А. АҡБУЛАТОВА.
Читайте нас: