Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Июль 2011, 05:05

Сәләмәт тормошто һайлаған кешегә бер нәмә лә кәртә түгел

йәки Пауэрлифтинг менән шөғөлләнеүсе башҡорт бәһлеүәне Рөстәм һатыбалов киләсәктә тоннанан ашыу ауырлыҡты күтәрергә ниәтләйПауэрлифтинг – спорттың көс һынашыу төрө, икенсе төрлө әйткәндә, иң юғары ауырлыҡты күтәреү. Был спорт төрө, бодибилдингтан айырмалы рәүештә, тәндең матурлығы менән түгел, ә көс булыу һөҙөмтәһе менән айырыла. Спортсылар үҙ ауырлыҡ категорияһында пауэрлифтингҡа ингән өс күнекмә һөҙөмтәһе буйынса көс һынаша. Башта штанганы яурынына һалып, сүкәйеп тора (приседание), һуңынан эскәмйәгә ятып, штанганы баш осона күтәрә һәм аҙаҡ уны иҙәндән күтәреп, аяҡ өҫтө баҫа.

Сәләмәт тормошто һайлаған кешегә бер нәмә лә кәртә түгел
Сәләмәт тормошто һайлаған кешегә бер нәмә лә кәртә түгел
йәки Пауэрлифтинг менән шөғөлләнеүсе башҡорт бәһлеүәне Рөстәм һатыбалов киләсәктә тоннанан ашыу ауырлыҡты күтәрергә ниәтләй
Пауэрлифтинг – спорттың көс һынашыу төрө, икенсе төрлө әйткәндә, иң юғары ауырлыҡты күтәреү. Был спорт төрө, бодибилдингтан айырмалы рәүештә, тәндең матурлығы менән түгел, ә көс булыу һөҙөмтәһе менән айырыла. Спортсылар үҙ ауырлыҡ категорияһында пауэрлифтингҡа ингән өс күнекмә һөҙөмтәһе буйынса көс һынаша. Башта штанганы яурынына һалып, сүкәйеп тора (приседание), һуңынан эскәмйәгә ятып, штанганы баш осона күтәрә һәм аҙаҡ уны иҙәндән күтәреп, аяҡ өҫтө баҫа. Ошо өс күнекмә һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе билдәләнә. Шуныһы мөһим: спортсы көсө етерлек ауырлыҡты үҙе билдәләй. Пауэрлифтинг беҙҙең илдә 1987 йылдан профессиональ спорт төрөнә әйләнә. Хәҙер уны Олимпия спорт төрҙәренә лә индерергә уйлайҙар.
Рәсәйҙәге кеүек, Башҡортостанда ла ошо спорт төрө менән шөғөлләнеүселәр күп. Йыл да төрлө кимәлдәге спорт ярыштары үткәрелеп тора. Уңыштар ҙа бар. Шул уңайҙан пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры, күп тапҡыр Башҡортостан беренселеге еңеүсеһе, Рәсәй беренселеге призеры, башҡорт батыры Рөстәм Һатыбалов менән таныштырып үтмәксебеҙ. Ысынлап та, ул бәһлеүән булып сыҡты. Айыуҙы ғына түгел, филде йығырлыҡ. Әйткәндәй, сығыштары менән Һатыбаловтар Бөрйән яғынан. Геройыбыҙҙың атаһы Фәрғәт ағай ҙа заманында, район һабантуйҙарында ҡатнашып, милли көрәштә билен бирмәгән. Көсөн һынарға башҡа райондарға ла сығып, үҙ бәхетен Ишембайҙа таба һәм шунда төпләнә.
«Атаһынан күргән − уҡ юнған» тигәндәй, Рөстәм дә атаһы кеүек көслө булып үҫә. Төрлө спорт төрҙәрен үҙләштерә. Бокс, кикбоксинг, каратэ менән шөғөлләнә, күнекмәләр араһында футбол, волейбол уйнарға ла өлгөрә.
Шулай йөрөй торғас, 9-сы синыфты тамамлар мәл етә. Ишембай нефть ятҡылығына бай төбәк булараҡ билдәле. Рөстәм дә яҙмышын ошо сәнәғәт тармағы менән бәйләргә була. Ул һөнәр алыр өсөн урындағы профессиональ училищеға уҡырға инә. Белем алыу менән бергә, яратҡан спорт шөғөлөн дә ташламай. Спорт залына әүҙем йөрөй һәм бер ваҡыт тренажерҙар залына килеп, көс күнекмәләре менән мауығып китә. Уға был төр оҡшап ҡала. Берҙән, мускулдары ҙурая, көсө арта, икенсенән, һөҙөмтәләр ҙә оҙаҡ көттөрмәй. 2001 йылда егет әрме сафына алына. Унда ла шөғөлөн ташламай. Хәрби бурысын үтәгән ваҡытта, Һамар ҡалаһының пауэрлифтинг буйынса асыҡ беренселегендә ҡатнаша һәм тәүге ҙур уңышҡа өлгәшә – өсөнсө призлы урын яулай. Әрменән ҡайтҡас, бер-ике йыл үтеүгә, һөҙөмтәләр ныҡлап килә башлай. Республика ярыштарында 1 − 2-се урындарҙан төшмәй. Ошо төр буйынса спорт мастеры нормативын үтәй. Былтыр пауэрлифтинг буйынса Ижевскиҙа үткән Рәсәй кубогында ҡатнаша һәм 2-се урынға күтәрелә. Шул уҡ йылда Новосибирскиҙа Рәсәй беренселегендә үҙен һынап ҡарамаҡсы була. Үҙе әйтмешләй, билдәле спортсылар менән көрәшеүе ауыр була. Араларында ике донъя чемпионы, ике Европа беренселеге еңеүсеһе ҡатнаша. Тик башҡорт батыры, призлы урынға күтәрелмәһә лә, дүртенсе почетлы урынға сыға.
Рөстәмгә йәнә сәм өҫтәлә. Күнекмәләрен арттыра төшә. Тормош иптәше Лиана ла иренә булышлыҡ итеп, уға ҡулынан килгәнсә ярҙам итергә әҙер. «Әлдә мине аңлаған кәләшем бар, − ти ул. – Көн дә ҡайтам да йығылам, ә ул аш-һыу әҙерләп, мине көтөп ала. Сөнки беҙгә, көс менән шөғөлләнеүселәргә, айырым калориялы аҙыҡ кәрәк. Шуға күрә уға ла күп көс төшә. Уңышымдың яртыһы – уныҡы. Бер йәшлек улыбыҙ Искәндәрҙе лә ҡарап өлгөрә. Маладис инде».
Рөстәм үҙен көс экстримы кеүек спорт шоуҙарында ла һынап өлгөрә, уңыштар ҙа яулай. Былтыр Ырымбурҙа ошо төр буйынса билдәле Владимир Турчинский иҫтәлегенә бағышланған бәйгелә ҡатнашып, беренсе урын ала. Көс экстримын күргәнегеҙ, бәлки, уның хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. Унда спортсылар, төрлө ауырлыҡтағы әйберҙәрҙе күтәреп, тиҙлеккә ярыша. Ошондағы күнекмәләрҙә бар һөҙөмтәләр дөйөмләштерелеп, еңеүсе билдәләнә.
Рөстәм, бөтә йәһәттән дә үҙен күрһәтеп, алдынғылыҡты бирмәй. Команда беренселегендә лә Башҡортостан бәһлеүәндәренә тиңләшеүсе булмай.
Ғөмүмән, егеткә спорттың ошо төрө оҡшай. Халыҡ та сығыштарыбыҙҙы бик яратып күҙәтә, ти ул. Уның маҡсаты − пауэрлифтинг буйынса Европа, донъя үрҙәрен яулау. Әле ошоға ныҡлап әҙерләнә. Шәхси рекордын да арттырырға уйлай. Быға тиклем Рөстәм пауэрлифтинг­ҡа ингән өс күнекмә һөҙөмтәләре буйынса 967,5 килограмм (штанганы яурынға һалып күтәреүҙә – 367,5 кг, эскәмйәгә ятып күтәреүҙә – 230 кг, һәм сүкәйеп ултырыуҙа – 340 кг) ауырлыҡты күтәргән. Киләсәктә маҡсаты – ноябрҙә үтәсәк Башҡортостан беренселегендә тоннанан ашыу һөҙөмтәгә өлгәшеү.
Ул үҙ тәжрибәһен ошо төр буйынса шөғөлләнеүсе балалар менән ихлас уртаҡлаша. Ишембайҙа улар менән күнекмәләр үткәрә, ярыштар­ға йөрөтә. Уңыштары ла юҡ түгел. Спорт мастерына кандидаттары бар. Тик ярҙам ҡулы һуҙыусылар ғына әллә ни күренмәй. Спорт залына ремонт эшләр өсөн үҙ аҡсаларын йыйып, унда төҙөкләндереү эштәрен башҡаралар. Шулай уҡ спорт инвентарҙарын да үҙ көстәре менән табалар. Бына бит ул, сәләмәт тормошто үҙ иткән кешегә бер нәмә лә кәртә түгел. Ошондай егеттәребеҙ булғанда ғына тормошобоҙ йәмле, киләсәгебеҙ өмөтлө, тиергә мөмкин.
Афарин, башҡорт бәһлеүәне! Һиңә яңы үрҙәр юлдаш булһын!

Нур ҡӘҘЕРБАЕВ.
Читайте нас: