Берлинда үткән Европа чемпионатында Башҡортостан спортсылары өс миҙал яуланы.
Германияның баш ҡалаһында уҙған бәйгелә донъяның 36 иленән бөтәһе 400 йөҙөүсе ҡатнашҡан. Был 2012 йылда Лондонда үтәсәк Паралимпия уйындары алдынан һуңғы ҙур халыҡ-ара ярыш.
Башҡортостандан өс спортсы сығыш яһаны: Оксана Савченко, Михаил Зимин һәм Александр Неволин-Светов. Ярыштың беренсе көнөнән алып беҙҙең спортсылар ҙур уңыштарға өлгәшә − өсөһө лә миҙал яулай.
Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге хәбәр итеүенсә, 200 метр оҙонлоҡтағы комплекслы йөҙөүҙә Оксана Савченко алтын миҙал яулай. Шул уҡ категорияла, ирҙәр араһында көмөш миҙал Александр Неволин-Светов, брасс менән йөҙөү төрөндә бронза миҙал Михаил Зимин өлөшөнә төшә.