-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Март 2011, 14:50

Ҙур еңеүҙәре алда әле

Уҙған йылдан республикала уҡыусылар спартакиадаһы үткәрелә башланы. Уға бөтәһе 45 спорт төрө инә. Ошо уңайҙан Салауат ҡалаһының «Олимпиец» спорт-һауыҡтырыу комплексында бокс буйынса II спартакиаданың финалы уҙҙы.

Уҙған йылдан республикала уҡыусылар спартакиадаһы үткәрелә башланы. Уға бөтәһе 45 спорт төрө инә. Ошо уңайҙан Салауат ҡалаһының «Олимпиец» спорт-һауыҡтырыу комплексында бокс буйынса II спартакиаданың финалы уҙҙы.
Ярышҡа килгән 24 команданың 104 йәш /1997 – 1998 йылғылар/ спортсыһы һынау тотто. Улар 18 ауырлыҡ төркөмөндә көс һынашты. Әлбиттә, рингыға улар ҡулдарына бокс бирсәткәләре, баштарына махсус шлем кейеп сыҡты. 38,5 килограмм ауырлыҡта Салауаттан Максим Кузнецов туғыҙ кеше араһында беренсе урынды алды. Шулай уҡ еңеүселәр булып Артем Бушуев /40 кг, Нефтекама/, Булат Тимерғәлиев /40 кг, Туймазы районы/, Денис Икрамов /43 кг, Учалы районы/, Аслан Йосопов /44,5 кг, Учалы районы/, Роман Ғәниев /46 кг, Бәләбәй райо­ны/, Рузил Ситдиҡов /48 кг, Октябрьский ҡалаһы/, Игорь Һабанбаев /50 кг, Учалы райо­ны/, Сабир Хошимов /52 кг, Октябрьский ҡалаһы/, Азат ҡәйепов /54 кг, Өфөнөң Ленин районы/, Степан Сатлыков /56 кг, Октябрьский ҡалаһы/, Максим Страупе/59 кг, Өфөнөң Ленин районы/, Павел Никаноров /62 кг, Стәрлетамаҡ ҡалаһы/, Никита Рябов /65 кг, Салауат ҡалаһы/, Глеб Алексеевский /68 кг, Бәләбәй районы/, Вячеслав Велигадский /72 кг, Өфөнөң Калинин районы/, Артем Данилов /76 кг, Иглин районы/, Никита Лакеев /76 кг, Благовещен районы/.
Киләсәктә, моғайын, беҙ уларҙың исемдәрен ил, ә, бәлки, донъя кимәлендәге ярыштар­ еңеүселәре булараҡ та ишетә алырбыҙ. Башҡортостан боксы тарихында йәштәр араһында Советтар Союзы ваҡытында Бөтә Союз беренселектәрендә буласаҡ Олимпия чемпиондарын еңгән спортсылар бар ине. Хәйер, спартакиада һөҙөмтәләренә ҡарап, ике тапҡыр Европа чемпионы Валерий Лимасов, профессионалдар араһында шулай уҡ Европа чемпионы Андрей Пестряев һәм халыҡ-ара ярыштарҙа һәйбәт һөҙөмтәләр күрһәткән Олег Шөғәйепов, Марат Кәбиров, Азат Кинйәбулатовтарға алмашҡа лайыҡлы йәштәр сығыр тигән уйға киләһең.

Йәмил БУРАНҒОЛОВ.