Бөтә яңылыҡтар
Спорт
29 Март 2011, 14:47

Пан Ржига һағайта түгелме?..

Шашты бит был пан Ржига... СКА-ны уйламағанда, көтмәгәндә плей-оффтан ҡыҫырыҡлап сығарғас, хәҙер үҙенән күпкә көслөрәк тә, тәжрибәлерәк тә пан Вуйтектың «Локомотив»ының юлына сыҡмаҡсы. Ярай, тәүге осрашыуҙа ғәйрәте ташып торған «Атлант»тың Ярославль уйынсыларын еңеүе тәбиғи хәл булһа, икенсеһе менән өсөнсөһөндә нимә булды икән «Локомотив»ҡа? Улар бит «Атлант»ҡа ҡаршы бер әмәл дә таба алмай йонсой. Бөтәһе лә уларға ҡаршы һымаҡ. Шайбаһына тиклем... Әле уҙған өсөнсө осрашыуҙа «Локомотив» уйынсыһы үҙ ҡапҡаһына үҙе гол индерә. Шунан нисек итеп уйынды дауам итергә?.. Тик Ярославль егеттәренең әлегә өмөттәре юғалмаған. Әле үк «паровоз» «тупик»ҡа барып ултырмаҫ, моғайын. Икенсе ярымфиналда ла ике уйын булып, өсөнсөһө кисә кис тамамланды.

Тәүгеһендә «Металлург» /Мг./ уйынсылары «Салауат Юлаев»ҡа ҡаршы әҙерәк ҡаршылашып маташһа, икенсеһендә бөтөнләй көрәшһеҙ генә баш һалды һымаҡ. Әллә беҙҙекеләр уйнарға ирек бирмәне, әллә тегеләр хәлһеҙ күренде... Ғөмүмән, ҡаҙандан һуң Магнитогорск юлаевсыларға үтемле команда тойғоһон уята һымаҡ. Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәрен маҡтағандан түгел, киләсәккә ишара. Сөнки, йомшарып китеп, беҙҙекеләрҙең еңел еңеүҙәрҙән баштары әйләнергә мөмкин.
Читайте нас: