Футбол буйынса Европа беренселегендә ҡатнашыр өсөн һайлап алыу турында Рәсәй йыйылма командаһы үҙ төркөмөндә Әрмәнстан футболсылары менән осрашты. Күпме генә тырышмаһындар, дәғүәсенең ҡапҡаһына юл таба алмай, 0:0 иҫәбенә таралыштылар. Рәсәй уйынсылары яңы форма кейеп тә уйнап ҡараны. Булмаһа – булмай инде... Был уйында беҙҙекеләрҙең мәрәй юғалтыуы арттан баҫтырып килеүсе Словакия менән Ирландия командалары өсөн уңай булды. Сөнки хәҙер уларҙың мәрәйҙәре тигеҙләнде. Словакия, Андорра футболсыларын 1:0 иҫәбенә еңеп, ошо уңышҡа өлгәшһә, Ирландия иһә Македонияны 2:1 иҫәбенә отто.
Бөгөнгә ҡарата «В» төркөмөнөң турнир таблицаһы
У. М.
1. Словакия 5 10
2. Рәсәй 5 10
3. Ирландия 5 10
4. Әрмәнстан 5 8
5. Македония 5 4
6. Андорра 5 0