йәки «Салауат Юлаев» бер аяғы менән үҙ Конференцияһы финалында
Зиннәтулла БилАлетдинов, «Аҡ барс» командаһының баш тренеры:
– Еңеү шайбаһын кем индергәне мөһим түгел, иң мөһиме – беҙ оттоҡ. Был еңеү иң мөһиме булды. Һуңғыһы тағы ла ауырыраҡ буласаҡ. Уңышҡа өлгәшеүемә килгәндә инде, һуҡҡан саҡта мин күреп шайбаны сойорғоттом һәм төбәгән ергә уңышлы эләктем.
ҡапҡасыбыҙ Эрик Эрсберг та маҡтауға лайыҡ. Ул күп осраҡта ҡапҡабыҙҙы ҡотҡарҙы. Команда өсөн уның беҙгә килеүе бик уңдырышлы күренеш.
Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш конференцияһының ярымфиналында өс еңеү яулап, уңышлы юлын дауам итте. Икенсе ярымфиналында Магнитогорскиҙың «Металлург»ы, Омскиҙа урындағы «Авангард»уйынсыларын ике рәт отҡас, өсөнсө осрашыуҙа үҙендә ҡунаҡтарға 3:6 иҫәбенә еңелде. Даими беренселек еңеүсеһе әлегә бирешергә теләмәй.
Көнбайыш конференцияһында ла көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. СКА хоккейсылары өсөнсө уйында «Атлант»ты 3:0 иҫәбенә отоп, серияла алға сыҡты. Иҫәп улар файҙаһына – 2:1. «Локомотив» менән «Динамо» командалары араһында ла иҫәп 2:1 һәм тәүгеһе файҙаһына.
* * *
Юғары лига командалары араһында ла плей-офф уйындары дауам итә. Нефтекаманың «Торос»ы, «Зауралье» хоккейсыларын еңеп, үҙ дивизионында ярымфиналға сыҡты. Шулай уҡ йәштәр лигаһы командалары араһында ла хәл иткес алыш бара. Өфөнөң «Толпар» үҫмерҙәре беренсе уйында Силәбенең «Белые медведи» уйынсыларын 4:2 иҫәбенә отһа, икенсеһендә уларға 2:3 иҫәбенә еңелде.
Н. ТИМЕРОВ.