-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Март 2011, 17:27

Елдән етеҙ елеп

5 – 6 мартта «Йәншишмә» гәзите призына республика саңғы бәйгеһе үтте. Финал ярыштарында Өфө, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, ҡалтасы, Кушнаренко, Туймазы, Мишкә, Баҡалы, Салауат райондарынан 10 команда ҡатнашты.Быйыл 1997 – 1998 йылғы 27 ҡыҙ һәм 50 малай үҙ-ара көс һынашты.Ярыш бәрәкәтле Кушнаренко ерендә уҙҙы. Тәүге көндә шәхси беренселеккә көс һынаштылар. Классик йөрөш менән ҡыҙҙар – 3, малайҙар 5 саҡрымға йүгерҙе. Былтыр 1-се урынды алған ҡалтасы ҡыҙы Аделина Тимиряева быйыл да һынатманы – финишҡа беренсе булып килде. Билдәләнгән араны ул 11 минут 41 секундта үтте. Аделинаның яҡташы Оля Чужекова 2-се урынды алды. 3-сө урынды Туймазынан Төхвәтуллиналар бү­леш­­те.

Елдән етеҙ елеп
5 – 6 мартта «Йәншишмә» гәзите призына республика саңғы бәйгеһе үтте. Финал ярыштарында Өфө, Белорет, Бәләбәй ҡалаларынан, ҡалтасы, Кушнаренко, Туймазы, Мишкә, Баҡалы, Салауат райондарынан 10 команда ҡатнашты.
Быйыл 1997 – 1998 йылғы 27 ҡыҙ һәм 50 малай үҙ-ара көс һынашты.
Ярыш бәрәкәтле Кушнаренко ерендә уҙҙы. Тәүге көндә шәхси беренселеккә көс һынаштылар. Классик йөрөш менән ҡыҙҙар – 3, малайҙар 5 саҡрымға йүгерҙе. Былтыр 1-се урынды алған ҡалтасы ҡыҙы Аделина Тимиряева быйыл да һынатманы – финишҡа беренсе булып килде. Билдәләнгән араны ул 11 минут 41 секундта үтте. Аделинаның яҡташы Оля Чужекова 2-се урынды алды. 3-сө урынды Туймазынан Төхвәтуллиналар бү­леш­­те.
Ярыш ҡыҙғандан-ҡыҙа барҙы. Трасса һәйбәт итеп әҙерләнһә лә, ауырлыҡтар етерлек. ҡыҙҙарҙың һөйләүе буйынса, бейек-бейек үрҙәргә артылыу, киҫкен боролоштарҙы үтеү бик еңелдән булмаған.
Стартҡа малайҙар баҫты. Беренсе булып Салауат районы егете Ридан Хажиморатов шыуып китте. Уның артынса – Кушнаренконан Марсель Хәнәфин. Шулай 30 секунд һайын малайҙар старт ала барҙы. Иң беренсе кем килер икән? Мишкә районынан Илья Байморатов, билдәләнгән араны 19 минут 2 секундта үтеп, чемпион булды. Белореттан Леша Лопухов – 2-се, Мишкәнән Кирилл Янситов 3-сө килде.
Икенсе көндө эстафета ярыштары уҙҙы. Унда һәр команданан 3-әр малай һәм ҡыҙ ҡатнашты. ҡыҙҙар – 2, малайҙар 3 саҡрымға йүгерҙе.
Бында ла ҡалтасылар иң көслөләре булды. Улар – 1-се, туймазылар – 2-се, салауаттар 3-сө урынды алды.
«Йәншишмә»нең бүләктәре бына кемдәргә эләгәсәк!
Ике көндөң дөйөм һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙар араһында 1-се урын – ҡалтасы, 2-се – Туймазы, 3-сө урын Салауат районы вәкилдәренә бирелде.
Малайҙар араһында мишкәләр – 1-се, ҡалтасылар – 2-се, белореттар 3-сө урынды яуланы.
Еңеүселәргә дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Х. ХӘСӘНОВА.
Кушнаренко районы.