-11 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Март 2011, 13:29

Донъя беренселеге еңелеүҙән башланды

Ханты-Мансиҙа биатлон буйынса донъя беренселеге башланды. Стартҡа иң башта ҡатнаш эстафета бәйгеселәре сыҡты. Рәсәй йыйылма командаһына Светлана Слепцова, Ольга Зайцева, Иван Черезов менән Евгений Устюгов инде. Үкенескә күрә, быйылғы миҙгелдә донъя этаптарында уңышһыҙ һөҙөмтә күрһәткән спортсылар был юлы ла мөһим стартҡа әҙерлекһеҙ булып сыҡты. Һәр ваҡыттағыса, тәүге этапта йүгергән Светлана, үҙ этабында хата ебәреп, эстафетаны Ольгаға 21-се булып тапшырҙы. Зайцева хәлде яҡшыртыр өсөн күпме генә тырышмаһын, өсөнсө этапта йүгергән Устюгов 16-сы булып старттан ҡуҙғалды. Ә инде һуңғы этапта йүгергән Иван Черезов, хәлде бер аҙ яҡшыртып, финишҡа алтынсы килде. Шулай итеп, рәсәйҙәр был юлы ла һәйбәт һөҙөмтә күрһәтә алманы. Ә инде юғары баҫҡысҡа әлеге лә баяғы Норвегия командаһы күтәрелде. Икенсе-өсөнсө урындарҙы Германия менән Франция спортсылары бүлеште.