«Салауат Юлаев» менән «Аҡ барс» үҙ-ара «тешләшергә» тора...
КХЛ-да даими беренселек тамамланып, плей-офф уйындары башланыуға бер аҙна үтеүгә, Көнбайыш конференцияһында уның тәүге ярымфиналсыһы билдәле булды. СКА командаһы, эште оҙаҡҡа һуҙмай, «Спартак» хоккейсыларын дүрт рәт еңеп, буласаҡ дәғүәсеһен ял итеп көтөргә булды.
Ә бит Мәскәү уйынсылары, уларға еңел бирелмәй, аҙаҡҡаса көрәшергә вәғәҙә иткәйне. Көрәшеүен-көрәштеләр, тик хәлкәйҙәре тәүге ике осрашыуҙа юҡҡа сыҡты. Шулай итеп, СКА хоккейсылары, ике миҙгел тыпырсынғандан һуң, ниһайәт тәүге ҡаршылыҡты үтте. Ярымфиналда уларҙың дәғүәсеһе «Динамо» /Рига/ командаһы булыуы ихтимал. Латыштар әлеге һуңғы ике осрашыуҙа «Динамо» /Мәскәү/ уйынсыларын ике тапҡыр отоп, дөйөм серия буйынса 3:1/ 2:1, 4:8, 5:1, 2:1 /о.т/ иҫәбе менән алда килә. Ә бына ул конференцияның ҡалған ике сирекфиналында уйындар ҡыҙа ғына башланы. «Локомотив» менән «Динамо» /Минск/ командалары араһында тигеҙлек. Ярославлдә үҙ-ара берәр еңеү яулағас, Минскиҙа ла эште шул юҫыҡта дауам иттеләр. Иҫәп – 2:2 / 7:4, 1:4, 1:4, 4:2/
«Атлант» менән «Северсталь» уйынсылары ла көслөнө асыҡлай алмай интегә. Уларҙа ла иҫәп тигеҙ. Өсөнсө осрашыуҙа «Северсталь» үҙендә дәғүәсеһен көскә 2:1 иҫәбенә еңһә, дүртенсеһендә Милош Ржиганың тәрбиәләнеүселәре хужаларҙы 8:1 иҫәбенә тар-мар итте.
Уйындарын бер көнгә һуңлап башлаған Көнсығыш конференцияһында ла осрашыуҙар ҡыҙыу нөктәһенә етеп килә. ҡаҙандың «Аҡ барс»ы өсөнсө осрашыуҙа ла «Барыҫ» хоккейсыларын (6:1) еңеп, серияны 3:0 иҫәбе менән еңеп килә. Ә бына төп фаворит булып һаналған «Авангард» командаһы өсөнсө уйында «Нефтехимик»ҡа 2:3 иҫәбенә отолоп, серия буйынса уларға 1:2 иҫәбенә еңелә. Ғөмүмән, бында уйын шайбаға бай түгел. Тәүгеһендә «Нефтехимик» өҫтәмә ваҡытта 2:1 иҫәбенә отһа, икенсеһендә «Авангард» овертаймда 1:0 иҫәбенә еңде.
Магнитогорскиҙың «Металлург»ы КХЛ дебютанты «Югра»ны еңә алмай йонсой. Улар һуңғы ике уйында Ханти-Манси уйынсыларының ҡапҡаһына юл таба алманы. Дөйөм серия буйынса «Югра» 2:1 иҫәбе менән алға сыҡты.
Өсөнсө миҙгел рәттән Гагарин кубогына ынтылған «Салауат Юлаев» командаһы, сирекфиналда Новосибирскиҙың «Себер»ен өс уйында рәттән еңеп, бер аяғы менән ярымфиналда баҫып тора. Өфөлә дәғүәсене 5:2, 3:1 иҫәбенә отҡас, ҡунаҡта уларҙы 6:2 иҫәбенә еңделәр. Хужалар ике осор буйына ҡаршылыҡ күрһәтеп, ваҡыты менән өҫтөнлөк итһә лә, һуңғыһына көсө ҡалманы. Шулай ҙа улар өмөттәрен юғалтмаған. Әгәр хәл иткес дүртенсе осрашыуҙа еңеү улар яғында була ҡалһа, бишенсе уйын Өфөлә үтәсәк. Тик, моғайын, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре СКА-нан үрнәк алыр, тип ышанғы килә.
Н. ТИМЕРОВ.