-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Февраль 2011, 15:25

Һоро айыу күңелгә барыбер яҡыныраҡ

Үткән йылдың 1 сентябрендә Сочи олимпиадаһы талисманына Бөтә Рәсәй конкурсы иғлан ителгәйне. Унда 24 меңдән ашыу кеше үҙ эшен ебәргән дә инде. Ун финалистың эштәре – аҡ һәм һоро айыу, ҡуян, ҡояш, дельфин, ҡыҙылтүш, леопард, матрешкалар, мәҙәк кешеләр һәм ҡыш бабай жюри тарафынан һайлап алынған. Шуныһы ҡыҙыҡ, 1980 йылдың 3 авгусында «Лужники» стадионынан һауаға осоролған «Олимпиада – 80» талисманы – Һоро айыу өсөн рәсәйҙәрҙең күпселеге тауыш биргән. Әйткәндәй, 26 февралдә Беренсе каналда тура эфирҙа талисман өсөн рәсми тауыш биреү ойоштороласаҡ. Ысынлап та, 1980 йылда һауаға осоролған Һоро айыу һаман да күңелгә яҡын. Ғөмүмән, ул Рәсәйҙең традицион Олимпиада талисманына әүерелһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине. Айыу Рәсәйҙең символы ла бит.Й. БАЙЫШЕВА.

Үткән йылдың 1 сентябрендә Сочи олимпиадаһы талисманына Бөтә Рәсәй конкурсы иғлан ителгәйне.
Унда 24 меңдән ашыу кеше үҙ эшен ебәргән дә инде. Ун финалистың эштәре – аҡ һәм һоро айыу, ҡуян, ҡояш, дельфин, ҡыҙылтүш, леопард, матрешкалар, мәҙәк кешеләр һәм ҡыш бабай жюри тарафынан һайлап алынған. Шуныһы ҡыҙыҡ, 1980 йылдың 3 авгусында «Лужники» стадионынан һауаға осоролған «Олимпиада – 80» талисманы – Һоро айыу өсөн рәсәйҙәрҙең күпселеге тауыш биргән. Әйткәндәй, 26 февралдә Беренсе каналда тура эфирҙа талисман өсөн рәсми тауыш биреү ойоштороласаҡ. Ысынлап та, 1980 йылда һауаға осоролған Һоро айыу һаман да күңелгә яҡын. Ғөмүмән, ул Рәсәйҙең традицион Олимпиада талисманына әүерелһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине. Айыу Рәсәйҙең символы ла бит.
Й. БАЙЫШЕВА.