Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль 2011, 14:01

Ҙур спорт тирәләй

Тихонов «Спартак»ҡа ҡайтты...Билдәле футболсы, 40 йәшлек ярымһаҡсы Андрей Тихонов 11 йылдан һуң яратҡан командаһына әйләнеп ҡайтты. «Спартак» клубында һигеҙ йыл уйнап, уның составында һигеҙ тапҡыр Рәсәй чемпионы булған спортсы оҙаҡ йылдар төрлө командаларҙа сығыш яһаны. 2000 йылда ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында «Спартак»тан китеп, Андрей башта Израилдең «Маккаби» клубында һигеҙ уйын уҙғарып, һамарҙың «Кр. Советов» клубына юллана. Унда дүрт миҙгел сығыш яһағандан һуң, ике йыл «Химки» командаһында көн күрә. Һуңынан хатта ҡаҙағстанға барып сыға. 2010 йылда ҡабат «Химки»ға әйләнеп ҡайта. Һәм бына йәнә «Спартак», тик хәҙер уйынсы-тренер булараҡ сығыш яһаясаҡ.

Ҙур спорт тирәләй
Ҙур спорт тирәләй
Читайте нас: