-18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль 2011, 14:00

ӨФӨ ФУТБОЛСЫЛАРЫ ҠЫУАНДЫРА

Башҡортостандың «Өфө» футбол клубына ҙур өмөт бағлайбыҙ. Күптән түгел ул Кисловодск ҡалаһына үҙенең тәүге сборына барҙы. Өфө футболсыларының тренерҙар штабы фекеренсә, беҙҙең клубты көслө һәм перспективалы тип билдәләргә нигеҙ бар. Был хаҡта матбуғат конференцияһында футбол командаһының генераль директоры Алексей Ощепков та билдәләп үтте. Шулай уҡ журналистар менән осрашыуға футбол клубының техник директоры Илдус Биглов һәм баш ҡалабыҙ көйәрмәндәренең иң яратҡан футболсыларының береһе, ярымһаҡсы Наил Хәбибуллин килде.

Наил Хәбибуллин, тәүге сборҙың туранан-тура ҡатнашыусыһы булараҡ, үҙҙәренең командаһын юғары баһалау менән риза. Уның һүҙҙәренсә, сбор еңелсә режимда үткән, уйынсылар артыҡ көсәнмәгән. Уйынға бик күп егеттәр саҡырылған һәм улар араһында көслөләр ҙә бихисап. Лайыҡлыларҙы һайлап алыр­ға мөмкинлек бар.
Бөгөн «Өфө» футбол клубының маҡсаты – Юғары лигаға сығыу. Рәсәйҙә кимәле буйынса ул икенсе дивизион. Кисловодск ҡалаһында «Өфө» футбол командаһы ете дуҫтарса осрашыу үткәргән һәм уның алтыһында еңеп сыҡҡан. Тик ҡаҙағстандың «Каспий» командаһы менән 1:1 иҫәбенә уйнаған. Баш тренер­ҙары Андрей Канчельскис билдәләүенсә, был күрһәткескә лә лайыҡлы баһа биреү зарур.
Тәүге сборҙа 50-гә яҡын футболсыны баһа­­л­а­ған­дар. Ощепков әйтеүенсә, әле «Өфө» футбол клубы составының 90 проценты тупланған. Ошо көндәрҙә тренерҙар штабы һәм футболсылар менән контракт төҙөләсәк. Әле командала ни бары дүрт кенә лайыҡлы кандидат ҡалған: ярым­һаҡсылар Наил Хәбибуллин, Анатолий Завьялов, Леонид Белоусов һәм һөжүмсе Павел Васильев. Уларҙың бөтәһе лә Башҡортостанда тәрбиәләнгән.
Сираттағы сбор 13 – 28 февралдә Төркиәнең Анталия ҡалаһында үтә. Унда 30-ға яҡын футболсы бара. Клубтың ойоштороусылары – «Башинформсвязь» һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы асыҡ акционерҙар йәмғиәттәре, «Динамо» спорт клубы һәм Башҡортостан Республикаһының футбол федерацияһы.
Әлегә «Өфө» футбол клубының сайты, эмблемаһы, логотибы, экипировкаһы әҙерләнә. Футболсылар «Динамо» стадионы базаһында шөғөлләнәсәк. Стадионда газонды үҙгәртергә планлаштыралар. Ул заманса, йылытыу системаһы менән буласаҡ.
Яңы стадионды «Метро» сауҙа комплексы эргәһендә төҙөргә ниәтләйҙәр.
Яңы клуб ҙур өмөттәр уята. Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булырлыҡ футбол командаһы ойошһа һәм унда күберәк үҙебеҙҙең егеттәр уйнаһа, бик шәп булыр ине.

Лилиә СИРАЕВА.