Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Февраль 2011, 13:58

Башҡортостан – Рәсәйҙең хоккей үҙәге

– Башҡортостан Рәсәйҙең хоккей үҙәгенә әйләнде. Бөгөн иһә донъя үҙәгенә лә әйләнеп бара. Сөнки Өфөлә 2013 йылда үҫмерҙәр араһында донъя беренселеге уҙасаҡ. Бында хоккей уйыны үҫешһен өсөн барыһы ла эшләнә. Бына әле лә йәштәр хоккей лигаһының Көнбайыш һәм Көнсығыш конференциялары ара­һында икенсе тапҡыр уҙғарылған «Кубок вызова» бәйгеһен матур байрамға әйләндерер өсөн барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған, – тине данлыҡлы ҡапҡасы, Рәсәй хоккей федерацияһы президенты Владислав Третьяк.

Башҡортостан –  Рәсәйҙең хоккей үҙәге
Башҡортостан – Рәсәйҙең хоккей үҙәге
Ә инде хоккей байрамы элекке СССР һәм Рәсәйҙең билдәле уйынсыларының һәм юлаевсыларҙың ветерандары ҡатнашлығында дуҫтарса осрашыуҙан башланды. Боҙҙа, йәш саҡтарын хәтерләп, данлыҡлы Владимир Лутченко, Владимир Мышкин, Алексей Касатонов, Максим Михайловский, Андрей Коваленко, Валерий Каменский, Сергей Гомоляко, Федор Канарейкин, Сергей Зубов, юлаевсыларҙан Венер Сафин, Валерий Дәүләтшин, Раил Мөфтиев, Борис Тимофеев, Дмитрий Денисов, Константин Полозов, Вячеслав Хаев, Наил Шәйәхмәтов, Юрий Иванов, Алик Гәрәев, Александр Семак, Айҙар Хәйруллин, Андрей Кузнецов, Артур Солтанов, Олег Васильев, Михаил Потапов, Сергей Лопатин, Александр Никифоровтар көс һынашты
Осрашыу «Газпромэкспорт» командаһы файҙаһына тамамланды.
Наил ШӘЙӘХМӘТОВ:
– Һүҙҙәр менән генә күңелдәге хис-тойғоларҙы еткереүе ауыр. Барыһы ла иҫ киткес булды. Элекке саҡты хәтерләтте. Әлбиттә, күптән йыйылып уйнағаныбыҙ булманы. Шуға ла тәжрибә етеңкерәмәне. Киләсәктә йышыраҡ осрашып, уйнар­ға кәрәктер ул.
Шулай итеп, «ҡарт һөйәктәр» тәндәрен йомшартҡандан һуң сират үҫмерҙәргә етте. Бәйгегә килгәндә, ул МХЛ ойошторолғандан бирле икенсе тапҡыр ғына уҙғарылды. Тәүгеһе Санкт-Петербургта үтте. Унда Көнбайыш командаларынан төҙөлгән йыйылма команда Көнсығыш хоккейсыларынан көслөрәк булып сыға һәм лайыҡлы рәүештә еңеү яулай. Шуға ла бөгөнгө уйында Көнсығыш хоккейсылары, дәғүәсеһенән үс алырға әҙер булыуын белдереп, ашҡынып сыҡты. Ғөмүмән, йәштәр йәштәр инде ул. Улар шоу өсөн түгел, ә кемдең кемлеген иҫбат итер өсөн боҙға сыҡты. Икенсенән, береһенән-береһе данлыҡлы ағалары күҙәтергә килһен дә, нисек итеп улар алдында «мах» бирергә ти ул...
Шуға ла осрашыу бик көсөргәнешле булды. Көнбайыш командаһы был юлы ла кубокты үҙендә ҡалдырырға булғайны, тик Көнсығыш хоккейсылары, үҙендә көс табып, иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалманы, ә буллит серияһында еңеүҙе тартып алды һәм кубокты яуланы. Көнсығыш командаһында «Толпар» клубынан дүрт уйынсы – ҡапҡасы Рафаэль Хәкимов, Кирилл Полозов, Артем Гәрәев һәм Сергей Емелин уйнаны.
Еңеүселәргә кубокты Башҡор­тостан Президенты Рөстәм Хәмитов, Александр Медведев менән Вячеслав Третьяк тапшырһа, миҙалдарҙы билдәле Алексей Якушев, Сергей Макаров һәм башҡалар таҡты.

Н. ТИМЕРОВ.
М. ҡУНАФИН фотолары.
Читайте нас: