-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Февраль 2011, 14:43

«Урал» һағайта...

Өфөнөң «Урал» волейбол командаһы күптән инде Рәсәй суперлигаһында нығынып, үҙ исемен күптәргә танытты. Башта улар «Нефтяник Башкирии» исеме аҫтында сығыш яһаны. Рәсәй беренселегенең икенсе лигаһында башлап старт алған клуб ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уңыштарға өлгәшә һәм Рәсәй элитаһына юл ала. 1996 йылдан суперлиганың әүҙем ҡатнашыу­сыһына әйләнә. 2001 – 2007 йылдарҙа «Нефтяник Башкортостана» исемен йөрөтә. Үҙ тарихында иң ҙур уңышҡа 2005/06 йылдарҙа өлгәшә. Рәсәй беренселегендә бишенсе урын алып, Европа кубогында ҡатнаша. 2008 йылдан «Урал» исемен алған Башҡортостан волейболсылары, үҙ составында тәжрибәле уйынсыларҙы туплаһа ла, һуңғы арала етди һөҙөмтәгә ирешкәне юҡ. 2009 йылда билдәле Сербия белгесе Зарон Гаичты ла йәлеп итеп ҡаранылар, әммә һөҙөмтәләре үҙгәрмәне. Команда турнир таблицаһының иң аҫҡы баҫҡысына тәгәрәне. Бы­йылғы миҙгел дә команда өсөн уңышһыҙ башланды. Быға тиклем уҙғарылған 15 турҙа улар, бары дүрт еңеү яулап, суперлиганың 12 командаһы араһында 11-се урынды биләне. Клуб етәкселеге Зоран Гаичты отставкаға ебәрҙе һәм уның урынына «Динамо-Янтарь» клубында эш башлаған Ярослав Антоновты саҡырҙы. Уның етәкселегендә команда ике осрашыу үткәреп, береһендә еңеү яуланы.