-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Февраль 2011, 15:47

Иң шәп көйәрмәндәрҙе бәйгегә саҡырабыҙ

Хоккей тигән мауыҡтырғыс уйын бөгөн күптәрҙең йәшәү рәүешенә әйләнде. Бер-беребеҙҙең хәл-әхүәлен һорашып, донъя ваҡиғаларын сәйнәгән арала әлеге лә баяғы хоккейға туҡталмай үтмәйбеҙ. Бер көйәбеҙ, бер һөйөнәбеҙ. Шулай итеп, оҙон һыуыҡ ҡыштың да үткәнен һиҙмәй ҡалабыҙ. Бына инде ҡыштың яртыһы үтеп, КХЛ беренселеге лә хәл иткес бәйгегә аяҡ баҫырға тора. Уны тағы ла йәнлерәк итеү өсөн, хөрмәтле хоккей һөйөүселәр, яратҡан уйынға ҡағылышлы викторина үткәрергә булдыҡ. Викторина, хоккейҙағыса, өс таймдан торасаҡ. Һәр тайм 10 һорауҙан булыр. Һорауҙар башта «Салауат Юлаев» командаһына ҡағылышлы булһа, һуңында дөйөм тарихҡа ла туҡталып китербеҙ. Иң тәүге булып дөрөҫ яуап биреүселәр, икенсе таймға сығып, көрәште артабан дауам итәсәк. Ә инде һуңғы тайм һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр асыҡланасаҡ. Һәр таймдың тәғәйен ваҡыты була. Әйтәйек, бөгөнгө һанда сыҡҡан беренсе тайм һорауҙарына ҡатнашыу­сылар 21 февралгә тиклем яуап ебәрергә тейеш. Яуаптар аныҡ һәм ҡыҫҡа булһын.

Хоккей тигән мауыҡтырғыс уйын бөгөн күптәрҙең йәшәү рәүешенә әйләнде. Бер-беребеҙҙең хәл-әхүәлен һорашып, донъя ваҡиғаларын сәйнәгән арала әлеге лә баяғы хоккейға туҡталмай үтмәйбеҙ. Бер көйәбеҙ, бер һөйөнәбеҙ.
Шулай итеп, оҙон һыуыҡ ҡыштың да үткәнен һиҙмәй ҡалабыҙ. Бына инде ҡыштың яртыһы үтеп, КХЛ беренселеге лә хәл иткес бәйгегә аяҡ баҫырға тора. Уны тағы ла йәнлерәк итеү өсөн, хөрмәтле хоккей һөйөүселәр, яратҡан уйынға ҡағылышлы викторина үткәрергә булдыҡ. Викторина, хоккейҙағыса, өс таймдан торасаҡ. Һәр тайм 10 һорауҙан булыр. Һорауҙар башта «Салауат Юлаев» командаһына ҡағылышлы булһа, һуңында дөйөм тарихҡа ла туҡталып китербеҙ. Иң тәүге булып дөрөҫ яуап биреүселәр, икенсе таймға сығып, көрәште артабан дауам итәсәк. Ә инде һуңғы тайм һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр асыҡланасаҡ. Һәр таймдың тәғәйен ваҡыты була. Әйтәйек, бөгөнгө һанда сыҡҡан беренсе тайм һорауҙарына ҡатнашыу­сылар 21 февралгә тиклем яуап ебәрергә тейеш. Яуаптар аныҡ һәм ҡыҫҡа булһын.
Дөрөҫ яуап биргән гәзит уҡыусылар ярымфиналға сығып, икенсе таймда ярышты дауам итәсәк. Икенсе тайм 26 февралдән 14 мартҡа тиклем барһа, финал, йәғни өсөнсө тайм 26 марттан 16 апрелгә тиклем барасаҡ. Еңеүселәр ошо өс тайм һөҙөмтәләре буйынса асыҡланасаҡ. Шулай итеп, алға – беренсе тайм башланды.
Яуаптарығыҙҙы www.ye02.ru һәм nur-sport.ru сайтында ла ҡалдыра алаһығыҙ, шулай уҡ беҙҙең электрон адрес – еshlek@ufa.agidеl.ru.

Cудья Нур ҡӘҘЕРБАЕВ.

I тайм

1. Уҙған миҙгелдә «Салауат Юлаев» командаһы даими беренселектә нисәнсе урынды яуланы?
2. «СЮ» командаһының баш тренеры Вячеслав Быков ҡасан һәм ҡайҙа тыуған?
3. Уҙған миҙгелдә Виктор Козлов нисәнсе һан аҫтында сығыш яһаны?
4. «СЮ» командаһында нисә легионер бар?
5. «СЮ» командаһы ҡасан Рәсәй чемпионы исемен яуланы?
6. «СЮ» командаһында 11 һаны аҫтында кем сығыш яһай?
7. Уҙған миҙгелдең плей-оффында «СЮ» командаһы кемдән еңелеп, төп бәйгенән төшөп ҡалды?
8. «СЮ» командаһының тренеры Венер Сафин, уйынсы булараҡ, ҡайһы амплуала уйнаны?
9. Башҡортостанда бөтәһе нисә профессиональ хоккей командаһы бар? һанап үтегеҙ.
10. «СЮ» командаһының һәм КХЛ беренселегенең бомбардиры Александр Радулов ҡайҙа тыуған?