Башҡортостандың быйылғы миҙгелдә Рәсәй беренселегенең беренсе дивизионында дебют яһаясаҡ «Өфө» футбол клубы команданы тәжрибәле уйынсылар менән тулыландырыу йәһәтенән әүҙем эш башланы ла инде. Ошо арала беҙгә Александр Прудников /«Спартак», Мәскәү/, Марат Дзахмишев /«Спартак-Нальчик», Нальчик/, Сергей Будылин /«Кр. Советов», Һамар/ һәм Вартан Мазаловтың /«Анжи», Махачкала/ килеүе көтөлә. Шулай уҡ ЦСКА футбол мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, 21 йәшлек ҡапҡа һаҡсыһы Павел Гуреев та команданың баш тренеры Андрей Канчельскис саҡырыуы буйынса Өфөгә килгән.