-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Ғинуар 2011, 14:12

Үрге Юлдаш ауылында теннис уйнайҙар

Теннисты байҙар ғына уйнай торған уйын тип һанарға өйрәнгәнбеҙ. Рәсәйҙең тәүге Прези­денты Борис Ельциндың да уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы беҙҙең илдә был спорт төрөн үҫтереүгә ҙур этәргес булды. Бөгөн ул – иң популяр һәм профессионалдарға ҙур аҡса килтерә торған спорт уйыны.

Теннисты байҙар ғына уйнай торған уйын тип һанарға өйрәнгәнбеҙ. Рәсәйҙең тәүге Прези­денты Борис Ельциндың да уға ҡарата ҡыҙыҡһыныуы беҙҙең илдә был спорт төрөн үҫтереүгә ҙур этәргес булды. Бөгөн ул – иң популяр һәм профессионалдарға ҙур аҡса килтерә торған спорт уйыны.
Ә мин һеҙгә ябай башҡорт ауылында малай-шалайҙың теннис уйынын күреү генә түгел, уйнарға ла мөмкинлектәре бар тиһәм, күптәр ышанмаҫ. Әммә был ысынбарлыҡ!
Артур Хөснулла улы Алтынғужин күп йыл «Салауатнефтеоргсинтез» акционер­ҙар ойошмаһында «Нефтехимик» спорт клубын етәкләй. Салауат ҡалаһында «аристократик» уйын буйынса хатта Рәсәй турнирҙары ойошторған. Хәҙер ул биш йыл тирәһе хаҡлы ялда. Әммә теннис яратыусы Артур Хөснулла улы ваҡытын бушҡа уҙғармай: әле үҙе йәшәгән Үрге Юлдаш ауылында (Мәләүез районы) корт төҙөгән. Ауыл мәктәбе малайҙарын теннис уйнарға өйрәтә.
– Тик бик күп уйнарға ваҡыттары аҙ, йәй көнө ауылда эш күп бит, – ти энтузиаст (корт асыҡ һауала – унда йәй көндәрендә генә уйнайҙар).
Үткән йәй Үрге Юлдашта теннис ветерандары йыйылып, турнир үткәргән. Ә Яңы йыл алдынан улар «Олимпиец» спорт комплексында ҡышҡы турнир ойошторҙо. Уйнаусыларҙың иң өлкәндәренә 70 – 72 йәш ине. Бына шулай Артур ағай Алтынғужин ҡартын да, йәшен дә теннис уйнарға йәлеп итә.

Атлап түгел, самолетта йөрөй турист

Йыл аҙағында Рәсәй Юстиция министрлығы «Салауат-Авиа» аэроклубын теркәне. Унда парашюттан һикерергә, дельтапланда, парапланда, еңел самолетта осорға өйрәтәләр.
Директоры Петр Павлович Никерин һөйләүенсә, улар спорт һәм хәрби-патриотик эш менән генә сикләнергә йыйынмай. Баҫыуҙарҙы химик утау, нефть, газ торбаларын күҙәтеү, самолеттан фотоға төшөрөү кеүек йүнәлештәр ҡаралған.
2010 йылдың ноябренән еңел самолеттарҙа осоу өсөн махсус рөхсәт алырға кәрәкмәй. Өфөләге аэропорт диспетчерына осош маршрутыңды әйтәһең дә, осаһың. Ергә төшкәс, был турала хәбәр итәһең. Канадала сығарылған дүрт урынлы «Тундра» самолетында авиатуризмды үҫтерәләр. Мәҫәлән, туй көнөндә йәштәр, ата-әсәләре Башҡор­тостандың йәмле урындары өҫтөнән сәйәхәт ҡыла ала. Республика ҡунаҡтары, эш кешеләре – кем теләй, шул авиатурист була ла инде.

Йәмил БУРАНҒОЛОВ.
Салауат ҡалаһы.