Спорт18 Ғинуар 2011, 14:04
Яҡшы тойғолар алып...
Баш ҡаланың «Юность» спорт-һауыҡтырыу комплексы биләмәһендәге асыҡ һауалағы бассейнды күптәр хатта белмәйҙер ҙә әле. Ишеткән хәлдә лә, уның нисегерәк булыуын аныҡ ҡына күҙ алдына килтерә алмайҙыр. Ә бына журналистар унда тәүге сирҡаныс алды ла инде. Нисек, тиһегеҙме? Бында Рәсәй матбуғаты көнөндә республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре араһында йөҙөү буйынса ярыштар үтте.