Германияла старт алған биатлон буйынса донъя кубогының бишенсе этабы Рәсәй командаһына, ниһайәт, күптән көткән юғары уңыш килтерҙе. Билдәле спортсы, Олимпия уйындары чемпионы Ольга Зайцева (һүрәттә) 15 саҡрым араға шәхси ярышта, дүрт атыу рубежында ла оҫта атып, икенсе урын яулаған Германия спортсыһын 15 секундҡа артта ҡалдырҙы һәм финишҡа беренсе килде. Светлана Слепцова, ике тапҡыр хаталанып, алтынсы урын яулаһа, Яна Романова унынсы булды.
Бер көн алда ир-ат та ошо уҡ бәйгелә көс һынашҡайны. Бында иһә һөҙөмтәләр күңел генә йыуатырлыҡ. Евгений Устюгов – етенсе, Иван Черезов – унынсы, яҡташыбыҙ Максим Чудов, ике тапҡыр сәпкә яҙа атып, бәйгене 15-се булып тамамланы. Допинг ҡулланыуҙа ғәйепләнеп, ике йыл ярыштарҙан ситләтелгәндән һуң, составҡа Дмитрий Ярошенко ҡайтты. Ул да стартҡа сыҡты һәм 100-гә яҡын спортсы араһынан әлегә 68-се һөҙөмтәгә өлгәште.