-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Декабрь 2010, 14:12

Көбәктәренә ни булған?..

Аталар, йүгерәләр, тырышалар, әммә һөҙөмтә юҡ. Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы донъя кубогының өсөнсө этабын да уңышһыҙ тамамланы тиһәк тә була. Улар иҫәбендә – бер генә бронза миҙал. ҡатын-ҡыҙҙар араһында спринт бәйгеһендә Ольга Зайцева ярайһы ғына уңышҡа өлгәшеп, Финляндия спортсыһы менән бер үк ваҡыт күрһәтеп, өсөнсө урынды бүлеште. Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина сәпкә оҫта атһа ла, тиҙлеге һөйөндөрөрлөк түгел.

Көбәктәренә ни булған?..
Аталар, йүгерәләр, тырышалар, әммә һөҙөмтә юҡ. Рәсәйҙең биатлон буйынса йыйылма командаһы донъя кубогының өсөнсө этабын да уңышһыҙ тамамланы тиһәк тә була. Улар иҫәбендә – бер генә бронза миҙал. ҡатын-ҡыҙҙар араһында спринт бәйгеһендә Ольга Зайцева ярайһы ғына уңышҡа өлгәшеп, Финляндия спортсыһы менән бер үк ваҡыт күрһәтеп, өсөнсө урынды бүлеште. Яҡташыбыҙ Ольга Вилухина сәпкә оҫта атһа ла, тиҙлеге һөйөндөрөрлөк түгел. Ул – 63-сө. Ир-ат та ошо уҡ ярышта көс һынашты. Бер Евгений Устюгов ҡына призлы урын өсөн көрәшеп ҡараны, әммә хәле етеңкерәмәне. Һөҙөмтәлә финишты бишенсе булып үтте. Андрей Маковеев, ике тапҡыр сәпкә яҙа атһа ла, тиҙлеге арҡаһында туғыҙынсы урынға күтәрелде. Ә бына билдәле яҡташыбыҙ Максим Чудов тәүге атыу рубежында иң һәйбәт күрһәткескә өлгәш­һә лә, икенсеһендә ике тапҡыр хаталанып, 49-сы күрһәткес менән генә ҡәнәғәтләнде.
ҡатын-ҡыҙ менән ир-ат берләштерелгән эстафетала ла Рәсәй командаһына бәхет йылмайманы. Улар, Швеция, Украи­на һәм Франция командаларынан ҡала, дүртенсе урынды яуланы. Шулай итеп, өсөнсө этап та Рәсәй биатлонсыларын ҡыуандыра алманы. Бар этап һөҙөмтәләре буйынса улар иҫәбендә бары ике бронза миҙал бар. Әлегә лидер – Норвегия /ете алтын, дүрт көмөш, бер бронза/. Швеция /4-0-2/ – икенсе урында. Өсөнсө – Финляндия /2-2-2/, йәғни Кайса Мякяряй­нен. Ул бер үҙе алты миҙал яулап, илен өсөнсө призлы урынға сығарҙы. Рәсәй ундың аръяғында булырға тейеш.

Н. ТИМЕРОВ.