Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Декабрь 2010, 17:34

Уйнарға түгел, һуғышырға сығалар

Хоккейҙа йәнә тәнәфес. Мәскәүҙә Евротурҙың икенсе этабы үтергә тора. Вячеслав Быков етәкселеге аҫтында Рәсәй йыйылма командаһы Швеция, Чехия һәм Финляндия хоккейсылары менән көс һынашасаҡ.Ә инде унан алда «Салауат Юлаев» уйынсылары ситтә ике осрашыу үткәреп ҡайтты. Башта КХЛ беренселеге аутсайдеры «Металлург» /Ново­кузнецк/ командаһын 3:2 иҫәбенә отһа, һуңынан Новосибирскиҙың бирешмәҫ «Се­бер»е менән сәкәләште. Ғөмүмән, быйылғы миҙгелдә улар барыһын да аптырата.

Уйнарға түгел, һуғышырға сығалар
Уйнарға түгел, һуғышырға сығалар
Хоккейҙа йәнә тәнәфес. Мәскәүҙә Евротурҙың икенсе этабы үтергә тора. Вячеслав Быков етәкселеге аҫтында Рәсәй йыйылма командаһы Швеция, Чехия һәм Финляндия хоккейсылары менән көс һынашасаҡ.
Ә инде унан алда «Салауат Юлаев» уйынсылары ситтә ике осрашыу үткәреп ҡайтты. Башта КХЛ беренселеге аутсайдеры «Металлург» /Ново­кузнецк/ командаһын 3:2 иҫәбенә отһа, һуңынан Новосибирскиҙың бирешмәҫ «Се­бер»е менән сәкәләште. Ғөмүмән, быйылғы миҙгелдә улар барыһын да аптырата. Составында әллә ни сағыу «йондоҙҙар» булмаған команда, тешен ҡайрап, лидерҙар рәтенә һыйынып маташа. Өфөләргә тиклем улар беренселек лидеры «Металлург» /Магнито­горск/­ хоккейсыларына үҙ уйынын бәйләп, осрашыуҙы тигеҙ иҫәпкә тамамланы. Һәм буллит серияһында оҫтараҡ булып, лидерҙан ике мәрәйҙе тартып алды. Юлаевсыларға ҡаршы ла «Себер»ҙәр дәртләнеп сыҡты һәм осрашыу барышында ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына ике яуапһыҙ шайба индереп, еңеүгә өмөттәрен асты. Тик ул көн Хоҙай тарафынан да ҡунаҡтар өсөн уңышлы булды. Юлаевсыларҙың һәр индергән шайбаһы кемдеңдер яңылыш ҡатнашлығында хужаларҙың ҡапҡаһына инеп ояланы. Өфөләр иҫәпте тигеҙләй, ә инде өҫтәмә ваҡытта йәнә уңышҡа өлгәшеп, еңеүҙе тартып ала. Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы 65 мәрәй менән турнир таблицаһының алтынсы баҫҡысында туҡталды.
ҡалған уйындарға туҡталып, береһе хаҡында ғына бер нисә һүҙ әйтке килә. Ул да булһа «Авангард» һәм «Витязь»дең осрашыуы. Ғөмүмән, был ике дәғүәсе араһында ыҙғыш уҙған миҙгелдә башланғыс алғайны. Ул ваҡытта ике команда, тулы составта боҙ майҙанына сығып, көсөн ҡул һуғышында тикшереп ҡарарға булды. Ошо ғауғанан һуң, ғәйепле «Витязь» клубына ҙур штраф һалып, киләсәктә был тағы ла ҡабатланмаһын өсөн уға КХЛ беренселегенән төшөрөп ҡалдырыу менән яналды. Аңламағас, аңламайҙар икән. Әлеге уйынға ла «Витязь»дең ҡайһы бер уйынсылары махсус рәүештә әҙерләнеп сыға. Осрашыу башланыуға алты секунд та үтеп өлгөрмәй, улар «Авангард»тың хоккейсыларына ташлана. Тегеләре ыҙғышты дауам итмәҫ өсөн, ҡаршылашмай, боҙға ятып та ҡарай, тик «Витязь»дең тафгайҙары тыйыла алмай, боҙҙа ятҡан хужаларҙы дөмбәҫләүен дауам итә. Бер юлы ҡапҡа һаҡсыларына ла эләгә. ҡыҫҡаса әйткәндә, ҡунаҡтар уйнарға түгел, һуғышырға сыға. Бер аҙ төрткөләшеп алғандан һуң, ғәйеплеләрҙе осрашыу аҙағынаса ситләтеп, уйын дауам итә. Туҡмалған «Авангард» барыбер «Витязь» һуғыш суҡмарҙарын еңә. Тик ниндәй көс менән? Лидерҙары, төрлө йәрәхәт алып, дауаханаға эләгә. Ә инде «Витязь» «Авангард» менән сираттағы осрашыуҙы көтөп ҡалыр. Бәлки, «Витязь» командаһына башҡаһы кәрәкмәйҙер ҙә. Сөнки улар йыл да турнир таблицаһының иң аҫҡы өлөшөндә һөйрәлеп, бер нәмәгә өмөтләнә алмай.
Читайте нас: