Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ноябрь 2010, 13:47

Призерҙар билдәле

Футбол буйынса Рәсәй беренселеге тамамланыуға бер тур алдынан уның призерҙары әле үк билдәле инде. Чемпион ике тур алда уҡ асыҡланһа, икенсе-өсөнсө урын алыусылар яңыраҡ үткән уйындарҙа билдәле булды. Икенсе урын өсөн көрәшкән ЦСКА футболсылары үҙенең принципиаль дәғүәсеһе, уҙған миҙгелдең көмөш миҙал призеры – Мәскәүҙең «Спартак» командаһы менән осрашты һәм, уларҙы 3:1 иҫәбенә отоп, көмөш миҙал яуланы. Ә бына ике йыл рәттән чемпион исемен йөрөткән «Рубин» футболсылары был юлы бронза менән генә ҡәнәғәтләнде. Улар быйылғы чемпион – «Зенит» менән 2:2 иҫәбенә уйнаны.

Футбол буйынса Рәсәй беренселеге тамамланыуға бер тур алдынан уның призерҙары әле үк билдәле инде. Чемпион ике тур алда уҡ асыҡланһа, икенсе-өсөнсө урын алыусылар яңыраҡ үткән уйындарҙа билдәле булды.
Икенсе урын өсөн көрәшкән ЦСКА футболсылары үҙенең принципиаль дәғүәсеһе, уҙған миҙгелдең көмөш миҙал призеры – Мәскәүҙең «Спартак» командаһы менән осрашты һәм, уларҙы 3:1 иҫәбенә отоп, көмөш миҙал яуланы. Ә бына ике йыл рәттән чемпион исемен йөрөткән «Рубин» футболсылары был юлы бронза менән генә ҡәнәғәтләнде. Улар быйылғы чемпион – «Зенит» менән 2:2 иҫәбенә уйнаны.
Читайте нас: