Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ноябрь 2010, 13:46

Бер тында ғына еңеүе ауыр шул

Хоккей буйынса КХЛ беренселеге уйындары дауам итә. «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ майҙанында өс осрашыу үткәреп, туғыҙ мөмкинлектән ете мәрәй яуланы.Тәүге уйында өфөләр «Динамо» /Рига/ командаһын 5:4 иҫәбенә отҡас, икенсеһендә Минскиҙың «Динамо»һы менән сәкәләште. Бында ла осрашыу бик көсөргәнешле булды. Юлаевсылар дәғүәсенең ҡапҡаһын ғына түгел, үҙҙәренекен дә һынаны.

Хоккей буйынса КХЛ беренселеге уйындары дауам итә. «Салауат Юлаев» хоккейсылары үҙ майҙанында өс осрашыу үткәреп, туғыҙ мөмкинлектән ете мәрәй яуланы.
Тәүге уйында өфөләр «Динамо» /Рига/ командаһын 5:4 иҫәбенә отҡас, икенсеһендә Минскиҙың «Динамо»һы менән сәкәләште. Бында ла осрашыу бик көсөргәнешле булды. Юлаевсылар дәғүәсенең ҡапҡаһын ғына түгел, үҙҙәренекен дә һынаны. Сөнки улар индергән биш шайбаның өсәүһе – өфөләр намыҫында. Шулай ҙа, нисек кенә булмаһын, Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре осрашыуҙы үҙ файҙаһына бороп, ике рәттән еңеү яулап, тәүгә ошондай уңышҡа иреште. Иҫәп юлаевсылар файҙаһына – 6:5. Өсөнсө уйында беҙҙең егеттәр данлыҡлы ЦСКА уйынсыларына ҡаршы һынау тотто. Быға тиклем Мәскәү хәрбиҙәре ситтә ике осрашыу уҙғарып, икеһендә лә уңышһыҙ сығыш яһап, Өфө боҙона юлаевсыларҙан үсен ҡайтарыр өсөн сыҡты, буғай. Улар хужаларҙан 3:1 иҫәбенә отола килеп, иҫәпте тигеҙләп кенә ҡалманы, ә бер мәл хатта, төп ваҡыт тамамланыуға бер минут тирәһе ҡалғанда, алға ла сыҡты. Ярай әле уларҙың тәртип боҙоуы арҡаһында өфөләр, бар көсөн туплап, уйынды ҡотҡарып ҡалды. Ә инде өҫтәмә ваҡыт еңеүсене асыҡлай алмағас, буллит серияһында уңыш ҡунаҡтарға йылмайҙы. Шулай итеп, «Салауат Юлаев» командаһы бөтәһе 46 мәрәй менән турнир таблицаһының етенсе баҫҡысына үрмәләне. Юғарыла әлегә «Металлург» /Мг./ килә. Уларҙың иҫәбендә – 54 мәрәй. Ошо уҙған турҙа улар Минскиҙың «Динамо»һына буллит серияһында 3:4 иҫәбенә еңелде.
Икенсе урында – «Динамо» /Мәскәү/, /52 мәрәй/. «Локомотив», «Югра»ны 3:2 иҫәбенә отоп, 48 мәрәй менән өсөнсө баҫҡысҡа һыйынды. Шулай уҡ «Авангард» командаһы ла, 48 мәрәй туплап, улар менән өсөнсө-дүртенсе урындарҙы бүлешә. Новокузнецкиҙың «Металлург»ы «баш»ын отставкаға ебәргәс (быныһы инде КХЛ беренселегендә 10-сы отставка), ниһайәт, көйәрмәндәрен ҡыуандыр­ҙы. Улар турнир таблицаһының иң аҫҡы өлөшөндә йәнәш килгән «Витязь» уйынсыларын 3:1 иҫәбенә еңде.
Иртәгә өфөләр Новокузнецкиҙа ҡунаҡ буласаҡ.
Читайте нас в