Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Октябрь 2010, 15:38

Иң мөһиме, башланғыс бар, ә һөҙөмтә булыр

Уҙған ял көнөндә Башҡортостан хоккейы тарихында йәнә бер сағыу бит асылды. Өфө боҙ һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселегенең тәүге рәсми осрашыуы үтте. Өфөнөң «Ағиҙел» командаһы ҡыҙҙары Красноярск ҡалаһының «Локомотив-Энергия» хоккейсыларын ҡабул итте һәм тәжрибәле ҡунаҡтарға 1:5 иҫәбенә еңелде. Ғөмүмән, яңы төҙөлгән «Ағиҙел» командаһы әлегә һынау тота. Шуға ла уңыш тураһында әйтергә иртәрәк. Быға тиклем уҙғарған уйындарҙа ла Өфө ҡыҙҙары дәғүәселәргә мәрәйҙәр өләште. Иң мөһиме – башланғыс бар, киләсәктә һөҙөмтә булыр.Н. ТИМЕРОВ.

Уҙған ял көнөндә Башҡортостан хоккейы тарихында йәнә бер сағыу бит асылды. Өфө боҙ һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында Рәсәй беренселегенең тәүге рәсми осрашыуы үтте. Өфөнөң «Ағиҙел» командаһы ҡыҙҙары Красноярск ҡалаһының «Локомотив-Энергия» хоккейсыларын ҡабул итте һәм тәжрибәле ҡунаҡтарға 1:5 иҫәбенә еңелде. Ғөмүмән, яңы төҙөлгән «Ағиҙел» командаһы әлегә һынау тота. Шуға ла уңыш тураһында әйтергә иртәрәк. Быға тиклем уҙғарған уйындарҙа ла Өфө ҡыҙҙары дәғүәселәргә мәрәйҙәр өләште. Иң мөһиме – башланғыс бар, киләсәктә һөҙөмтә булыр.

Н. ТИМЕРОВ.
Читайте нас: