ҡанатланған 12 йәшлек малай, бар донъяһын онотоп, Силәбегә ашҡына. Башта бер үҙе китә. Һуңынан ата-әсәһе апаһы менән Силәбегә күсеп килә. Барыу менән йәшәргә урын булмау сәбәпле, Спорт һарайының ҡунаҡханаһында көн итергә тура килә. Шулай итеп, Андрейҙың бөтөнләй икенсе – спорт тормошо башлана. Мәктәптә дәрестәре ҡалғылай башлай. Көндәлегендә «өс»тәр барлыҡҡа килә, ҡайһы саҡ унан да түбәнерәк билдәләр ҙә күренгеләй. Сөнки, үҙе әйтмешләй, күнекмәләрҙән тыш, ул буш ваҡытта шашка уйнарға ла ярата. Шашка тигәндән, фигуралары етмәһә, шешә ҡапҡастарын да ҡулланалар. Хатта иптәштәре менән турнир ойоштороп, беренселек тә үткәрәләр.
Бер аҙҙан йәш уйынсыны Ярославль хоккей мәктәбе үҙенә саҡыра. Әммә ул унда оҙаҡҡа туҡталмай. 16 йәше тулғас, Андрейҙы «Салауат Юлаев»тың ул ваҡыттағы баш тренеры Сергей Николаев Өфөгә саҡыра. «Салауат Юлаев»тың икенсе командаһында ике йыл сығыш яһағас, тыуған яғына яҡыныраҡ ергә – Һарытауҙың «Кристалл» клубына әйләнеп ҡайтта. ҡабаттан Өфөгә 2004 йылда килә. Ғөмүмән, Башҡортостандың баш ҡалаһын тыуған йорто итеп күрә. Уны үҙенең тыуған ҡалаһы Вольск кеүек яҡын күреп ярата. Вольскиҙа ла Андрейҙы хөрмәт итәләр. Юлаевсылар составында Рәсәй чемпионы булғас, тыуған яғында хоккейсыны оркестр менән ҡаршы алып, төрлө осрашыуҙар үткәрәләр. Хоккей уйыны менән мауығыусылар ҙа йылдан-йыл арта бара. Шуға күрә яңыраҡ унда 4,5 мең кеше һыйҙырышлы ябыҡ спорт майҙаны төҙөп, сафҡа индерәләр.
Андрейҙың ата-әсәһе Вольск ҡалаһында йәшәй.
Андрей әлегә өйләнмәгән, хоккейҙы яратам, тип шаярта. Буш ваҡытын өйҙә, йә булмаһа, тәбиғәт ҡосағында балыҡ ҡармаҡлап уҙғарырға ярата. «Спартак» футбол командаһы өсөн «ауырып», уның уйнауын үҙ итә. Олпат кәүҙәле булғанға күрә ҡайһы берәүҙәр уны «Тавгай» (беҙҙеңсә һуғыш суҡмары тигәнде аңлата) тип йөрөтә. Тик был уның һөнәре түгел. Әммә кәрәк саҡта Андрей үҙен этеп-төртөргә маташыусыларға яуап та ҡайтара, иптәштәрен дә яҡлаша.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.