-12 °С
Болотло
Вконтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
21 Сентябрь 2010, 16:20
Журналист шәберәк йүгерәме, артистмы?
Тәү тапҡыр ойошторолған «Йондоҙ»ло футбол» уйынына килеүселәр ошо һорауға яуап тапты«Үәт проблема – бер командала мин үлеп яратҡан Фидан Ғафаров уйнай, икенсеһендә коллегабыҙ, журналистиканың иң талантлы, сағыу йондоҙҙарының береһе, сикһеҙ хөрмәт иткән Мөнир ҡунафиныбыҙ! Кемдең еңеүен теләп «ауырырға» һуң бында?»Шундайыраҡ уйҙар менән биш мең кеше һыйҙырышлы «Динамо» стадионында футбол ҡарау өсөн уңайлыраҡ урын эҙләйем. Кешенең күплеге! Биш мең үк көйәрмән йыйылмаһа ла, дүрт мең тирәһе бар. Дөрөҫөн генә әйткәндә, халыҡ шул тиклем күп йыйылыр тип башҡа ла килмәгәйне. Башҡортостан эстрадаһының, журналистикаһының «йондоҙ»ҙары көн һайын ярышып футбол уйнамай шул. «Йондоҙ»ло футбол» – ысынлап та, донъяла булмаған уникаль шоу-ярыш.
Журналист шәберәк йүгерәме, артистмы?
Читайте нас: