-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
31 Август 2010, 16:38

Ҡышҡы спорт төрҙәрен үҫтереү өсөн

Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Гладышева менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов беҙҙә сноуборд буйынса донъя кубогы этабын үткәреү хаҡында һөйләште. Һәм 2011 – 2012 йылдарҙағы миҙгелдә республикала параллель слаломда сноуборд буйынса донъя кубогы этаптарының береһен үткәрергә тәҡдим итте. Башҡортостан Президенты, республикала халыҡ-ара ярыштар ойоштороу өсөн тейешле шарттарҙың барыһы ла булдырыласаҡ, тип билдәләне. Светлана Гладышева үҙ яғынан ойоштороу буйынса ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.

Рәсәйҙең Тау саңғыһы спорты һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Гладышева менән осрашыуҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов беҙҙә сноуборд буйынса донъя кубогы этабын үткәреү хаҡында һөйләште.
Һәм 2011 – 2012 йылдарҙағы миҙгелдә республикала параллель слаломда сноуборд буйынса донъя кубогы этаптарының береһен үткәрергә тәҡдим итте. Башҡортостан Президенты, республикала халыҡ-ара ярыштар ойоштороу өсөн тейешле шарттарҙың барыһы ла булдырыласаҡ, тип билдәләне. Светлана Гладышева үҙ яғынан ойоштороу буйынса ярҙам күрһәтергә вәғәҙә итте.
Осрашыуҙа шулай уҡ республикалағы тау саңғыһы үҙәктәренә булышлыҡ итеү һәм уларҙы үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Атап әйткәндә, Белорет районындағы «Морат» тау саңғыһы базаһында федераль әһәмиәттәге спорт үҙәген булдырыу проекты ҡаралды, бәләкәй Ямантау янында тау саңғыһы комплексын асыу мөмкинлеге тикшерелде. Республика Президенты әйтеүенсә, перспективалы проектты тормошҡа ашырыу өсөн федераль властың ҡатнашыуы талап ителә.
БР Президентының матбуғат хеҙмәте.