

1906 йылдың 17 апрелендә Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылында тыуған. Бәләбәй педагогия техникумында уҡыған саҡта тәүге хикәйәләре «Белем», «Совет әҙәбиәте», «Беҙҙең юл» журналдарында баҫылып сыға. Диплом алғас, тыуған яғында уҡытыусы булып хеҙмәт юлын башлай. 1934 йылда Ҡазан ҡалаһына күсә һәм «Татгосиздат»та тәржемәсе булып эшкә урынлаша. Гоголь, Лермонтов, Чехов, Паустовский һәм башҡа рус классиктарының әҫәрҙәрен татар теленә тәржемә итә.
1942 йылда ул фронтҡа саҡырыу ала һәм 128-се уҡсылар полкының 44-се гвардияһы сафында һуғыша. 1943 йылдың 16 ғинуарында батырҙарса һәләк була. Ростов өлкәһенең Северский Донецк йылғаһы ярында (Червоный шахтаһы янында) ерләнә.
Вафатынан һуң, 1958 йылда уның «Таныштар» исемле хикәйәләр китабы донъя күрә.
Артистка һәм шахтер (Артель рәйесе ауыҙынан)
Минең артелдә шундай егеттәр бар: ҡаланан йөрөп ҡайттыммы, күңелле итеп, дуҫтарса һорашырға тотоналар.
– Йә, ҡалала ни хәлдәр бар, кемдәрҙе күрҙең? Беҙ яһаған изделиелар тураһында нимәләр ишеттең? Уларҙы алалармы, яраталармы, ниндәйҙәрен күберәк алалар? Һөйләп ебәрсе, рәйес, – тиҙәр.
Уларҙың шулай һорашыуҙарына күңелем була. «Һөйләп ебәрсе, рәйес» тигән һүҙҙәрендә үҙемде яҡын күреп өндәшеүҙәрен ишетәм. «Беҙ яһаған изделиеларҙы яратып алалармы?» – тигән һүҙҙәрендә производствоға үҙ итеп ҡарағанлыҡтарын, эш менән ҡыҙыҡһыныуҙарын күрәм. Шуға күрә ҡаланан йөрөп ҡайтҡан һайын уларҙың һәр бер һорауына оҙаҡлап, оҙон-оҙон итеп, күңелдәре булғансы яуап ҡайтарам, һөйләп бирәм. Ваҡлыҡтарына тиклем ҡалдырмайым. Әйтәйек, беҙҙең артель яһаған пеналды магазиндан алған берәй уҡыусы баланы күрһәм, ҡайтҡас, шуныһына хәтле һөйләйем. Иптәштәремдең дә күңелдәре була. Шундай «әһәмиәтһеҙ» һүҙҙәрҙе лә, әкиәт тыңлаусы балалар шикелле, күңел биреп, керпек тә ҡаҡмай тыңлайҙар. «Ә һин уны ныҡлабыраҡ ҡараманыңмы, бер мөйөшөндә минең инициал юҡ инеме? Мин яһаған пенал булғандыр әле…» – тиҙәр.
Улар үҙебеҙ яһаған изделиелар тураһында ғына түгел, ә ҡалалағы яңылыҡтар тураһында ла һораша.
Беҙҙең ауыл ҡалаға бик үк яҡын түгел. 220 километр. Шулай ҙа артелдәштәрем республикабыҙҙың үҙәк ҡалаһын шаҡтай яҡшы белә. Уныһына ла күңелем була. Әйтәйек, улар мин ҡаланан ҡайтҡан һайын: «Театрҙа булдыңмы?» – тип һорай. Әгәр спектакль таныш булһа, актерҙар, ҡайһы ролде ниндәй артист башҡарыуы тураһында һорашалар. Һуңынан шул спектаклде, унда уйнаусы республика артистарының үҙҙәрен, уйындарын тикшерергә тотоноп китәләр.
Артель ағзалары республика артистарының фамилияларын ғына түгел, ә үҙҙәрен дә нисек улай беләләр һуң? Бик ябай. Театрға йөрөү беҙҙең ағзаларҙың көндәлек ихтыяждарына ингән нәмәләрҙең береһе ул. Ә инде республика театрҙарын ҡарарға ынтылыу бигерәк тә. Була отпуск ваҡыттары, була ял көндәре. 220 километр ара беҙҙең машиналар өсөн дүрт сәғәтлек юл ул.
Икенсенән, үҙәк ҡаланың яҡшы уйнауҙары менән дан сығарған артистары, беҙҙең ауыл шикелле ауылдарға үҙҙәре килеп спектаклдәр ҡуя ла баһа. Үткән йәйҙе генә әйтәйек: Академия беҙҙең ауылға тулы составы менән килде. 15 “грузовик”, 12 “легковой”. Ултырҙылар ҙа килделәр. Нимә әйтерһең? Беҙҙең илдә машинаға ҡытлыҡмы әллә? Йәйҙең күкрәп торған матур сағы ине. Икәүһен фатирға үҙемә үк алып ҡайттым. Ҡатыным ояла төштө. «Өйөм йыйыштырылмаған. Шундай ҙур кешеләр алдында уңайһыҙ булмаһын», – ти. Буламы һуң? Килеп инеү менән сисенеп ташланылар. Киттеләр быуаға. Минең унда кәмәм бар. Тал төбөнән өҫтөрәп тә сығарҙым. Киттек йөҙөп. Һыуҙағы томбойоҡтарға, ярҙан, бейек үлән араларынан һыуға һалынып торған сәскә көлтәләренә ҡарап йырлап ебәрҙеләр. Һыу уртаһында кәмәгә баҫып, баштары менән һыуға сумырға тотондолар. Атҡаҙанған ҙур артистар, тип берәү ҙә әйтмәҫ. Мин дә сумдым. Балалар шикелле уйнаныҡ.
Ә кисен, бөтә тирә-яҡ ауылдарҙы таң ҡалдырып, спектакль күрһәттеләр. Халыҡтың йәше-ҡарты, артистарҙың уйнауҙарын күреүгә генә ҡәнәғәт булмайса, иртәгәһен урамда, һыу буйында үҙҙәрен күрергә, үҙҙәре менән бергә йөрөргә, һөйләшергә, бергә булырға тырышты.
Ана шулай йәшәү күңелле бит. Хәйер, төп мәсьәләгә ҡайтайыҡ.
Ҡалаға был килеүемдә мин концертҡа барҙым. Бына был юлы булды артелдәштәремә һөйләр һүҙ!.. Баштан уҡ һөйләгәндә, бына нисек булды ул.
Антрактта халыҡтың бөтөнөһө тип әйтерлек запас йәйге ишектән баҡсаға сыҡты. Битте, башты, бөтә кәүҙәне иртә йәй төнөнөң тәмле еҫле саф һауаһы һыйпап алды. Шуның менән бергә бында кинәт тын булып ҡалғандай тойолдо: аяҡ тауыштары ишетелмәҫ булды, ишектән тығылып сыҡҡан халыҡ та тауыш-тынһыҙ, һиҙҙермәй генә ирегән шикелле, ҡайҙалыр таралды. Мин әле генә өҙөлгән концерттың, бигерәк тә һуңғы номерҙарҙы башҡарған йырсының, зифа буйлы, сибәр һәм йәш артистканың, һоҡланғыс моңо тәьҫире аҫтында йәшәй инем әле. Күңелем матур, нескә хистәр менән тулған ине, шул хистәрҙән айырылғым килмәне. Шау-шыуҙы, хатта төрлө яҡҡа күҙ йөрөтөп мауығыуҙы ла теләмәнем. Хәйер, башҡалар ҙа шундай уҡ кисерештә ине булһа кәрәк. Улар ҙа өйөлөшөп түгел, ә тын ғына таралып йөрөргә тырыша ине. Көслө лампалар менән яҡтыртылған йәшел һәм йәш япраҡлы акация, саған ҡыуаҡтары, зәңгәр буяулы яңы беседкалар араһынан уларҙың берәм-һәрәм үтеп-һүтеп йөрөүҙәре генә күренә ине миңә. Дөрөҫөрәк итеп әйткәндә, баҡса һәм ундағы халыҡ минең күҙ алдымда ошолай һүрәтләнә ине: баҡса үҙе – бик көслө лампа менән яҡтыртылған ҙур өҫтәл өҫтө, баҡсалағы ҡыуаҡтар, ағастар, беседкалар – өҫтәлде тултырып тороусы букеттар, вазалар, кувшиндар, ә баҡсалағы халыҡ – лампа яҡтыһында, сәскә араларында талғын ғына, тауыш-тын сығармай ғына осоп йөрөүсе төрлө төҫтәге күбәләктәр.
Мин бер тирәккә һөйәлеп, һуҡмаҡ буйында тора инем. Тартыуымды күреп булһа кәрәк, кемдер ут һораны. Тиҙ генә ҡабыҙҙым. Бышында – өр-яңы осло түбәтәй, өҫтөндә – яңы ғына үтекләнгән ҡиммәтле костюм, буй-һыны матур, йөҙө ҡояшҡа, елгә ҡарайған, сырайында, кәүҙәһендә таҙалыҡ, көслөлөк һиҙелә, ләкин аҙымдары ғәмһеҙ… Был кешелә лә ысын мәғәнәһе менән ял итеп йөрөү һиҙелә ине. Бына ул ҡаршынан килгән ике кеше менән осрашты. Ҡараһам, береһе – йырсы, артистка. Улар оҙаҡ күрешмәй торған яҡын дуҫтарса ялҡынлы күреште. Һылыу артистка күҙ керпектәрен һирпеп йылмайҙы, шатланды. Улар ҡултыҡлашып атлап китте. Бер даирә кешеләрелер, быныһы командировканан йәки отпускынан, бик булмаһа, курорттан ҡайтҡандыр. Ҡайтҡас шулай күрешәһең инде уны, тип уйлап алдым мин.
Икенсе көндө иртә менән ҡайтырға сыҡтым. Поезд оҙаҡ ҡуҙғалмай торҙо. Минең әллә ни багажым бармы ни, бер сумаҙан ғына, тоттом да платформаға – иркенгә сыҡтым. Ҡараһам, перронда – йырсы артистка. Өҫтөндә тулҡынланып торған, мул йоҡа аҡ күлдәк. Тигеҙ асфальттан елпелдәп, сәхнәләге шикелле осонобораҡ атлап, бер үҙе киң юл ярып, туп-тура вагон тәҙрәһенә табан бара. Тәҙрәлә – кисәге осло түбәтәйле кеше. Ул кәүҙәһен күкрәгенәсә тышҡа сығарған. Тәҙрә алдында ҡыҙылһыу ҡыйғас буйлы матур галстугы елберҙәй. Ул ихлас йылмайып, ҡулдарын артисткаға табан һуҙып тора. Мин тәҙрәгә яҡын ғына инем. Артистканың вагонға табан һуҙылған ҡулында кескәй ағас шкатулка күргәс, йөрәгем кинәт әллә нишләне. Шкатулка өр-яңы, магазиндан ғына сыҡҡан: ул беҙҙең артель изделиеһы – шахмат таҡтаһы ине. Күҙ асып йомған арала минең хәтеремә егеттәрҙең: «Һин уның мөйөшөндәге инициалын ҡараманыңмы, мин яһаған әйбер түгелме икән?» – тигән һорауҙары килеп төштө. Ысынлап та, был, бәлки, мин яһаған шахматтыр? Тағы бер генә секунд ара булһа, мин уның мөйөшөнә түгел, ә ҡапҡас өҫтөндәге гравюраға күҙ төшөрөп алғанда ла, кемдең эше икәнен айырыр инем. Ләкин ваҡыт көттөрмәне, тартманы вагон эсендәге ҡулдар ҡосаҡлап алды. Артистка икенсе ҡулы менән шул уҡ осло түбәтәйле кешегә ҙур сәскә букеты тапшырҙы. Вагондың барлыҡ тәҙрәһендәге йөҙҙәр йылмайҙы, ундағы кешеләрҙең һәммәһе лә артисткаға баш эйҙе, һаубуллашып ҡул болғаны. Осло түбәтәйле кеше артистка менән бер нисә тапҡыр күңелле һүҙ алышты, ҡат-ҡат хушлашып баш эйҙе. Ахырҙа ул кеше йылмая биреп, миңә лә баш ҡаҡҡандай булды, мин дә уға баш эйҙем һәм нимә тип әйтергә лә белмәгәнлектән, үҙем дә һиҙмәҫтән: «Ул шахмат беҙҙең ауыл артеленең изделиеһы, уны беҙ эшләнек. Уйнағанда беҙҙе лә иҫкә алырһығыҙ…» – тинем һәм шунда уҡ артисткаға табан боролдом. Артистка керпектәрен һирпеп йылмайҙы.
– Шулаймы ни? Улайһа мин уны үҙебеҙҙең ауыл кешеһенә бүләк итеп бирҙем. Ана, теге көлөп торғаны, түбәтәйлеһе, беҙҙең ауылдыҡы. Шахтер ул, ауылға ҡайтҡан. Тағы ла шахтерҙар алып китә… – тине.
Быға ялғап һүҙ ҡушырға миндә запас һүҙ табылманы. Ашығып, ҡаушап, сумаҙанымды астым. Унда шундай уҡ фасонда, ләкин кеҫәгә һыйырлыҡ кескәй һәм тағы ла бөхтәрәк эшләнгән шахмат гарнитураһы бар ине (мин ҡалаға үрнәккә тип бер нисәүҙе алып килгәйнем). Тартманы алдым да, артисткаға һуҙҙым.
– Мин бына быныһын һеҙҙең үҙегеҙгә бүләк итәйемсе, ҡабул итеп алығыҙ, – тинем.
Артисткам тағы йылмайҙы ла:
– Һеҙ үҙегеҙ ҡайҙан һуң? – тип һораны.
Мин тартманың эсендәге маркаға, унда яҙылған ауыл исеменә күрһәттем, шул артелдең рәйесе икәнемде әйттем, ахырҙа: «Мин кисә һеҙҙең концертығыҙҙа ла булдым. Ысын күңелдән үтенәм», – тип өҫтәнем. Ул тартманы алды. Матурлығын, кескәй генәлеген әйтеп, һоҡланып ҡарап торҙо ла: «Бына быныһын минең үҙемә бүләк иттеләр», – тип тартманы шахтерҙарға күрһәтте. Мин вагоныма йүгерҙем.
Бына был күңелле хәл булды…
Әммә артелдәштәрем һорашырҙар ҙа инде… Улар, барыһынан да бигерәк, артисткаға тапшырылған гарнитураның кем эше булғанлығы менән ҡыҙыҡһыныр. Ләкин, минеңсә, мәсьәлә унда түгел. Тартма ҡайһыбыҙ тарафынан эшләнгән булһа ла барыбер. Уны, беҙҙең ауылда яһалған тартманы, артистка кеше – сәнғәт кешеһе, бүләккә тип, яратып һатып алған. Уның бүләген алған кешеләр шахтер булған. Һылыу артисткалар ярата торған сәнғәт әйберҙәре шахтерҙарҙың көндәлек тормоштарына инә. Хикмәт ана шунда!
1939 йыл.
Секретарь
Эш сәғәте үткән. Йомоштарын үтәргә килеүсе кешеләр ҙә юҡ. Канцелярияның үҙендә эшләнәһе эштәр ҙә тамам. Хатта барлыҡ әйбер ҙә йыйып ҡуйылған ине. Шулай ҙа Ғәли ултыра бирҙе. Ул башта әле генә үҙе йыйыштырған бүлмәһендәге әйберҙәрҙең: рәсемдәрҙең, плакаттарҙың, иғландарҙың, шкафтарҙың урынлашыу формаларын ҡараштырҙы. Уларҙың ҡайһы береһен яңынан барып төҙәтте, һыпырып-һыпырып алды. Ә һуңынан, барыһы ла тамам булғас, ишеккә табаныраҡ китте лә, бүлмәләге әйберҙәренең урынлы тороу-тормауҙарын тикшереп түгел, ә уның йыйнаҡлығына, күңелгә ятышлы булыуына рәхәтләнеп, хискә сумып, баҫып торҙо. Стеналар йылмайҙы. Ғәли үҙе лә көлөп ҡуйҙы. Ул ары-бире йөрөп, инде күптән үк ҡайтып киткән рәйес менән телефондан һөйләшеп алды. Унан һуң стена буйындағы диванға барып ултырҙы.
Ғәжәп кеше был рәйес. «Йә, ҡайт инде, Ғәли, ял алды көндө ваҡытында ҡайт, әсәйең тәмле аштар ҙа бешергәндер», – тине бөгөн. Тәмле аш шикелле үк, тәмле уйҙар ҙа булғанын белмәйме икән ни һуң ул? Бына хәҙер канцелярияға Калинин килеп инһен ине лә, ҡараһын ине. Нимә әйтер ине икән? Был бүлмәлә бер минут та торғом килмәй, тиерме? Йәки, һинең бүлмәлә, Ғәли, эштән һуң ял итеп, рәхәт уйҙарға сумып ултырырға ла була, тиер инеме? Рәйес кеүек уйлаһаң, эшләнәһе эш эшләнгән, бүлмә яҡшылап йыйыштырылған булһа, артыҡ бер нәмә лә кәрәкмәй булып сыға. Йыйнаҡ, йыйыштырылған бүлмәлә ваҡыт-ваҡыт яңғыҙ ҡалып, шулай уҡ үҙеңдең уйҙарыңды ла йыйнаҡлап алыуың тәмле аш шикелле үк тәмле булыуын белмәй ахыры ул...
Ел ҡаршы яҡтағы асыҡ форточканан Ғәлиҙең йөҙөнә үк иҫкәндәй булды. Шунда уҡ форточка аша тыштан тауыш та бәреп инде. Күрше Ғәлимулланың ҡатыны Бәҙәр тауышы. Тәмле телле лә инде был ҡатын! Таныш кешеме-түгелме, оломо-кесеме – һәр ҡайһыһына тәмле тел менән өндәшә. Ана, әле лә ул кемделер өгөтләп: «Шулай итә күр инде, аппағым», – ти. Ә ҡыҙы, Ҡәмәр, улай түгел. Был яҡтан ниңә әсәһенә оҡшаманы икән ул?
Көҙ көнө, беренсе ҡар яуыу менән, Ғәлиҙең бүлмәһен, ошо канцелярияны, улар бөгөнгө кеүек Ҡәмәр менән икәүләп йыйыштырғайны. Шунда ҡыҙ уға әйтә ҡуйҙы:
– Бүлмәңде йыйыштыра башлаһаң, мине иҫкә төшөрөрһөң, йәме? Ләкин бына был плакатты алмаштырма, мин ҡайтҡансы урынында торһон. Һағынһаң, шунда ҡарап ҡуйырһың. Ана, теге урталағы тракторсы ҡыҙ миңә бер аҙ оҡшаған бит, эйеме? Әгәр инде мин ҡайтыуға был плакат урынында булмаһа, үпкәләйем…
Ғәли уның был һүҙҙәрен яратты, әлбиттә. Уларҙы иҫкә төшөргәс, бына әле лә йылмайып ҡуйҙы. Ләкин шул көндө үк Ҡәмәр икенсе бер һүҙ ҙә әйтте. Бүлмәне йыйыштырып бөтөргәндән һуң ул үҙенең пилоткаһын, бирсәткәләрен кейгәс, иң элек ҡулын ҡулға, ә унан һуң һулаҡай ҡуллап Ғәлиҙең арҡаһына һуҡты. Егеттең уныһына иҫе китмәй, ундай һуғыу иптәштәрсә, яратып һуғыу ғына ул. Ләкин шунда Ҡәмәр уға былай тине:
– Эх, Ғәли, Ғәли… Ниндәй егет һин… Ниңә һин шундай ябыҡ? Үҙең ап-аҡһың…
Күптән әйтелгән шул һүҙҙәр өсөн бына хәҙер ҙә Ғәлиҙең кәйефе ҡырылып киткәндәй булды. Ул ғына ла түгел әле. Бер мәктәптә уҡып үҫкән Яхъя элекке көҙҙө армияға алынғайны. Ул да, саҡырыу алыу менән, бер ҡарыш үҫте. Ни өсөндөр, бына хәҙер Ғәли Ҡәмәрҙе лә, Яхъяны ла маҡтанып торалар кеүек фараз итте. Уларҙы «әсе телгә» һананы. Үҙ-үҙен, секретарь кешене, кескәй генәгә сығарып ҡуйҙы.
Ләкин был уйҙары тиҙ таралды. Форточка аша тағы ла Бәҙәрҙең тауышы инде. Ул был юлы инде тәмле телләнмәй, ә үҙенең кесе ҡыҙын шаҡтай ҡоро һүҙҙәр менән ҡыҙҙыра ине. «Шуның өсөн илап тораһыңмы? Һинең урында Ҡәмәр апайың булһа, илау түгел, йөҙөн дә сирмаҫ ине…» – тип һөйләнде ул. Ғәли бер нөктәгә текәлгән ҡарашын күтәреп, тирә-яғына, стеналарға ҡарап алды. Стеналағы тракторсы ҡыҙ йылмайып ҡул болғай ине. Был юлы ул егеткә ысынлап та Ҡәмәрҙер кеүек тойолдо. Ғәли әле генә башына килгән йүләр уйҙарҙан көлөп ҡуйҙы. Ул, еңеләйеп, урынынан тороп форточканы япты ла, ҡайтырға сыҡты.
Биби – ете йыллыҡты Ғәлиҙәр менән бергә тамамлаған ҡыҙ – өс йыл инде каникулға ҡайтҡаны юҡ ине. Урамда егеткә шул Биби осраны. Уның аттан төшөп, сумаҙандарын күтәргән килеш, өйөнә ҡайтып барышы. Тыҡрыҡтан менгәндә Ғәли уның сумаҙанын күтәрешеп барҙы. Иң элек ҡыҙ Ғәлиҙе күреүенә шатланғанын белдерҙе. Йөҙө лә нурлы ине, көлөп, йылмайып һөйләште. Аҙаҡ: «Бөгөн һеҙгә барырмын әле, Ғәли. Һөйләшәһе һүҙем бер ине», – тине.
Ғәли уҡыуҙан, тормоштан артта ҡалырға тырышмай һәм үҙен артта ҡалған итеп һанамай. Ләкин Бибиҙе күргәндән һуң уға икенсе уйҙар килде. Дөрөҫөрәге, литфак студентынан тартынып ҡуйҙы егет. Шуға күрә ул өйөнә ҡайтҡас та, Биби менән осрашырға әҙерлектең башы итеп, стеналағы кескәй генә бер бит исемлекте алып, өҫтәл тартмаһына йәшерҙе. Унда – бер бит исемлектә, донъя әҙәбиәте классиктары һәм уларҙың һәр ҡайһыһының берәр әҫәре яҙылғайны. «Литфак студенты көлөр», – тип уйланы Ғәли. Биби: «Бары һигеҙ генә яҙыусыны, уларҙың да берәр генә әҫәрен беләһеңме?» – тип әйтер төҫлө тойолдо.
Ысынлап та, Биби шул кисте үк килде. Ләкин ул үҙенең «һөйләйһе һүҙен» шунда уҡ башламаны. Башта, яҡын таныштарса, иҫәнлек-һаулыҡ, хәл-әхүәл һөйләштеләр. Ғәли Бибигә: «Һин бик үҫкәнһең, һылыуланғанһың», – тип, ҡыҙ егеткә: «Һин бик мыҡтыланғанһың», – тип яҡындарса, эскерһеҙ, күңелле һәм көлкөлө һүҙҙәр әйтешеп алдылар. Ул арала Ҡәмәр килеп инде. Ул да шулай уҡ дуҫтарса асыҡ йөҙ менән, ҡулын алыҫтан килтереп һуғып, күреште. Тик ҡасан һәм нисек ҡайтыуы тураһында әйтергә генә өлгөрә алды: мәктәп директоры килеп инде. Ул һүҙ эҙләп кеҫәгә инә торған кеше түгел ине. Биби менән таныш түгеллегенә ҡарамаҫтан, уның менән ихлас күреште, һөйләште. Ғәлиҙең әйтеүенә генә ҡәнәғәтләнмәйсә, үҙе һәм Ғәли тураһында яңы титулдар менән таныштырыуҙы хуп күрҙе:
– Таныш булығыҙ, ауылдың драмтүңәрәк етәксеһе булам. Ә бына был – Ғәли иптәш, беҙҙең маэстро һәм нәфис һүҙ оҫтаһы. Уның концерттарын һәм сығыштарын радионан мотлаҡ ишеткәнһегеҙҙер. Бер сүлмәксе, бер силәксе бөгөн беҙгә килмәксе, тигәндәй, беҙ уның менән бына шулай осрашабыҙ ҙа торабыҙ инде…
Шунан һуң директор, бик ҡәҙерле әйбер шикелле итеп, үҙ ҡулындағы китапты Ғәлигә тотторҙо. Был ҡыланыш Ғәли өсөн ят түгел: директор яңы сыҡҡан китаптарҙы кешенән алда белә, ала һәм яҡын дуҫ итеп Ғәлигә күрһәтә. Ул оҡшатһа, ялынып һораһа, үҙе яңынан алмаҡсы булып, биреп тә ҡуя. Ләкин бөгөнгө «Крылов мәҫәлдәре» исемле был татарса китап икеһе өсөн дә берҙәй ҡәҙерле ине. Егеттәр ихлас һөйөндө. Ғәли шунда уҡ этажерканан бер-ике бит ҡулъяҙма алып, ҡыҙҙарға күрһәтте. Был тетелеп бөткән ҡағыҙҙар ауылдағы көстәр менән тәржемә ителгән мәҫәлдәр ине. Директор Ғәлигә ҡарап:
– Әллә һөйөнөсөңдән «Ҡарға»ны хәҙер үк һөйләп ташлайһыңмы? – тине, ә үҙе көлдөрә-көлдөрә мәҫәлдәрҙе берәмләп уҡып та сыҡты.
Ваҡыт бына шулай үтте лә китте. Биби «үҙ һүҙҙәрен» Ғәлигә бары урамға сыҡҡас ҡына һөйләй алды. Тик был ваҡытта улар яңғыҙ булманы: Ғәлиҙе уртаға алып, Ҡәмәр менән өсәүләп атлайҙар ине.
– Ғәли, – тине Биби, – мин һинән шуны һорамаҡсы инем: быйыл уҡыуҙы тамамлайым бит. Миңә Ҡарамалы ауылын тәҡдим итәләр, шуға һин нисек ҡарайһың?
Егет үҙенең хор түңәрәге менән Ҡарамалыла концерт ҡуйырға барыуын һөйләп көлдөрттө. Халыҡҡа һәм бигерәк тә колхоз рәйесенә уларҙың сығышы бик оҡшаған, күрәһең, ул артистарҙы килгән саналары менән түгел, ә яҡшы санаға яҡшы аттар егеп оҙатҡан. Ә Ҡарамалының Совет рәйесе күргән һайын Ғәлиҙе үҙҙәренә саҡыра: «Беҙгә бик шәп клуб мөдире кәрәк, аҡсаһын ҡыҙғанмайым, тейешле органдар менән үҙем һөйләшермен, ризалыҡ ҡына бир», – тип өгөтләй икән. Быны ишеткәс, Биби Ғәлиҙе үҙенәрәк тартты:
– Ысынлап та, Ғәли, бына шәп булыр ине… Мин вәғәҙә бирәм улайһа. Ләкин һинең барыуыңа ышанып… – тип һөйләнде ул.
Ҡапҡа төптәренә етеп, һаубуллашҡанда ла шул уҡ һүҙҙәрҙе ҡабатланы ҡыҙ.
Ә Ҡәмәр быға ышанып етмәне, Ғәлиҙе шаярып һөйләй, тип уйланы. Курста саҡта Ҡәмәрҙең янына МТС директоры үҙе килгән ине. Ул МТС-ҡа киләһе яңы механизаторҙар, шул иҫәптән Ғәлиҙе лә үҙҙәренә алыу тураһында һөйләгәйне. Егет менән икәү генә ҡалғас, Ҡәмәр һүҙҙе шул тирәлә алып барҙы. Ҡапҡаға етеп айырылышҡанда ла уның ҡулын ебәрмәй торҙо:
– Эйеме, аҡыллым, бараһың бит?.. Бергәләп эшләрбеҙ, вәғәҙә, йәме, аппағым? – тип һөйләнде.
Ҡәмәр ишектән ингәнсе Ғәли китмәй торҙо. Аҙ ғына шаҡыу менән ишектә Ғәлимулла ҡатыны Бәҙәрҙең: «Һинме, йәнем?» – тип һораған тауышын ишетте. Ә юлда ҡайтҡанда ул бер генә нәмә – Ҡәмәрҙең: «Йәме, аҡыллым», – тигән йомшаҡ тауышы тураһында уйланы. Рәхәт ине.
Ҡайтыу менән Ғәли яңы хат асты. Яхъянан ине.
«Ғәли, ошо айҙарҙа ғына ике тапҡыр һине тыңланым. «Беҙҙең ауыл концерты был, ә етәксеһе – минең дуҫым,» – тигәс, иптәштәрем шатланды. Улар һинең һөйләүеңде бик ярата. Барыһы ла һиңә ошо хатты яҙып ебәреүҙе үтенде. Һеҙҙең йырҙар беҙҙе дәртләндерә. Мин ауыл советында һеҙҙең нисек эшләүегеҙ тураһында ла уҡып барам. Ҙур булмаһа ла, үҙемдең дә уңыштарҙы яҙып ебәрергә булдым. Иң күңеллеһе шул: төрлө урында, төрлө эштә эшләһәк тә, бер эш өсөн янабыҙ. Эшлә, яҡшы эшлә, дуҫым! Совет кешеләренең тыныс хеҙмәтен өҙөргә теләүселәрҙең береһенә лә ирек бирмәҫбеҙ! Кесе командир Яхъя».
Ғәлигә тағы рәхәт булып китте. Ошо минутта уның канцелярияла ултырғыһы килде. Күңеле менән ул бер ара шунда китте. Бер-бер артлы килеп тороусы колхозсыларҙың, ҡатын-ҡыҙҙарҙың, уҡытыусыларҙың, табиптарҙың һорауҙарына шулай уҡ бер-бер артлы яуап биреү, йомоштарын үтәп, ҡәнәғәтләндереп ебәреү уның үҙ күңеленә лә ҡәнәғәтләнеү, үҙенә, көсөнә ышаныс тыуҙырҙы. Бындай тойғо бер үк ваҡытта уны тынысһыҙландырып та ебәрҙе. Ғәли өҫтөн систе, өҫтәл тартмаһындағы исемлекте яңынан стенаға, урынына элеп ҡуйҙы, галстугын бушатты ла уҡырға ултырҙы. Белмәйем, Бибиҙәнме, Ҡәмәрҙәнме ҡалған тойғолар уны тулҡынландыра ине.
1939 йыл.