Ҡала малайы (Хикәйә)

Ҡала малайы (Хикәйә)Ҡала малайы (Хикәйә)
Ҡала малайы (Хикәйә)

1

Алтынсы «б» класында дәрес башланырға ун биш минутлап ваҡыт бар ине әле. Илгиз яурындарында, еңдәрендә ҡар биҙәктәре йылтырап торған пальтоһын, бүркен сисеп өлгөрмәне, уның эргәһенә Таһир килеп етте.
Илгиз менән Таһир икеһе бер партала ултыра. Уларҙың былай бергә ултырыуҙарына байтаҡ бар инде. Кластағы уҡыусылар уларҙы айырылмаҫ дуҫтар тип иҫәпләй. Бындай дан таралыуға, Илгиздән бигерәк, Таһир сәбәпсе булды.
Был тарих оҙон түгел.
Быҫҡып ямғыр яуып торған көҙгө көндәрҙең береһендә район үҙәгендә урынлашҡан урта мәктәптең әлеге алтынсы «б» класында дәрес башланырға ғына торғанда, директор үҙе бер малайҙы класҡа алып инде.
Оҙон ғына буйлы, өҫтөнә ҡаласа тегелгән яңы костюм һәм ҡағыҙ кеүек аҡ яғалы күлдәк кейгән был малайҙың тар, шунлыҡтан артыҡ оҙон күренгән бите, әллә әле генә тыштан ингәнгә, әллә оялғанлыҡтан, бик ныҡ ҡыҙарғайны. Класта ултырыусылар уның ҡуйы бөҙрә ҡара сәстәренә һәм нисектер ике-өс бөртөк мәк сәскәһен өҙөп ҡыҫтырып ҡуйған һымаҡ итеп бәйләгән галстугына ла иғтибар итмәй ҡалманы. Малай, йылмая биреп, барыһы менән дә иҫәнләште. Тик шунан һуң ғына ул уҡытыусы күрһәткән урынға барып ултырҙы.
Уҡытыусы уның исем һәм фамилияһын һорағас, ул йәһәт кенә аяғүрә баҫты ла, асыҡ итеп:
– Илгиз Ишкилдин, – тине.
Дәрес башланырға ваҡыт еткәнгәлер инде, уҡытыусы уның ҡайҙан килеүен, элек ҡайҙа уҡыуын һорашып торманы.
Бөтә дәрес буйына малайҙарҙың әле береһе, әле икенсеһе Илгиз ултырған яҡҡа боролоп ҡараштырып ултырҙы.
Артҡы партала ултырған Таһир бик йыш борғолана башлағас, уҡытыусы уны иҫкәртеп ҡуйҙы. Таһир алға ҡарап ултыра башланы, ләкин бер нисә минут үтеүгә тағы Ишкилдин яғына боролдо. Ул үҙе тәпәш кенә булһа ла, киң яурынлы һәм һипкел баҫҡан түңәрәк битле, бик теремек малай. Уны яңы килеүсе малайҙың тышҡы күренеше лә, бер ҙә ятһынмай үҙен эре генә тотоуы ла, уның ҡайҙан килеүе һәм кем малайы булыуы ла бик ҡыҙыҡһындырҙы.
«Волейбол уйнарға шәптер, оҙон кәүҙәле, ҡулдары ла арыу ғына күренә, – тип уйланы Таһир. – Ҡаланан килгән булһа, футболды ла кәм ҡуймайҙыр әле. Саңғыла нисегерәк йөрөй икән?»
Таһир мәктәптә иң яҡшы саңғысыларҙың береһе булып иҫәпләнә. Ул дәфтәренең һуңғы битенән, тар ғына итеп ҡағыҙ йыртып алды ла: «Был малайҙы үҙебеҙҙең волейбол командаһына алғанда, яҡшы булыр ине», – тип яҙып, урталай бөкләне һәм тышына: «Сәйеткә» тип яҙғас, парта аҫтынан алда ултырған малайға һондо.
Бер нисә секунд та үтмәне, Сәйет Таһирға табан ҡарап, йылмайып баш ҡағып ҡуйҙы.
Дәрес ахырында Таһир, һәр хәлдә был малай менән дуҫлашҡанда әрәм булмаҫҡа мөмкин, тигән уйға килде.
Тиҙҙән Таһир һәм уның артынан башҡа малайҙар ҙа Илгиз Ишкилдиндың элек ҡала мәктәбендә уҡығанлығын, МТС-тың яңы директорының малайы икәнен дә белде.

2

Таһирҙы мәктәптә «артист» тип йөрөтәләр.
Ул үҙенең шаян ҡылығы менән ҡайһы бер саҡта уҡытыусыларҙы ла йөҙәтеп бөтөрә, үҙе лә йыш ҡына бәләгә эләгә. Ләкин уның бер яҡшы яғы бар, ул – ғәжәп һәйбәт физкультурник һәм был эшкә башҡа уҡыусыларҙы ла ылыҡтыра белә. Алтынсы «б» класының волейбол һәм саңғысылар командалары районда беренселекте бер кемгә лә бирмәй. Шунлыҡтан уның шаянлығы ла күп ваҡыт кисерелә.
Ә башҡа дәрестәргә килгәндә инде Таһир тигеҙ бара алмай, геометриянан йыш ҡына аҡһаҡлап та ҡуя. Ул уҡытыусы бер һорағанда бына тигән итеп яуап бирә, “бишле” билдәһе ала, ә икенсе тапҡырҙа, уҡытыусыны ла, ата-әсәләрен дә ғәжәпкә ҡалдырып, насар билдә алып ҡуя. Бындай саҡтарҙа уға төрлө яҡлап шелтә күп була. Шунлыҡтан ул, дәресен яҡшылап әҙерләй алмағанда, был бәләгә эләкмәү сараларын да күрергә тырыша.
Илгиз мәктәпкә килеп бер аҙ уҡығас та, уҡытыусы уны Таһир эргәһенә ултыртты. Яңы килгән малайҙың тәртиплелеге һәм тәүге көндәрҙә үк һәйбәт яуап биреүе быға сәбәп булды, ахыры. Таһир был хәлгә ысын күңелдән шатланды. Уйын эшме ни, ҡала мәктәбендә уҡып килгән малайҙы уның эргәһенә ултыртһындар әле! Тимәк, ул да, Таһир ҙа насар малай түгел.
Шул көндән башлап, Таһир көҙөрәйеберәк йөрөй башланы. «Мин» тип әйтәһе урынға ул гел генә: «Беҙ», «Илгиз менән беҙ»,— тип һөйләп йөрөнө.
Дүшәмбе көн дәрескә килгәс, ул:
– Беҙ кисә Илгиз менән Ҡарауыл тауына барҙыҡ. Бына саңғысы тиһәң дә ярай уны. Ҙур ҡашлаҡты беләһегеҙ бит инде, бына шунан, мин һеҙгә әйтәйем, күҙен дә йоммай төштө лә китте. Бер заман борхолдап ҡар өйөрмәһе өйөрөлдө. Мин, баштүбән осто, ахыры, малайың, тип уйлап та өлгөрмәнем, ул эйелә биреп, йылт итеп, ҡар саңынан сыҡты ла, уңға боролоп, тағы түбән төшөп китте. Үәт, әй, саңғысы!.. – тип һөйләне.

3

Илгиздең ҡалала дуҫтары күп була торғайны. Берәүҙәре менән ул бергә уҡый, икенселәре менән бергә бер ихатала тора, ә өсөнсөләрен ҡыш көнө катокта, йәй көнө һыу ингәндә һәм физкультура ярыштарында осрата ине.
Атаһы ауылға күсергә булғас, Илгиз өс көн иланы. Уға ҡаланың мәктәбе лә, ихаталары ла бик йәл тойолдо. Ләкин уға иң ҡыйыны – эйәләшкән дуҫтарынан айырылыу ине. Ул ошо хаҡта атаһына ла әйтте.
– Үҙең яҡшы булһаң, дуҫтар ҡайҙа ла табыла ул, – тине атаһы.
Ауылға китер көн еткәс, атаһы улын ҡалала ҡалдырып китергә лә уйланы.
– Әллә быйылға ҡалала ҡалаһыңмы?
Илгиз ҡылығы менән атаһына оҡшағайны. Ул эште бүлеп һәм һуҙып эшләргә яратмай.
– Мин ҡалмайым, һеҙҙең менән китәм, – тине ул.
Атаһының һүҙе, ысынлап та, дөрөҫ булды. Ауылда ла дуҫтар табылды.
Алсаҡ һәм шат күңелле Таһир дуҫ булмаҫлыҡ малай түгел. Улар икәү бер партала ултыра башлағас та, Илгиз Таһирҙы үҙҙәренә – МТС-ҡа саҡырҙы. Улар станцияның ҙур ихатаһында бик оҙаҡ һөйләшеп йөрөнө, яңы килгән машиналарҙы берәм-берәм тикшерҙе. Йәшелсә үҫентеләре һәм картуф ултырта торған машиналарҙың ултырғыстарына ултырып ҡаранылар.
Һуңынан Илгиз дуҫлыҡ билдәһе тип, Таһирға үҙенең бәләкәй бәкеһен бүләк итеп бирҙе.
Икенсе ял көндө, бәхеткә ҡаршы, көн аяҙ булды. Таһир дуҫын ауылдың тирә-яғы, ундағы тауҙар һәм урмандар менән таныштырып йөрөнө.
Ҡар яуғас, ял көндәрендә улар бергәләп саңғыла бик алыҫтарҙан урап ҡайтты.
Уларҙың дуҫлығы ана шулай үҫте.

4

Бөгөн Таһирҙың кәйефе насар. Ул геометриянан өйгә бирелгән мәсьәләләрҙе сығармай килде. Кистән саңғыла бик оҙаҡ йөрөп ҡайтты, арыу ғына ашап алды. Шунан уның бер нәмә лә эшләгеһе килмәне, уны йоҡо баҫа башланы. «Иртән иртәрәк тороп сығарырмын әле, йә булмаһа, Илгиздән күсереп алырмын. Дуҫ булғас, шуны ғына күсертер әле», – тип уйланы ул.
Иртә менән Таһир эргәһенә килеп баҫҡанда Илгиз пальтоһын да һалырға өлгөрмәгәйне әле.
Ул үҙенең борсолоуын йәшерергә теләп:
– Илгиз, геометрия дәфтәреңде күрһәтсе, – тип һүҙ башланы.
– Әллә өйгә бирелгән мәсьәләләрҙе сығара алманыңмы? – тине Илгиз, дуҫының хәлен уртаҡлашырға теләп, һәм портфеленән шаҡтай ҡарайған тышлы дәфтәр алып бирҙе. Илгиз дәрестәрен яҡшы белә торған малай булһа ла, дәфтәрҙәрен ыҡсым ғына итеп йөрөтә алмай.
– Сығарыуын сығарҙым да... – тип мығырҙаны Таһир, Илгизгә ҡарамаҫҡа тырышып һәм үҙе тиҙ-тиҙ генә Илгиздең дәфтәренә яҙылған мәсьәләне күсереп яҙа башланы.
Илгиз шунда уҡ дәфтәрен шап иттереп япты ла ҡуйҙы.
– Күсермә! – тине ул ҡырҡа итеп һәм дәфтәрен портфеленә үк һалды.
Таһир ҡапыл ҡып-ҡыҙыл булды, ләкин сер бирмәҫкә тырышты, яһалма рәүештә йылмайҙы һәм:
– Харап икән. Дуҫ булып йөрөгән булаһың тағы! – тине.
– Дуҫ булған өсөн дә мин һиңә күсерергә бирмәйем, – тине Илгиз.
Класҡа уҡытыусы инде.
Таһир тәүҙә, бер ни ҙә булмаған кеүек, Илгизгә ҡарамай ултырҙы. Уның йөрәге әрней, күңелен һаман бер уй өҙгөләй. «Мин уны дуҫ тип ышанып йөрөнөм. Ә ул... Ә ул...»
Илгиз күҙенең сите менән генә Таһирға ҡарап ала һәм беленер-беленмәҫлек кенә итеп йылмайып ҡуя.
Аҙаҡ Таһир түҙмәне. Теш араһынан гына:
– Үкенерһең әле... – тине.

5

Ошо көндән алып, Таһир Илгиз менән һөйләшмәҫ булды, саңғыла бергә йөрөүен дә туҡтатты.
Дуҫһыҙ йәшәп өйрәнмәгәнгә күрә Илгиз был хәлде бигерәк тә ауыр кисерҙе. Өҫтәүенә, ҡышҡы каникул килеп етте. Илгиздең буш ваҡыты күбәйҙе. Ҡалала ҡалған дуҫтары, ундағы ҙур каток һәм ҡышҡы каникул ваҡытында был катокта була торған ҙур елка, саңғы ярышы уның иҫенә төшә, һағыныуын арттыра, хатта уның ҡысҡырып илағыһы килгән саҡтары ла йыш була.
Илгиз бер нисә тапҡыр Таһир янына барырға ла, бер ни ҙә булмағандай, йылмайып: «Ҡуй, Таһир, шул йүнһеҙлегеңде, әйҙә, саңғыла йөрөргә сығып киттек»,— тип әйткеһе килде. Ләкин Таһирҙың дөрөҫ эшләмәүен хәтерләп, ул әлеге уйынан кире ҡайтты.
Һуңғы көндәрҙә булған бер бәләкәй генә ваҡиға Илгизде бындай уйҙарҙан бөтөнләй баш тартырға мәжбүр итте.
Ул былай булды. Илгиз бер үҙе генә тауҙа саңғы шыуа ине. Ул ике ҡабат шыуып төшөп, өсөнсө тапҡыр тауға күтәрелгәс, тау аҫтында, түбәндә, ике малай торғанын күрҙе. Былар Таһир менән Сәйет ине. Улар тауға ҡарап, саңғы таяҡтары менән ҡарға төртә-төртә һөйләшеп тора.
Илгизгә шунда бик ҡыйын булып китте. Ул асыу менән алға ынтылды һәм тау аҫтына осто. Уның ҡолаҡтарында ел генә һыҙғырҙы. Илгиз ниндәйҙер ҡалҡыулыҡтан һикерҙе, ике түмгәкте эргәләтеп үтеп китте. Инде төшөп еттем тигәндә генә, Сәйет менән Таһир ҡапыл уның юлына арҡыры ташланды. Илгиз боролоп өлгөрә алманы, ҡар эсенә ҡоланы.
Таһир менән Сәйет икеһе бер юлы ҡысҡырып көлөп ебәрҙеләр.
– Бына шәп саңғысы!.. Күрҙек инде. Тағы маҡтанырһыңмы икән!
Улар, көлә-көлә, үҙ юлдарына китеп барҙы.
Таһирҙың шулай ҡыланыуы Илгизде ғәрләндерҙе.
Әлеге ваҡиғанан һуң Илгиз буш ваҡытын гел саңғыла йөрөп үткәрә башланы. Ул, юрамал, текәрәк тауҙарҙан төшә, соҡорҙар аша һикерә, һәм әллә ниндәй боролмалар яһай. Таһир менән Сәйет иҫенә төшкәндә ул: «Мине улай тиҙ генә ҡурҡыта алмаҫһың әле!» – тип уйлап ҡуя ине.
Ҡышҡы каникул бөтөргә өс көн ҡалды тигәндә, мәктәптәрҙәге саңғысылар командалары һәм айырым уҡыусылар араһында район үҙәгендә ярыш булды.

6

Ул көндө иртән әҙ генә ҡар төшкөләп торҙо. Төштән һуң ел сыҡты. Йәйәүле буран өҫтә ятҡан йомшаҡ ҡарҙы һеперә башланы.
Ярышта урта мәктәп командаһынан Таһир ҙа, Илгиз дә ҡатнаша ине.
Малайҙар бер-береһенә өндәшмәй генә стартҡа баҫты.
Илгиз Таһирҙан ун минутҡа һуң китте.
Ел көсәйә төштө, һепертмә буран саңғы эҙен шунда уҡ күмә һәм барыуҙы байтаҡ ауырлаштыра ине.
Илгиз артыҡ ҡабаланмай ҙа, шул уҡ ваҡытта урынһыҙ йыбанмай ҙа, тигеҙ һәм ынтылышлы киң аҙымдар менән бара, тау аҫтына төшкәндә бер аҙ хәл йыя. һуңғы көндәрҙә оҙаҡ саңғыла йөрөүҙең ярҙамы уға ныҡ ҡына тейҙе.
Бына ул үҙенән элек ҡуҙғалған өс малайҙы уҙып китте. Уның күңеле күтәренке. Ул ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Бына тау түбән осто. Тирә-яҡта ел һыҙғырҙы һәм ҡар саңы күтәрелде. Тауҙы төшөп еттем тигәндә генә, ул алдындағы ҡарасҡыға саҡ ҡына барып менмәне. Секундтың ниндәйҙер бер өлөшөндә саңғыһын бороп өлгөрҙө, һәм шул арала Илгиз әлеге ҡарасҡының Таһир икәнен танып алды ла туҡтаны.
Таһир, сүкәйеп ултырып, уң саңғыһының ҡайышын рәтләп маташа ине.
Илгиз Таһир эргәһенә тиҙ генә килеп тә етте.
– Нимә булды? – тине, һулышын йыш-йыш алып.
– Ҡайыш өҙөлдө, – тине аптырап ҡалған Таһир һәм ни әйтергә лә белмәй бер нисә секунд торғандан һуң, өҫтәне:
– Һин ваҡытыңды әрәм итмә, алға ос!
Илгиз кеҫәһенән өр-яңы ҡайыш алып:
– Мә! – тине һәм Таһирҙың яуабын да көтөп тормай: – Ҡана, үҙем! – тип, уның аяғына эйелде.
Тағы бер нисә секунд үтеүгә, ҡайышты Таһирҙың саңғыһына эләктереп тә ҡуйҙы. Ул арала бая Илгиз уҙып киткән малайҙың икеһе тауҙан төшөп артабан сапты.
Илгиз тыныслығын юғалтманы:
– Әйҙә, минең арттан ҡалма! – тине һаман әле аптырауынан айнып бөтмәгән Таһирға.
Илгиз хәҙер баяғынан да нығыраҡ ярһып алға ынтылды. Таһир ҙа унан ҡалмаҫҡа тырышты.
Ләкин финишҡа етергә күп ҡалмағайны. Илгиз бая уны уҙып киткән малайҙарҙың береһен ҡыуып етеп уҙҙы. Ә алдағыһын уҙырға уның ваҡыты ҡалманы.
Илгиз икенсе, Таһир өсөнсө булып килде.
Өйҙәренә улар бергә ҡайтты.
– Һин минең янда туҡтамаһаң, беренсе була инең бит.
– Дуҫым артта ҡалғас, минең беренсе булыуымдан ни файҙа?
– Эйе шул.
Тағы ла бер аҙ өндәшмәй барғас, Таһир:
– Мин иртәгә һеҙгә барайыммы? – тип һораны.
– Кил, Таһир, обязательно кил, – тине Илгиз.

1954 йыл.

 

Автор тураһында:

Әкрәм ВӘЛИ (1908 – 1963) – фронтовик яҙыусы, шағир, Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.
1908 йылдың 28 июлендә Саҡмағош районының Аблай ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағас, әрмелә хеҙмәт итә. Ҡайтҡас Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй.
Һуғыш башланыу менән фронтҡа саҡырыла. Көньяҡ Урал хәрби бүлексәһендә хәрби күнегеүҙәр ротаһында хеҙмәт итә. 1943 йылда Өфөләге «Выстрел» исемле хәрби курстарға күсерелә, тик бер йылдан ҡабат фронтҡа китә. 135-се Витебск дивизияһы составында хеҙмәт иткәндә ҡаты яралана.
Һуғыштан һуң нәшриәттә, «Әҙәби Башҡортостан» журналында эшләй.
«Һөйәк» тигән беренсе әҫәре 1928 йылда «Сәсән» журналында баҫыла, ә «Көс» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1931 йылда донъя күрә. Артабан күп һанлы шиғыр, хикәйәләр, өс повесть һәм ике роман ижад итә. Үҙен шулай уҡ балалар әҙәбиәтендә һәм тәржемә өлкәһендә һынай.
1963 йылдың 19 мартында Өфөлә вафат була.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас