

1
– Тағы ла күпме көтә алабыҙ?
– Ҡырҡ минут... Унан да һуңға ҡалһалар...
– Төндән шөрләйһеңме?
– Юҡ! Тауҙарҙан шөрләйем.
Һорау биреүсе врач Исмәғил Хәйретдинович Йәүҙәтов та һәм был яуаптарҙы ҡайтарыусы летчик Сергей Сергеевич Карапузенко ла – икеһе лә бер юлы, алдан һүҙ ҡуйышҡандай, баштарын артҡа һалып, киртләс-киртләс күтәрелгән ҡаяларға күҙ ташланы. Уңда ла, һулда ла текә тауҙар. Уларҙың түбәләре күккә олғашҡан, һул ҡулдағылар бигерәк тә ҡурҡыныс, уларҙың осло баштары, тештәре һынған тырмаға оҡшап, ыржайып тора. «Ҡараңғыла күтәрелә-нитә ҡалһаң, берәй ҡаяға бәрелеп имгәнеүеңде көт тә тор икән», – тип уйлап алды Сергей Сергеевич.
Күккә ашҡан тауҙан күҙҙәрен алып, улар бер-береһенә ҡарашты ла бер-береһен һис һүҙһеҙ аңланы: был тауҙарҙан, әлбиттә, шөрләргә кәрәк, самолеттар өсөн уңайлы юл түгел.
– Был ҡараңғы тигәнең дә баҫтырып килә ята.
– Ни бары утыҙ биш минут ваҡыт ҡалды. Унан был үҙәндә бер-беребеҙҙе лә күрә алмаясаҡбыҙ…
Тынлыҡ хөкөм һөрә. Тик үҙәндең тап уртаһындағы йылға ғына урғый, ҡайнай, ул ғына ярҙарына һыйыша алмай ниҙер даулай; әллә тыңғыһыҙ көсөн һиҙеп шаулаймы икән? Әллә ул йылғаның да бер тилереп ала торған сағы бармы икән?
«Һиңә, йылға, ни етмәй?» – тиәһе килеп китә...
Әле генә ҡояштың һуңғы нурҙары аҫтында, аҫыл таштан һалынған һарайҙар һымаҡ, яҡты янып ултырған «тырма тештәре» берәм-берәм ҡапыл һүнә башланы. Ҡара төтөн кеүек атылып килеп сыҡҡан ҡуйы болоттар, тау ҡырасына эләгә-эләгә, үҙәнгә шыуып төшә ине.
– Болоттарҙы күрәһеңме?
– Күрәм.
Киртләс тау башында үҫеп ултырған кәкре-бөкрө ҡайындар бөтөнләй осоп китергә йыйынғандай сайҡалалар һәм өҙгөләнәләр. Әйтерһең дә, уларҙы бер юлы төрлө яҡтан бауҙар менән тартҡылайҙар. Ағастарҙың көс алған сағы булмаһа, һис шикһеҙ, бер япраҡ та ҡалмаҫ ине, шул тиклем ел көслө!
– Был ни ғәләмәт? Тегеләр һаман күренмәй.
– Исмаһам машина тауышы ла ишетелмәй. Яҡынайып килгәндәрен һиҙеп, фараларҙы яндырып ҡуйған булыр инем...
– Һин былай ҙа уттарыңды яндырып ҡуй әле...
Урта буйлы, зәңгәр күҙле, ҡулдары оҙон ҡаҡса летчик әле йәш кеше. Уға кабинаға менеп төшөү өсөн күп ваҡыт кәрәкмәй. Бына бер көлтә нур төндө ярып киткәндәй булды. Ул тирә-яҡты баҫып алған бабария сәскәләрен ҡосаҡланы, йылға өҫтөнә бер һуҡмаҡ булып ятты.
Ҡанаттарына ҡыҙыл тәреләр төшөрөлгән йәшел самолет өсөн был тар үҙән уңайлы аэродром түгел, әлбиттә. Тураһын ғына әйткәндә, Сергей Сергеевич бының кеүек ауыр шарттарҙа үҙенең машинаһын ултыртҡаны юҡ ине. Ғәҙәттән тыш ашығыс сәбәп булмағанда был тауҙар араһына осоп килер алдынан биш тапҡыр уйлап ҡарар ине ул.
Бынан сәғәт ярым самаһы элек самолет был үҙәнгә килеп ултырҙы. Уларҙы саҡыртҡан радиограмма ла ғәйәт ҡыҫҡа ине... Леспромхоз директоры Ғәйфуллин тигән иптәш:
«Бер эшсене ағас баҫты, уның бер аяғы иҙелде булһа кәрәк, – тип хәбәр иткәйне. – Ғәрипләнгән эшсегә беҙҙең фельдшер беренсе ярҙамды күрһәтте. Врачыбыҙ юҡ. Яҡын-тирәлә больница ла юҡ. Самолетты беҙҙең эргәгә төшөрә алмаҫһығыҙ. Тирә-яҡта ҡуйы урман. Беҙҙән һигеҙ километр самаһы ерҙә үҙән буйлап йылға аға. Шуның уң яғында, күпер эргәһендә, һеҙгә төшөр өсөн уңайлы урын бар. Имгәнгән кешене шунда илтеп ҡуйырбыҙ. Сығыуығыҙ хаҡында хәбәр итегеҙ».
Бәләгә тарыған кешене күптән килтереп еткерергә ваҡыт ине инде. Ни булды икән?
Һис көтмәгәндә генә тау артында йәшен йәшнәп ҡуйҙы. «Тырма тештәре» һиҫкәнеп, сайҡалып киткән кеүек булды. Нур шәүләһе һүнеп өлгөрмәне, яман итеп күк күкрәне. Тауҙар ишелгән һымаҡ, бөтә тирә-яҡ бик оҙаҡ яңғырап торҙо.
– Көслө ямғыр килә, буғай.
– Шул ғына етмәгәйне!
Көтөлгән ҡырҡ минут та үтеп китте. Бер сәғәт тә уҙҙы.
Шул ике арала ямғыр тамсылай башлағас, улар самолет ҡанаттары аҫтына йәшеренде. Инде бөтөнләй өмөт өҙөлдө тигәндә генә, йылға өҫтөндә емелдәй-емелдәй килгән ут күренде.
– Кәмә лә баһа!
– Күрәм...
Ағымға ҡаршы күтәрелеп килгән кәмә бер күренә, бер йәшеренә ине. «Ишеүселәрҙең юлында морондар йыш осрай, күрәһең»,— тип уйланы летчик.
Оҙон буйлы Йәүҙәтов, самолет ҡанаты аҫтында бөгөлөп тороу уңайһыҙ булғанға, алға атланы. Ул ғазап сиккән кешене ҡаршы алыр өсөн дә ашҡынды булһа кәрәк.
Исмәғил Йәүҙәтов ярҙан абына-һөрөнә төшә башланы. Бына яҡты нур эсендә бауҙар менән кәмәне ауа-түнә тартып килгән ике кеше күренде. Ә ҡойроҡ тотоп ултырыусы өсөнсө берәү:
– Һағыраҡ булығыҙ! – тип ҡысҡырҙы. – Ярға бәрмәгеҙ.
Көр тауышлы кәмәселәр ямғыр аҫтында күшегеп бөткәндәр, ауыр итеп тын алалар. Бахырҙарға был юл еңел булмаған, күрәһең…
– Имгәнгән кеше һеҙҙең менәнме?
– Эйе, беҙҙең менән, – тине уларҙың береһе.
Кәмәлә ятҡан кеше өҫтөнә эйелеп, Йәүҙәтов уның уң ҡулындағы ҡан тамырын ҡапшап ҡараны. Уның йөрәге саҡ-саҡ ҡына тибә ине. «Әлегә йәне бар икән, – тип уйлап алды врач. – Өмөттө бөтөнләй ук юғалтырға ярамай».
Носилкаға һалғанда ул ыңғырашманы, бәлки, түҙергә тырышҡандыр, бәлки, уның ыңғырашырлыҡ та көсө ҡалмағандыр...
– Ниңә бик оҙаҡ килмәй торҙоғоҙ? — тине врач.
Кәмә ҡойроғон тотоп килеүсе ашыға-ашыға һөйләп китте:
– Башта машинаға ултыртып оҙатырға уйлағайнылар, ләкин Сабир түҙә алманы, беҙ килтергән кеше шул Сабир инде, йән-фарман ҡысҡырырға тотондо, – тине ул. – Беҙҙең бында юлдар маҡтарлыҡ түгел, ямғырҙар уҙғас, бөтөнләй эштән сыҡтылар. Арбала ла килтереп булманы. Ундай ваҡытта бөтәһе лә кире килеп тора ул – катер ҙа өйҙә юҡ, Өфөгә киткәйне. Уның ҡайтҡанын көтөп булмай бит инде... Бына, беҙҙе ебәрҙеләр... Ағым көслө, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, көтмәгәндә күҙ асҡыһыҙ ел-дауыл ҡупты. Хәлдән тайғансы иштек, ишеп булмай башлағас, бауға тотондоҡ. Был дөм-ҡараңғыла алдыңды-артыңды байҡарға ла тура килде. Көс-хәл менән килеп еттек.
Йәүҙәтов өсөн самолет эсендә һуҙылып ятҡан кешенең йөҙөнә бер ҡарау етте: үлем Сабирҙан йыраҡ йөрөмәй ине. Уның битенә көл төҫө ингән: ауыҙын асҡан, үҙе көскә тын ала. Күҙҙәрендә лә өмөт билдәһе сағылмай; улар эйелгән Йәүҙәтовты күрмәйҙәр, уның кәүҙәһе аша самолет түшәмендә ниҙер эҙләйҙәр кеүек… Иҫе ауыр-аумаҫ ҡына ине.
Марляға уралған аяҡҡа ла бер ҡарау етте: повязканы алыштырып тораһы юҡ, оҫта ҡулдар уны еренә еткереп бәйләгән.
Самолет ҡанаты аҫтына ышыҡланып, ниҙер көтөп торған кәмәселәрҙең береһе:
– Беҙгә ҡайтырға яраймы? – тип өндәште. – Ямғыр ҙа көсәйә... Ун километр самаһы ишәһе лә бар бит әле...
– Бар, ҡайтығыҙ, – тине врач.
Кеҫәһенән яулығын алып, ул Сабирҙың ямғырҙа еүешләнгән битен һөртөп алды.
– Рәхмәт, – тип беренсе тапҡыр өндәште яраланған кеше.
– Тик кенә ят, – тине Йәүҙәтов. – Хәҙер хафаланырға бер генә сәбәп тә юҡ.
Ул, ергә һикереп төшөп, Сергей Сергеевич эргәһенә килеп баҫты.
– Йә, әҙерһеңме?
Улар Сергей Сергеевич менән биш йыл буйына бергә эшләй. «Ашығыс ярҙам» машинаһы ошо ваҡыт эсендә ҡайҙарҙа ғына булманы, ниндәй генә ауыр шарттарҙы осратманы, күпме генә бәләләргә тарыманы! Тик Карапузенконың оҫталығы арҡаһында ғына улар бөтә хәүефле ерҙәрҙән дә иҫән сыҡты. Уға ышаныс ҙур, шулай ҙа бындай ауыр шарттар булғаны юҡ ине әле.
– Тирә-яҡта тауҙар. Өҫтәүенә төн, – тине летчик. – Ҡойма ямғырға түҙер инең әле. Ләкин йәшен менән шаярып булмай. Әлбиттә, күтәрелеп ҡарарға була, ләкин имен генә осоп китербеҙ тип, ышандыра алмайым. Өмөт юҡ тиерлек. Шулай ҙа, һеҙ ҡушһағыҙ, тәүәккәлләп ҡарарға мөмкин.
Шаулап яуған ямғыр аҫтында бер-береһен ишетер өсөн, улар ҡысҡырыбыраҡ һөйләште. Ҡапыл самолетта ятҡан Сабирҙың тауышы ишетелде:
– Минең өсөн генә ул тиклем баш ватмағыҙ, – тине ул.— Күп тигәндә миңә бер сәғәт йәшәйһе ҡалды. Уны һиҙеп торам. Хәлем бик насар... әй, барыбер!
Сергей Сергеевич һиҫкәнеп китте. Уға Йәүҙәтов кеүек үлемдең йөҙөнә ҡараусы йәки ғүмерҙең һуңғы минуттарын кисереүсе кешеләр менән һөйләшергә тура килмәгән, күрәһең. Ул аптырап ҡалды. Йәүҙәтов ауыр ҡулын, күпте күргән усын летчиктың елкәһенә һалды ла:
– Хәҙер күтәрелә алмағас, ниндәй өмөт ҡала? – тип, был юлы аҡрын ғына өндәште.
– Таң атҡас, ни булһа ла күтәрелермен, уға ышанам.
– Һин миңә «таң атҡас» тип һөйләмә, нисә сәғәт көтөргә кәрәк, шуны әйт.
– Өс сәғәттән таң ата.
Бер аҙ уйлап торғас, Йәүҙәтов:
– Ярай, – тине. – Өс сәғәт түҙербеҙ.
Летчик, ышанмай, башын сайҡаны:
– Мин врач булмаһам да күреп торам... Бушты бушҡа бушатыу булмаҫмы?
Йәүҙәтов тағы ла ҡабатланы:
– Өс сәғәт түҙербеҙ, – тине ул. – Түҙергә тырышырбыҙ.
– Ҡалырға булғас, һеҙ миңә самолетты нығытырға ярҙам итегеҙ инде, – тип мөрәжәғәт итте летчик. – Ел көсәйгәндән-көсәйә.
Шулай тигәс, Йәүҙәтов елгә иғтибар итте. Ул ысынлап та самолетты ҡуҙғатырға тырыша, килеп-килеп ярһып бәрелә лә ыжғырып, ыңғырашып ҡуя. Салт-солт атылып торған йәшен аҫтында улар дүрт ҡаҙыҡ ултырттылар һәм самолетты, бауҙар менән нығытып, бәйләп ҡуйҙылар. Хәҙер, әйҙә, дауыл ярһый бирһен, ҡурҡыныс түгел...
Ямғыр ҡотороп яуа. Һаман әле күк күкрәгән һайын тауҙар ишелгән кеүек тойола, ошо минуттарҙа ҡайҙалыр ҡасаһы, боҫаһы килә.
– Инде һеҙ, Сергей Сергеевич, йоҡлағыҙ, – тине ауыр тәбиғәтле Йәүҙәтов. – Батырға ла ял кәрәк тиҙәр бит. Тыныс йоҡлағыҙ, ваҡыт еткәс, үҙем уятырмын. Хәҙер бөтә өмөт һеҙҙә...
Карапузенко тағы ла ниҙер әйтмәксе ине лә, тыйылды булһа кәрәк. Тик ул:
– Таңды хәйерле генә ҡаршыларға насип булһын, – тине.
– Шулай булһын...
Йәүҙәтов үҙе эргәһенә ултырғас, Сабир башын борорға тырышты. Ләкин булдыра алманы.
– Юҡҡа ғына борсолмағыҙ, – тине ул.
– Нисек инде, юҡҡа ғына? Һине ҡотҡарыр өсөн бөтә сараларҙы күрәбеҙ, уны үҙең күреп тораһың...
Ысынлап та, Йәүҙәтовтың өмөтө ҙур инеме? Әллә ул Сабирҙы йыуатырға ғына тырыша инеме? Врачтың вазифаһы шул бит. Әллә булмаһа, михнәт сигеүсе кешенең һуңғы минуттарын еңеләйтергә генә маташа инеме? Уның өсөн алдарға ла була. Хатта бындай шарттарҙа яғымлы, ләкин ялған һүҙҙәр мотлаҡ кәрәк.
Иллә мәгәр Йәүҙәтов үҙен үҙе алдарға теләмәй: яралы кешенең хәлен ул бик яҡшы аңлай. Хәҙер, ошо минутта, уға бер ниндәй ҙә дарыу ярҙам итмәйәсәк, ҡул тейҙереп тә булмай. Операция өҫтәленә тиклем уға ярҙам итерлек бер генә шифалы дарыу бар – ул да булһа һүҙ.
Эйе, бик ябай һүҙҙәр! Ләкин уларҙы врач әйтергә тейеш. Ул ауырыуҙы ышандыра, унда өмөт тыуҙыра алғанда ғына Сабир таң атҡанды көтә аласаҡ. Xәҙер иң яуаплы бурыс шул.
Быуаттар буйына шул турала яҙыла һәм һөйләнелә. «Врач һүҙе йәнде һаҡлай», тип юҡҡа ғына әйтелмәй. Уның һәр бер һүҙенең хакимлыҡ ғәйрәте әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Ауырыу өсөн ул бойороусан талап булып та, буйһондороусы әмер булып та яңғырай. Шул арҡала күпме ғүмер һаҡланып ҡалына! Ләкин ул һүҙҙе таба белергә кәрәк, иң ауыры шул.
Исмәғил Йәүҙәтов институтта уҡыған йылдарҙы иҫенә төшөрҙө. Уның күҙ алдында профессор Благонравов иҫ киткес тәжрибә яһап күрһәткәйне. Врач, үҙ һүҙенең көсөн иҫбат итер өсөн, һап-һалҡын баҡырҙы ауырыуҙың тәненә тейҙерер алдынан уға: «Был баҡыр аҡсаны ут өҫтөндә ҡыҙҙырҙыҡ, шуға күрә ул тейеү менән тәнегеҙ бер аҙ шешәсәк, ләкин түҙегеҙ, шулай кәрәк», – тине. Шунан һуң бөтә студенттар ғәжәп хәлде күрҙе: һалҡын баҡыр тәңкә тейгән урын ябай бешкәндәгесә ҡабарып сыҡты.
Бына хәҙер ҙә шулай ышаныслы һүҙ табаһы ине. Ҡайҙа йөрөйһөгөҙ һеҙ, өмөтлө һүҙҙәр?
– Һин, Сабир, оҙаҡламай эшеңә кире ҡайтырһың, – тип башланы Йәүҙәтов. – Урман һине онотоп та өлгөрмәҫ – ҡайтып та төшөрһөң. Операциянан һуң күп тигәндә бер ай ятырһың...
– Хәҙер мин леспромхоз өсөн кәрәкле эшсе түгелмен, – тине Сабир. – Ике аяҡлы – бер кеше, бер аяҡлы – ярты кеше, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.
Xата юл! Йәүҙәтов уны аңланы: был һүҙҙәр икенсе ерҙә, икенсе шартта әйтелергә тейеш. Хәҙер түгел, үлем алдынан түгел.
Хатаны ҡабатларға ярамай. Нимә эшләргә?
Летчиктың арҡаһы ғына күренә, уның башы алға табан эйелгән. Йоҡлап китте булһа кәрәк.
Йәшен йәшнәгән һайын самолет эсе зәңгәр төтөн менән тулған кеүек була.
Йәүҙәтов! Һин эҙлә ул һүҙҙәрҙе, тап!
2
Исмәғил Йәүҙәтовтың үҙ башынан да бындай хәл үткәне бар, уның да ярҙам һорап, мохтаж булғаны иҫендә. Кеше өсөн иң ауыры — ғүмерҙән ваз кисеү, бөтә дәрттәрҙе быуыу, донъянан өмөт өҙөү, ғәмһеҙ ҡалыу, әлеге шул күңел төшөнкөлөгөнә бирелеү.
…Һуғыштың башы, һәр кемгә билдәле булған ауыр айҙар ине. Дошман самолеттары бомбаларын ташлап киткәс тә, Йәүҙәтов операцияны дауам итә. Арыр һәм ҡурҡыр өсөн ваҡыт юҡ. Был көндә ун хирург та шул саҡлы яралы кешегә ярҙам итеп өлгөрмәҫ ине.
Полк командиры үлде, тинеләр. Унан һуң ауыр йәрәхәтләнгән комиссарҙы килтерҙеләр. Тағы ла бер сәғәттән һуң улар урынына ҡалған командирҙар ҙа ҡырылды; ике сәғәттән уларҙың урынбаҫарҙарының урынбаҫарҙары харап булдылар, – бына улар бөтәһе лә ошонда, Йәүдәтов алдында ярҙам көтөп ята.
Бындай дәһшәтле көн һуғышта ла һирәк булалыр.
Ярты көн ауышҡас, бер санитар йүгереп килде лә:
– Беҙҙекеләр ауылды ташлап китә, беҙ генә тороп ҡалабыҙ, – тип ҡысҡырҙы.
– Күҙемдән юғал! – тип әмер бирҙе лә Йәүҙәтов операцияһын дауам итте.
Икенсе кешегә операция яһар алдынан ул тәҙрәгә күҙ ташланы. Ысынлап та, һалдаттар сигенә, бер кемдең дә дошман ҡулына эләккеһе килмәй бит… Ә ул, дошман, һаман баҫып килә...
Ошо минутта йөрәктең ниндәйҙер ҡылы өҙөлгән кеүек булды. Моғайын, бер аҙна рәтләп йоҡламау ҙа, ҡан эсендә туҡтауһыҙ эшләү ҙә – бөтәһе лә нервыларҙы ҡаҡшатҡандыр. Күңел төшөнкөлөгө еңде. «Ниңә әле мин был кешеләрҙең аяҡтарын киҫәм, ҡабырға һөйәктәрен ямайым, ҡан эсендә маташам?» – тигән иң ғәмһеҙ һәм иң йәмһеҙ уй килде. «Беҙ бөтәбеҙ ҙә бына хәҙер үләсәкбеҙ. Нәүбәттәге бомбаның йә снарядтың беҙҙең түбәгә төшөүен генә көтөргә кәрәк. Бөтә эш — бушлыҡ, юҡлыҡ, һис кәрәкмәгән тыпырсыныу. Бына ошолай ултырырға ла үлергә. Иң еңеле шул: бер ни тураһында ла уйламаҫҡа. Иң тәүҙә мейене үлтерергә кәрәк, унан еңелерәк булыр... Шулай, тыныслан, ҡыймылдама. Шым бул! Миңә ни ҡалған? Мин бер үҙем генә нимә эшләй, нимәне үҙгәртә алам? Ниңә шул фекер әле генә, яңы ғына килде икән! Элегерәк килмәгән!? Тотонма ул үткер бысаҡтарға, ташла алъяпҡысыңды, йыртып ал битеңде ҡаплаған масканы! Рәхәтләнеп бер тын ал, исмаһам, киң итеп, шунан һүнерһең, мәңгегә тынырһың...»
Был хәл нисә минут дауам иткәндер, уныһын Йәүҙәтов әйтә алмай, операция ваҡытында ярҙам иткән медсестра яҡын килеп ниҙер әйткәс кенә, ул һиҫкәнеп китте – быныһы ла уның иҫендә.
Шул ҡатын уға ҡапыл Әлфиә булып күренде, шул образ уны уятты. Был да Йәүҙәтовтың иҫендә.
Шул минутта ергә, йырға, ҡош тауышына, дуҫтарға, һылыу ҡыҙҙарға булған бөтә ҡәҙерле тойғолар Әлфиә булып уның күҙ алдына килеп баҫты һәм уны ысынбарлыҡҡа ҡайтарҙы.
Исмәғил Йәүҙәтов шул көйө урамға йүгереп сығып, сигенеүсе һалдаттар алдына баҫты ла:
– Туҡтағыҙ, тим! – тип ҡысҡыра башланы. – Туҡтағыҙ! Һеҙ бынан һуң нисек итеп һөйгән кешеләрегеҙҙең күҙенә ҡарай алырһығыҙ! Шуны уйлағыҙ!
Белмәйем, ни тәьҫир иткәндер, шул һүҙҙәрме, әллә булмаһа, ҡанлы алъяпҡыс кейеп өгөтләргә сыҡҡан врач үҙеме, иллә мәгәр һалдаттар кире боролдо һәм ауылды һаҡлап алып ҡалды, дошманды туҡтатты.
– Һин, Әлфиә, үҙең белмәй, ниндәй ярҙам иттең!
Бына хәҙер, күп йылдарҙан һуң, ошондай дауыллы төндә, Исмәғил Йәүҙәтов үҙенән-үҙе былай тип һораны: бәлки был Сабирҙың да үҙ Әлфиәһе барҙыр? Ир булғас, әлбиттә, яратҡан бисәһе йә ҡыҙы барҙыр, булмай булмаҫ. Ниндәй ирҙең һөйгәне хаҡында уйламай, йә әйтмәй үлгәне бар! Ундай ир юҡ...
Сабирҙың ҡан тамырын тотоп ҡараны ла:
– Һинең, Сабир, йөрәгең бына тигән! Ул бирешә торғандарҙан түгел,– тине ул. – Һинең кеүек мөһабәт кешене теҙләндереү еңел түгел ул, мин уны яҡшы аңлайым.
Быға Йәүҙәтовтың үҙенең дә ышанғыһы килде.
– Кәүҙә нисауа ла, хәҙер ул кемгә кәрәк! – тип көрһөнөп ҡуйҙы Сабир.
«Бәлки, ул үҙе үк һөйләр», – тип көттө врач, ләкин Сабир тынып ҡалды.
– Һин иң яҡын кешеләрең хаҡында ла онотма! – тине врач. – Улар өсөн дә йәшәргә кәрәк.
Сабир ыңғырашып ҡуйҙы.
– Әсмә лә хәҙер миңә сыҡмаясаҡ. Уйланаһы уйланған инде!
Был Әсмә тигән еп ныҡмы икән? Ул тиҙ өҙөлә торған түгелме? Ошо юл менән барһа, врач яңылышмаҫмы? Яратҡан кешеһен уятырлыҡ, өмөт тыуҙырырлыҡ көс Әсмәлә бармы? Ул бәғергә тоҙ һалыу булмаҫмы? Буш өмөтмө – түгелме?
Яуаплы минут килеп етте.
«Һин, йәшен, күк йөҙөндә уйнай бир, дәһшәтле уттарыңды атып бөтөү өсөн һиңә бөтә төн бирелә, тик таң атҡанда тын. Шулай кәрәк. Беҙ Сабир менән таң атҡансы түҙергә тырышырбыҙ! Көн килгәс, һин беҙгә ҡамасаулама, йәме?»
3
– Мин һинең Әсмәңде белмәйем, ләкин минең Әсмәмде Әлфиә тиҙәр, – тине врач. – Күп йыл элек мин уны трамвайҙа осраттым.
Сабир өндәшмәне.
– Ул саҡта Өфөлә трамвай йөрөй генә башлағайны. Ул мине көн һайын больницаға алып бара, алып ҡайта... Көндәрҙең береһендә трамвайҙа үҙем менән бергә эшләгән ике йәш врачты осраттым, беҙ үҙебеҙгә ҡыҙыҡлы һүҙ таптыҡ. Ҡапыл бер иптәшем, һүҙенән туҡтап, ситкә ҡараны ла: «Ниндәй һылыу ҡыҙ! – тип өндәште. – Уның менән танышыр өсөн ярты ғүмеремде бирер инем!» – тип өҫтәне. Мин дә артҡа боролоп ҡараным. Ғәжәп һылыу ҡыҙ беҙҙән ике эскәмйә аша ғына ултыра ине. Һис һүҙһеҙ, матур. Килешмәгән ере юҡ, ләкин иҫте китәргәне уның күҙҙәре ине. Ҙур ҡара күҙҙәр мең-мең дәрт менән, өмөт, быға тиклем һыналмаған бәхет менән тулған кеүек. Шуға күрә лә уның күҙе төшкән һәр урында шатлыҡ күпереп сыға һымаҡ тойола.
Әлбиттә, ҡыҙ беҙгә иғтибар итмәне. Беҙ, ирҙәр, бер-беребеҙгә ҡараштыҡ та, уның тураһында һүҙҙе дауам итеп, башҡа темаларҙы оноттоҡ.
Минең йәш, үҙемдә ышаныс күп саҡ, шунлыҡтан:
– Һин, дуҫҡай, ярты ғүмереңде миңә алдан биреп ҡуя алаһың, – тинем уға. – Мин мотлаҡ уның менән танышасаҡмын!
– Һин, Исмәғил, ашыҡма, – тип яуап ҡайтарҙы ул. – Танышҡас та бүләк һорарға өлгөрөрһөң. Ваҡыт ҡалыр. Ләкин, дөрөҫөн әйтәйем, асыуланма, һиңә ышанысым юҡ. Бындай ҡыҙҙар әсәнән һирәк тыуа, һәм улар бик ныҡ һайлана торған булалар...
Хәҙер инде нисек танышырға тигән ҡайғы артты. Иптәштәрем алдында әйткән вәғәҙәмде үтәргә тырышыу ғына түгел, ә ул ҡыҙ үҙе лә минең йөрәкте яулап алды. Нимә эшләргә? Ниндәй сара күрергә? Ниндәй аҡыл табырға?
Көндәрҙең береһендә вагонға алдан инеп ултырҙым да, һылыу ҡыҙ инеү менән, үҙ урынымды уға бирҙем. Үҙем уның эргәһенә баҫтым. Кәйеф яҡшы ине – ҡыҙ эргәмдә бит! Шуға күрә биш остановка буйына һис тыйылмай төрлө көлкө ваҡиғалар һөйләп барҙым. Ярты вагон көлдө, тик теге ҡыҙ ғына миңә иғтибар итмәне... Бер тапҡыр уға өндәшеп тә ҡараным: «Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?» – тигән булдым. Ләкин ул яуап ҡайтарманы.
Бына ниндәй ҡыҙ ине ул!
Барыбер өмөтөмдө өҙмәнем. «Өмөт ул – даръя!» – тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Тағы ла бер нисә көн уҙҙы. Трамвай торған урында теге ҡыҙҙы күреп ҡалыу менән, батыр атлап, уға табан йүнәлдем.
– Һаумыһығыҙ? – тинем.
Ҡыҙ миңә аптырап ҡараны ла:
– Һеҙ, моғайын, яңылышҡанһығыҙҙыр, – тине. – Мин һеҙҙе белмәйем.
Танышырға теләмәүе күренеп тора ине. Ундай ваҡытта, әлбиттә, ғәфү үтенеп боролорға ла китергә кәрәк. Ул берҙән-бер юл!
Ләкин, боролоп китеү – бөтөнләйгә унан ваз кисеү, тигән һүҙ бит. Шуға күрә лә мин уға былай тинем:
– Уйлар өсөн һеҙгә ике минут ваҡыт бирәм. Шул арала мине иҫкә төшөрөргә тырышығыҙ. Иллә мәгәр, төшөрә алмаһағыҙ, бик күңелле кешенән мәхрүм ҡаласаҡһығыҙ, – тип өҫтәнем. – Быныһы көн кеүек асыҡ.
Әлфиәне иҫенә төшөрһә, Йәүҙәтов бөтә донъяһын онота, әле лә Сабир ҡапыл өндәшкәс, һиҫкәнеп китте:
– Шунан нимә булды? – тине Сабир, зәғиф тауыш менән.
– Шунанмы?.. Ҡыҙ, миңә табан боролоп, баштан-аяҡ ентекләп ҡарап сыҡты ла: «Ҡасандыр һеҙҙе трамвайҙа күреп ҡалғайным, буғай!» – тине. Шул көндән алып беҙ осрашҡан һайын иҫәнләшә башланыҡ.
Күп айҙар буйына шундай мөнәсәбәт һаҡланды. Көҙ килде. Ҡышҡы бурандар ҙа, тилереп өрөп, яҙ башында ғына тыйылдылар. Боҙҙар китер ваҡыт килеп етте. Мин һаман ҡыҙҙың кем икәнен, ҡайҙа эшләгәнен, хатта уның исемен дә белмәй инем. Ихлас мөхәббәт тотҡан кеше алдында ҡыйыу булып булмай ул. Моғайын, артыҡ хөрмәтләүҙән килеп сығалыр… Бер көндө һис көтмәгән хәл булды, ҡыҙ үҙе миңә мөрәжәғәт итте:
– Яңылышмаһам, һеҙ больницала эшләйһегеҙ булһа кәрәк, – тине ул. – Гел шунда барғанығыҙҙы күреп ҡалам.
– Һеҙ яңылышманығыҙ, мин – врач.
– Бигерәк тә яҡшы, – тип өҫтәне ҡыҙ. – Һеҙгә бер йомош төштө. Минең дуҫыма бурһыҡ майы эсергә ҡуштылар, ләкин уны табып булмай. Аптекаларҙа юҡ. Бәлки, һеҙ ярҙам итерһегеҙ, тип уйлағайным.
– Ярай, – тип шатландым мин. – Тапҡан хәлдә һеҙгә нисек итеп хәбәр итермен һуң?
– Минең исемем Әлфиә, – тине ул. – Телефон номерын яҙып алығыҙ: 2 – 88 – 32.
Бурһыҡ майы! Ҡайҙан һине табырға? Әлбиттә, мин таныш һунарсы Ғимран ҡартҡа йүгерҙем. Тик ул минең ышанысымды аҡламаны, өмөтөмдө өҙҙө.
– Күҙҙәрем насар күрә, шуға күрә бурһыҡҡа йөрөмәйем, – тине.
Дыуамал йәшлек сигенә белмәй ул! Мөхәббәт өсөн бер ни йәл түгел!
– Һораған хаҡтан тыш бер литр араҡы ҡуям, – тип ышандырҙым.
– Юҡ, барыбер… – тип киреләнде ул.
– Ике литр... Тағы ла өҫтәйем, өс литр!
– Күреп торам, аҡылдан яҙғанһың, – тине ҡарт. – Ярай, һинеңсә булһын, бурһыҡ булды тип һана!
Бер аҙна тигәндә, мин бурһыҡ майын Әлфиәгә тапшырҙым. Уның ҡул йылыһын әле булһа усымда һиҙәм. шул көндө Әлфиәнән башҡа йәшәй алмауымды бик яҡшы аңланым, бына ул мөхәббәт беҙҙе нимә эшләтә!
…Ел ярһып-ярһып самолетҡа килеп бәрелә. Фанера түбәгә борсаҡ һибеп торған кеүек, тамсылар бәрелә. Дауыл иҫкесә дауам итә, тик йәшен генә алыҫлаша башлаған кеүек тойолдо.
– Һуңынан нимә булды? – тине Сабир.
Уның өсөн һөйләнә бит был хикәйә! Сабирҙың үҫә барған ҡыҙыҡһыныуын күреп, Йәүҙәтов тынысланды. Төн аҡрынлап уҙып бара ине – шуныһы ла шатлыҡ.
– Шунан тиһеңме? Бер ваҡыт мин уны күрмәй түҙә алмай башланым, туп-тура Әлфиәнең өйөнә йүнәлдем. Ни булһа, шул булыр, тинем. Ишекте бер ҡарсыҡ асты. «Әлфиә өйҙәме?» – тип һораным. «Өйҙә, инегеҙ», – тине ул. Өйгә инергә минең ҡыйыулығым етмәне. Шул минутта ғына: «Бәлки, минең килеп сығыуым Әлфиә өсөн уңайлы түгелдер, – тип уйланым. – Бәлки, уның һөйгән кешеһе барҙыр! Ире булыуы ла бик мөмкин. Мин уның хаҡында, исеменән башҡа, бер ни ҙә белмәйем дә баһа». Шуға күрә лә: «Үҙе сыға алмаҫмы икән?» – тип һораным.
Ҡарсыҡ күҙҙән юғалып та өлгөрмәне, Әлфиә үҙе йүгереп килеп сыҡты. Бына әле лә уның кейеме, сәсенең нисек ятыуы, – бөтәһе, бөтәһе лә иҫемдә! Уның ғәжәп матур күҙҙәрендә шатлыҡ билдәһе һиҙелгән кеүек тойолдо.
– Килеп бик яҡшы эшләгәнһегеҙ әле, – тине ул. – Әйҙәгеҙ, Исмәғил, уҙығыҙ, уҙығыҙ?
Был юлы мин ҡаршы килеп торманым, әлбиттә.
Йәүҙәтов шулай тине лә Сабирға ҡараны. Ул тыныс тын ала – шуныһы һәйбәт. Ләкин ул врачтың тынып ҡалыуын һиҙеп:
– IIIунан? – тип өндәште.
– Әлфиә үҙенең шатланыуын шунда уҡ раҫланы. Өҫтәлдә ятҡан ике билетын урталай йыртты ла: «Килеп бик яҡшы эшләгәнһегеҙ әле, – тине. – Күңелһеҙ кеше менән театрға барыуҙан азат иттегеҙ!» Шул көндән башлап йыш осраша башланыҡ.
– Шунан? Шунан! – тип ашыҡтырҙы Сабир.
– Тағы ла бер көн иҫемдә... Ул көндө беҙ беренсе тапҡыр үбештек, был танышыуға ике йыл уҙып киткәс булды... Шунан ул минән: «Тормошта һинең берәй ҡыҙҙы яратҡаның бар инеме?» – тип һораны.
«Бар ине!» Алдайһым килмәне. Шундай изге ҡыҙ алдында ялған һөйләргә телем барманы. Минең яуапты ишеткәс, ул иларға тотондо. Ундай үкһеп илаған кешене уға тиклем дә, унан һуң да күрмәнем. Ҡапыл ул тыйылды ла, һикереп тороп, миңә былай тине: «Исмәғил, сығып кит, – тип ишеккә күрһәтте. – Донъяға мин уртаҡ ҡатын булып йәшәр өсөн тыумағанмын. Шуға күрә, һин мине ҡалдырып кит...»
– Сабир, һинең шундай хәлдә ҡалғаның бармы? Һине ҡыҙҙар ҡыуғаны бармы? Мине ҡыуҙылар. Шул минутта уның менән мәңгегә айырылышыуымды яҡшы аңланым. Шундай ауыр булды, һүҙ менән әйтеп аңлатып булмай, уны кисерергә кәрәк. Айырылмаҫ өсөн үтенергә лә, ялбарырға ла, тәүбә итергә лә әҙер инем, ләкин уларҙың береһен дә эшләмәнем. Бәхеткә ҡаршы, ир булып ҡала белдем. Ғорурлығым етте. «Ярай, – тинем, – Әлфиә, мин китәм. Башҡа осрашмабыҙ. Теләһәң, сит ҡалаға күсермен. Һине һөйгән кеүек мин бер кемде лә ярата алмаясаҡмын, уныһын беләм. Шулай ҙа һинең алдыңда илай ҙа, ялына ла алмайым. Хуш бул!»
Шунда ла сығып китке килмәй! Таш баҫҡыстарҙан төшкәндә, аяғым ергә йәбешкән һымаҡ булды, атлап булмай. Ләкин барыбер атларға, бынан китергә кәрәк.
– Шунан? – тине Сабир.
Ул үҙенең һыҙланыуын онота төшкәндер, уның һорауында шундай ҙур ҡыҙыҡһыныу бар ине.
– Ҡапыл тәҙрә асылды, «Исмәғил, китмә!» тип ҡысҡырҙы Әлфиә. Мин тыйыла алмай кире боролдом, йүгереп өйгә индем.
– Ишекте биклә! – тине Әлфиә.
Мин бикләнем.
– Мин дә һинән башҡа тора алмауымды аңланым, – тине ул.
Бер аҙнанан һуғыш башланды, мин беренсе эшелон менән фронтҡа киттем. Оҙатырға килгән ҡыҙҙан былай тип һораным:
– Әлфиә, – тинем. – Һин шундай һылыу ҡыҙһың. Мин йәмһеҙмен. Шуны аңлат, ниңә мине һайланың? Һуғышҡа китер алдынан шуны белгем килә...
– Ул нимә тине? Шунан? – тип мине ашыҡтырҙы Сабир.
– Шунанмы?..
4
– «Минең өсөн, ҡыҙ кеше өсөн, – тине Әлфиә, – эс серҙәрен асып һалыу, бәлки, килешеп тә етмәйҙер. Тойғоларҙың тыуыуын, алмашыныуын һөйләп тороуҙың кәрәге лә юҡтыр, ләкин мин һинән, Исмәғил, бер ни ҙә йәшергем килмәй. Һинең врач булыуыңды ла иҫемдә тотам. Һин кешеләрҙе яҡшы аңларға тейешһең, кисерештәрҙе таный белергә тейешһең... Ун алты йәш тулғансы мин, көҙгө ҡаршыһына ултырып, йыш ҡына күҙ йәше түгә инем. «Минең кеүек йәмһеҙ ҡыҙҙы берәү ҙә яратмаҫ инде», тип ҡайғыра инем. Ун ете тулыу менән бөтә тормошом үҙгәрҙе. Инде егеттәрҙән ҡайҙа ҡасырға белмәй инем. Үҙемдең кешеләргә оҡшауымды бик яҡшы аңланым. Мин ул ваҡытта урта мәктәптең һуңғы класында уҡый инем. Шунда үҙем менән бергә уҡыусы Ринат тигән егет артымдан йөрөй башланы. Ләкин мин торған урам малайҙары минең һайлауҙы хупламаны, улар үҙҙәре мине киноға, йә театрға саҡырырға ынтылалар ине.
Кистәрҙең береһендә беҙҙең урамда тороусы малайҙар Ринат менән мине уратып алдылар ҙа, минең егеткә ҡапҡа башына менеп әтәс булып ҡысҡырырға ҡуштылар. Ул буйһондо! Бындай мәсхәрә хәлде күреү менән мин йүгереп ҡайтып киттем. Шундай оят ине! Исмаһам, Ринат һуғышһын, туҡмалһын, ләкин ундай хурлыҡҡа риза булмаһын ине. Әлбиттә, Ринатты ташланым. Ҡурҡаҡ кешеләрҙе ҡатын-ҡыҙҙар яратмай. Егет менән осрашмаҫ өсөн генә уҡыған мәктәпте ташлап, икенсе мәктәпкә күстем. Һуңынан ул үҙе лә, уның туғандары ла миңә ялынып, өгөтләп ҡаранылар, ләкин уның менән башҡаса осраша алманым. Ҡапҡа башында ултырыусы егет мине һаман эҙәрлекләй ине.
Тураһын әйтәйем, иғтибарға өйрәнгәнмен. Мин иркә мөнәсәбәтте генә күргән кеше. Бына шундай ҡыҙ эргәһенә бер ваҡыт берәү килә лә асыҡтан-асыҡ: «Һиңә ике минут ваҡыт. Йә һин мине таны, йә мине юғалтаһың!» – ти. Хатта ғәҙәттә әйтелә торған өс минутты ла бирмәне, ике менән сикләнде. Ундай мөнәсәбәткә өйрәнмәгәйнем, шуға күрә боролоп китергә лә уйлағайным. Ләкин икенсе уй еңде: «Туҡта әле, – тинем мин үҙемә. – Был егетте һынап ҡарайым: ысынлап та, бик күңелле кешеме, әллә буш маҡтансыҡмы?»
Унан үҙең беләһең, ул һынау ни менән тамамланды... Ҡатындар ихтыярлы ирҙәрҙе ярата... Мин һине буйһондорорға тырышып, ҡыҙҙарҙа була торған бөтә хәйләләрҙе файҙаланып ҡараным. Ул ҡорал беҙҙә етерлек ул! Ләкин һин еңдең. Һин ҡайҙа саҡырһаң, мин шунда йүгерә инем дә баһа! Иҫеңдәме?»
– Фронттан ҡайтҡас, беҙ тағы уның менән осраштыҡ, – тине врач.
Ауырыу өсөн, уның өмөтө өсөн шулай тип әйтергә кәрәк ине. Ләкин икенсе Исмәғил Йәүҙәтов, йөрәге һыҙлай белә торған кеше, тарихтың ысынын белә. Әлфиә икенсе кешегә тормошҡа сығып, һуғыш ваҡытында Өфөнән сит ҡалаға китте. Бәхетле мөхәббәт булманы. Бәлки, шуға күрәлер, Йәүҙәтов әле булһа өйләнә алмай...
– Шунан? – тине Сабир.
– Шунанмы? Шунан бына хәйерле таң килеп етте! – тип йылмайҙы Исмәғил Йәүҙәтов.— Бына беҙ уны көтөп тә алдыҡ...
Ауыр ҡулын алда ултырған летчиктың елкәһенә һалды ла:
– Ҡуҙғалырға ваҡыт! – тине.
Алһыу зәңгәр офоҡ беленер-беленмәҫ кенә яҡтырып килә ине.
Әнүәр БИКЧӘНТӘЕВ
Автор тураһында:
Әнүәр БИКЧӘНТӘЕВ (1913 – 1989) – фронтовик яҙыусы, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премиялары лауреаты. Октябрь Революцияһы, Ҡыҙыл Байраҡ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Почет Билдәһе ордендары кавалеры.
1913 йылдың 4 октябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Ырымбур педтехникумын тамамлап, Алыҫ Көнсығышта уҡытыусы булып эшләй. Әрме хеҙмәтен үткәс, Өфөгә ҡайта һәм үҙен журналистикала һынап ҡарай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, үҙе теләп фронтҡа китә. Полк комиссарҙары курсын тамамлап, төрлө фронтта һуғыша. 2-се Украина фронты һәм 27-се армия гәзиттәрендә хәрби хәбәрсе була. Һуғыштан һуң М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлап, тик яҙыусылыҡ эше менән була.
«Лондонға хат» исемле тәүге хикәйәһе 1934 йылда «Коммуна» гәзитендә баҫыла. 1944 йылда рус телендә «Ҡыҙыл мәктәр» тигән китабы сыға. Артабан үҫмерҙәр һәм ололар өсөн күп һанлы повесть, хикәйә, романдар ижад итә.
1989 йылдың 18 майында Өфөлә вафат булды.