Был ауыр көндәрҙә

Әллә ҡапҡа төбөндәге ҡуш тирәк таң алдынан ҡуҙғалған елгә шаулап уятты Нурияны, әллә әсәһе...

Был ауыр көндәрҙәБыл ауыр көндәрҙә
Был ауыр көндәрҙә


– Тор, Нурия, тор, облава була, тиҙәр!..
– Ә?!
Шомло хәбәр Нурияның йоҡоһон тиҙ ҡасырҙы. Ул, шөбһәләнгән ҙур ҡара күҙҙәрен киң асып, шунда уҡ урынынан һикереп торҙо ла ут алмайынса ғына ашығып кейенә башланы.
– Әсәй! – ҡыҙ, ишетелер-ишетелмәҫ кенә шыбырҙап, Фәриҙә апайға мөрәжәғәт итте: – Ҡасан әйттеләр?
– Яңы ғына... – әсә, елкәһенә төйөп бәйләгән сәсен төҙәткеләп, яулығын яңынан бәйләне, йоҡа ирендәрен күгәргәнсе ҡыҫып, тәҙрәгә күҙ һалды, ә Нурия бүтәнсә төпсөнөүҙе кәрәк тапманы. Тимәк, йәштәрҙе тағы ла эшкә йыялар. Тауар вагондарына бикләп, тағы ла Германияға ҡыуырҙар уларҙы.
Нурия, һуңғы ваҡытта облавалар бик йышайғас, йоҡларға ятҡанда кейем-һалымын үҙенең эргәһенә генә ҡуя ине. Шуға ла ул, тревога сигналы менән күтәрелгән һалдат кеүек, бик тиҙ йыйынып бөттө. Унан, ипләп кенә форточканан башын тығып, тирә-йүнгә ҡараны. Тышта бөтә ерҙә таң һыҙылыр алдынан була торған ҡуйы ҡараңғылыҡ йәйелгәйне. Көслө ел ағастарҙы шаулата. Ваҡыт-ваҡыт урам яҡта гитлерсыларҙың мөң­гөрҙәшкәне ишетелеп ҡуйғылай...
Нурия ҡыйғас ҡара ҡаштарын йыйырып, форточканы яй ғына япты, ҡулдарын йоҙроҡлап, үҙ алдына әсенеп һөйләнде:
– Эх, урманға китеп өлгөрә алһаҡ!
Әсә ауыр көрһөндө:
– Урам тулы һалдат...
Нурия тулҡынланыуҙан өшөп киткәндәй ҡалтыранып ҡуйҙы.
– Ә ниңә башламайҙар?
– Яҡтырғанды көтәләрҙер...
Немец фашистары тылында тороп ҡалған алыҫ украин ауылы Тарасовкала 1943 йылдың август иртәһендә булды был хәл.
Нурия әсәһен үбеп алды ла, өҫтөнә йылы бушлатын кейеп, тауыш-тынһыҙ ғына тышҡа сыҡты. Тәҙрәнән ҡарап ҡалған әсә бәләкәй генә шәүләнең ҡуш тирәккә табан эйелеп үтеүен абайланы. Унан ул шәүлә тирәк олоно менән бергә ҡушылды, юҡ булды... Тик шунда ғына Фәриҙә апай иркен тын алды: “Шулай тынысыраҡ булыр, дошманға ышаныр хәл юҡ...”
Әсәнең хәүефләнеүе бер ҙә урын­һыҙға түгел ине. Нурия ла ун алтынсы йәш менән бара бит инде. Дөрөҫ, баштараҡ гитлерсылар йәш-ел­кен­сәктең ун алтыһы тулып еткәндәрен генә повестка менән саҡырталар ине. Хәҙер тикшереп тормайҙар... Хәйер, тикшеренерлеге ҡалмағандыр инде фрицтың: бөтә фронтта ла туҡмала, тиҙәр бит. Ҙур юғалтыуҙар күреп сигенгән ғәскәрҙе тулыландырыу өсөн хатта Германиялағы завод-фабрика эшселәрен дә һуғышҡа ҡыуалар, ти. Билдәле, бындай хәлдә улар, ситлектәге йыртҡыс шикелле, төрлө яҡҡа һуғылалыр: һалдаттар ҙа кәрәк, эшсе ҡулдар ҙа...
Фәриҙә апай шуға ла: “Юҡ, уның ҡыҙы ла, бүтәндәр ҙә фашистик Германияға каторга эшенә оҙа­ты­лырға тейеш түгел, – тип йәнә бер тапҡыр күңеленән кисерҙе. – Нисек тә дошман үткәргән сараларҙы юҡҡа сығарырға кәрәк! Ана, партизандар ҙа йоҡламай. Улар инде юлдағы бер нисә эшелонды туҡтатып, меңдәрсә йәш кешене немец ҡоллоғона ки­теүҙән ҡотҡарҙы...”
Ҡуш тирәк шаулай. Хәҙер инде ул Нурияны үҙенең ҡыуышына йәшер­гәненә ҡыуанып шаулайҙыр төҫлө тойола ине.
Ҡуш тирәк тигәс тә, ихаталағы ике тирәктең берәүһе хәҙер юҡ инде. Шулай ҙа исеме элеккесә ҡалды – ҡуш тирәк.
Әйләнәһенә биш ҡолас етмәҫ мөһабәт ҡуш тирәктең бер олонон һуғыш башланыр алдынан йәшен һуҡҡайны. Тора-бара ошо ағас олоно, үҙәгенә һыу китеп, боҙолдо ла эсенә бәләкәйерәк айыу һыйырлыҡ ҡыуыш барлыҡҡа килде. Ул ҡыуышты, иң беренсе булып, ағас баштарына менергә яратҡан Нурия тапты һәм уны тиҙҙән үҙенең ышаныслы йәшенеү урынына әйләндерҙе.
Ысынлап та, был ҡыуыштың яп­раҡтар менән ҡапланған ауыҙын ситтән ҡарағанда күрерлек түгел. Йәшенгән кешене, ғәҙәттә, алыҫ­таныраҡ эҙләйҙәр бит. Унда инде Нурия гитлерсылар үткәргән облаванан ике-өс тапҡыр йәшеренеп ҡалғайны. “Бөгөн ни булыр? Эшкә ебәреү өсөнмө был облава әллә башҡа бер яуызлыҡ әҙерләйме дошман?”
Нурия ниндәйҙер ҡурҡыныс яҡын­лашыуҙы тойоп, үҙе лә һиҙмәҫтән, ҡыуыш мөйөшөндәге гранатаны ҡапшап ҡуйҙы. “Юҡ, улай-былай була ҡалһа, буш ҡул менән бирелмәм...”
Ләкин немецтар һаман башламаны. Тик йылға аръяғындағы Трновое ауылы төбәгендә генә кемдәрҙер бер тын атышып алды. Унан тағы тынлыҡ урынлашты. Был атышыу ни эшләптер Нурияның хәтеренә һуңғы йылдарҙа булған хәлдәрҙе төшөрҙө.
Тарасовка – поселок тибындағы ҙур ауыл. Уның арғы башында, йыл­ғалағы таш быуа янында, ҡағыҙ фабрикаһы урынлашҡан. Нуриялар йәшәгән бирге башында – “Червоний прапор”* колхозы; йәшеллеккә, емеш-еләк ағастарына күмелгән бай ауыл. Өҫтәүенә, эргәлә генә ҙур леспромхоз менән таҡта ярыу заводы ла бар.
Шунда тыуып, шунда үҫте Нурия. Әсәһе уға Нурия тип, күңеле тартҡан исемде ҡуштырғайны. Атаһы ла ҡаршы килмәгәйне, ләкин күрше-күлән Нурияны үҙенсә, яратып, “Наталка» тип кенә йөрөтә башланы. Быға әкренләп бөтәһе лә күнде.
Нурия бала саҡта күберәк малайҙар менән уйнарға ярата, ҡара бөҙрә сәсен ҡыҫҡа ғына алдырып йөрөй ине. Тик һуңғы йылдарҙа ғына, ниҙер уйлап, сәсен иңбаштарына төшөп торорлоҡ итеп үҫтереп ебәрҙе. Ҡыҙ­ҙың аҡшар түңәрәк йөҙөн тирәләп алған ул ҡуйы сәс Нурияны нисектер уйсаныраҡ та, бер аҙ ҡырыҫыраҡ та итеп күрһәтә ине. Әсәһе ҡарашын йыш ҡына уға төбәй ҙә: “Сәсе, күҙҙәре тиһеңме, буй-һынымы – бөткәне үҙем, – тип йылмайып ҡуя ине. – Тик бына танауы менән ирендәре генә...”
Юҡ, нәҙек тура танауы һәм бешкән ҡурай еләгендәй өрөнкө ирендәре менән генә түгел, ә оҙонораҡ муйыны, үҙ һүҙлелеге һәм теремеклеге менән дә Нурия атаһы яғына нығыраҡ тартҡайны. Менмәгән ере, йығылып төшмәгән урыны булманы уның. Тракторға ултырып алырға ла, юл төҙөүселәр янында, мазутҡа буялып, катокты этешергә лә ваҡыт таба ине ул. Шуға ла йәшенә ҡарағанда буйға бәп-бәләкәй күренгән был өлгөр ҡыҙ тураһында:
– Малай ғына булып тыуаһы ҡал­ған, ай-һай, сая! – тип һоҡланып һөйләй ине өлкәндәр.
Ысынлап та, атҡармаған эше, яр­ҙамлашмаған кешеһе юҡтыр Ну­рияның. Ул хатта леспромхозда күсмә электр станцияһы машинисы булып эшләгән атаһы Геннадий Васильевич янында ла йыш була ине. Уның менән ҡара урмандың сихри моңон тыңлап, кейектәргә генә таныш серле һуҡ­маҡтарҙа онотолоп йөрөйҙәр ине.
Әсәһе Фәриҙә Ғафуровна ла – урмансылыҡ эше белгесе. Улар атаһы Өфөлә армияла хеҙмәт иткәндә танышҡандар. Шунан бында ҡайтып, Тарасовкала йәшәйҙәр, ләкин Нурия әсәһенең тыуған ере – Башҡор­тостанды ла ташламай. Йыл һайын бара. Ҡырҡ беренсе йылдың йәйендә лә Дим буйҙарынан урап килергә йыйыналар ине. Гитлерсылар башлап ебәргән һуғыш өйөрмәһе генә бөтә планды емереп ташланы.
Һуғыштың тәүге көндәрендә үк армияға алынғайны Нурияның атаһы. Тиҙҙән: “Беҙ һуғышҡа индек. Бөгөн дошмандың етенсе атакаһын кире ҡаҡтыҡ. Байтаҡ танкын емерҙек, яндырҙыҡ. Беҙҙең ерҙә йөҙҙәрсә фашист үҙенең үлемен тапты. Шулай ҙа, ҡоторған йыртҡыстар кеүек, баш­ҡалары һаман өҫкә килә. Тиҙҙән һигеҙенсе атака буласаҡ... Ләкин, үлһәк үлербеҙ, тик сигенмәбеҙ!..” — тип яҙған хаты ла килгәйне. Һәм шул уҡ хатында ул: “һеҙ, ашығыс йыйынып, Өфөгә күсегеҙ. Тарасовканың тиҙ арала һуғыш уты аҫтында тороп ҡалыуы бар...” – тип тә өҫтәгәйне.
Әсәһе яуап хаты ла яҙырға өлгөрә алманы, военкоматтан извещение килтерҙеләр. Почтальонка Надя апай килтерҙе уны.
Әсә көршәккә һыу һалып тора ине. Почтальонка тауышын ишетеүгә, арҡа үҙәгенән ниҙер сымырҙап үтте. Йөрәге йыш-йыш тибергә тотондо.
– Надюся, тиҙерәк әйт, аҡыллым! Һин миңә ҡайғылы хәбәр кил­тер­ҙеңме?
Почтальонка яуап урынына әсәгә адресы машинкала баҫылған аҡ конвертлы бер хатты тотторҙо. Фәриҙә апай бындай хаттарҙың йүнлегә түгеллеген белә ине, бөтөнләй ҡо­йолоп төштө. Ҡапыл уның башы әйләнеп, күҙ алдары ҡараңғыланып китте. Ҡулындағы сүмесе ысҡынып, иҙәнгә бәрелде һәм күңелһеҙ генә зыңғырҙаны.
Бер бит ҡағыҙҙың бер генә яғына яҙылған һүҙҙәрҙе уҡығас, әсә күк­рәгенән асы хәсрәт ҡатыш һыҡраулы ауаз тышҡа бәреп сыҡты.
– Ай, балам! – тине ул, Нурияны ҡосаҡлап. – Ай ғәзизем, етем ҡалдыҡ беҙ һинең менән!.. Атайыңды үлтергәндәр...
Нурия ни эшләргә лә белмәне. Уның тамаҡ төбөнә ниндәйҙер әсе төйөр килеп ултырҙы ла тын юлын ҡапланы...
Ауыр, иң ауыр көндәрҙең береһе булғандыр ул көн Нуриялар тормошонда. Ул сағында ҡыҙға донъяла уның атаһынан да көслөрәк кеше юҡтыр һымаҡ тойола ине. Ана бит ул шашҡан фашистарҙың юлын нисек тотоп торған, нисек туҡмаған, нисек ҡыйратҡан, ә хәҙер һөйөклө атаһы юҡ... Атаһы булмағас, дошмандар Тарасовкаға бик тиҙ килеп етер кеүек тойолдо. Уның уйҙарын раҫлағандай, “Совинформбюро” батыр Ҡыҙыл Армия частарының фашистар менән ҡан ҡойғос ауыр һуғыштарҙан һуң тағы бер нисә ҡаланы ҡалдырыуын хәбәр итте; тағы, тағы ла...
– Әсәй! Әсәкәйем!.. Ни эшләйбеҙ һуң? Фашистар килер ҙә бөтәбеҙҙе лә быуып үлтерер бит... – тип әсәһенә һыйынды Нурия. – Мин... мин... Их, ҡулға ҡорал тота белмәйем, ата­йымдың үсен алыр инем дошмандан.
Ирендәрен сәйнәп, илай-илай ҡара көйгән Фәриҙә апай:
– Атайың урынына һуғышҡа үҙем китәм, ҡыҙым, – тине. – Минең әле мейес башында ятыр сағым түгел. Винтовканан ата ла, граната ташлай ҙа беләм, юҡҡа ғына Осоавиахим түңәрәгенә йөрөмәнем...
Эйе, Фәриҙә апайға әле ни бары утыҙ өс йәш. Дәртенең дә, көсөнөң дә ташып торған сағы. Тиҙ генә йыйынды ла: “Мин кискә әйләнеп ҡайтырмын”, – тип район үҙәгенә сығып китте. Ул унан үҙенең ҡай­ныһы Василь Жигадло бабай менән бергә ҡайтты. Тик күңеле бик бойоҡ ине.
Был көндө, эңер төшкәс, Нурияның ҡартатаһы тағы ла килде. Уның янында күршеләр ҙә бар ине: икеһе – ҡағыҙ фабрикаһынан, ҡалғандары – леспромхоз эшселәре. Улар байтаҡ ваҡыт донъя хәлдәре тураһында һөйләшеп ултырҙы.
Нурияны әсәһе, ҡартаталары кил­гәнсе үк, күрше бүлмәгә йоҡларға ятҡырғайны, ләкин донъя хәлдәре менән әҫәрләнгән ҡыҙҙың кер­пек­тәре йомолоп та ҡараманы. Ул ишек ярығы аша өлкәндәрҙең ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшеүен тыңлап ятты. Дөрөҫ, бик күп һүҙҙәр уның аңына барып етмәй ине, шулай ҙа ҡыҙ уларҙың фашистарға ҡаршы тиҙ һәм ныҡ тупланырға кәрәклеге хаҡында борсолоуҙарын аңланы.
Ана, ҡартатаһы – киң ҡаҡса яурынлы, оҙон буйлы аҡ һаҡаллы ҡарт – ҡая тау башынан үҙенең дошманына ташланырға әҙерләнгән бөркөт кеүек, бер аҙ алғараҡ ынтылған килеш бүлмә уртаһында баҫып тора. Уның һалынҡы һарғылт ҡаштары аҫтынан уҫалланып ҡараған күҙҙәре әллә ҡайҙа алыҫҡа төбәлгән. Ҡылыс танауы, нисектер, тағы ла ослайыбыраҡ киткәндәй тойола. Донъя елдәре ҡарайтҡан оҙонсараҡ ябыҡ йөҙөндә, киң маңлайында йыйырсыҡтар уғата тәрәнәйә төш­кән.
Нурия күп йылдар буйы лесничествола эшләгән ҡартатаһының тын­ғыһыҙ характерын яҡшы белһә лә, уның бындай ҡиәфәтен бөгөнгә тиклем күргәне юҡ ине әле. Әсәһе лә борсола. Ул ҡайныһына һүҙ ҡушырға ҡыймайынса ғына өҫтәл эргәһенә килде лә уға графиндан һыу һалып бирҙе. Ҡарт, иркенерәк һулыш алып, ултырғысҡа ултырҙы.
– Килен, ҡайҙа, бир әле теге извещениены?
Военкоматтан килгән белдереү ҡағыҙына тағы бер тапҡыр күҙ йөрөтөп сыҡҡас, ул:
– Молодец, Геннадий! Жигадлолар нәҫеленә хурлыҡ килтермәнең. Эшсе исеменә тап төшөрмәнең! – тип улына өндәшкәндәй һөйләнде. – Гитлерсыларға ҡаршы көрәштә үҙен үҙе аямайынса, батырҙарса һуғышып һәләк булды, тип яҙғандар. Тыуған ил өсөн күптәр ҡорбан була... Йә, әйт һин уны: шундай саҡта парторг мине эвакуацияға билдәләгән. Йәшең олоғайған, һинән башҡа ла ҡыйра­тырбыҙ, имеш, дошманды...
Ҡарт гитлерсыларға булған бөтә асыуын бер юлы күкрәгенән өрөп сығарырға теләгәндәй итеп тәрән көрһөндө лә тағы аяғүрә баҫты.
– Шунан? – тип йөпләп ебәрҙе завод эшсеһе.
– Шалишь, брат! Белмәһәң, бел, тинем. Василь Жигадло бабағыҙҙың ҡулына ҡорал алырлыҡ көсө бул­ғанда, фашистар беҙҙең ерҙе тапап йөрөй алмаҫ!..
Өй эсе берҙәм ҡуҙғалып, шаулап ҡуйҙы.
“Дөрөҫ, ҡартатаҡай, дөрөҫ!” – тип Нурия ла саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Уның күҙҙәренә был минутта инде дошман тылында хәрәкәт иткән күп һанлы партизан отряды күренгәндәй булды. Иң алдан ҡулына мылтыҡ тотҡан Жигадло бабай килә. Уның папахаһында – ҡыҙыл таҫма. Нурия үҙе лә партизан командиры – ҡартатаһы эргәһенән атлай икән, ти. Ул да папаха кейгән. Уның да алғы яғына ҡыҙыл таҫма тегелгән...
Ысынлап та, ҡайҙарҙа ғына бул­маған уның ҡартатаһы! Ул, үҙе әйтмешләй, Беренсе донъя һуғышы окоптарында уҡ азатлыҡ көрәшенә саҡырыусы революцион һалдаттар яғына сыға. Бер нисә тапҡыр яралана һәм, ахырҙа, граждандар һуғышы башланғас, легендар Щорс отрядында алыша. Тик бөтә ерҙә лә Совет власы урынлашҡас ҡына, шанлы революция һалдаты, тормошто тағы ла йәмлерәк итеп төҙөү өсөн ашҡынып, тыуған Тарасовка яҡтарына әйләнеп ҡайта.
Хәҙер ҙә, алтмышты уҙһа ла, партизан урмандарына беренселәрҙән булып китергә әҙерләнә һәм үҙенең бөтә йөрәге менән: “Күреп тороғоҙ, халыҡ нәфрәтенең сиге булмаҫ. Баҫҡынсыларҙың һәр аҙымы һайын, шырт кеүек тырпайып, ҡорос штыктар ҡалҡып сығыр. Шуларға сәнселеп дөмөгөр ҙә Гитлер ахырҙа...” – ти кеүек ине.
Ҡартаталары сығып киткәс тә әле Нурия, ишеткән-белгәндәрен ҡабат күңеленән кисереп, бик оҙаҡ йоҡлай алмайынса ятты.
Эйе, берәүҙәр армияға китер, икенселәр, кәрәк булһа, партизан һуҡмаҡтарына сығыр, өсөнсөләр тылға оҙатылыр. Тарасовкала ҡа­лырға теләүселәр ҙә табылыр, ә Нурияның әсәһе... Уны, ауырға уҙғанһың, тип армияға алмағандар. Шуға әрнеп-өҙгөләнеп, үҙен үҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәйенсә йөрөй ул. Атаһы кәңәшен тыңлап тылға китерме, бында ҡалырмы? Әгәр, “китәбеҙ”, тиһә, “мин олатай менән ҡалам” тип әйтермен, тип күңеленә беркетеп ҡуйғайны инде Нурия. Тик әсәһе ниңәлер был турала һүҙ ҡуҙғатманы.
Төрлө уй менән солғанған Нурия йоҡоға киткәндә, таң әтәстәре ҡысҡыра башлағайны инде...

* * *
Бер нисә көн үткәс, ҡаты шартлау тауыштары донъяны тетрәтте. Нурия урынынан һикереп торҙо ла тышҡа йүгереп сыҡты. Ни күҙе менән күрһен, ауылдың көнбайышында – йылға аръяғындағы үҙәнлектә ул­тырған Трновое ауылы өҫтөндә ҡара һөрөм, ялҡын аҡтарыла. Унда туптарҙан һәм мылтыҡтарҙан атышалар. Йылға күпере лә туҡтауһыҙ доңғорҙап тора. Уның аша, өҙлөкһөҙ ағым булып, ҡасаҡтар үтә. Мал-тыуарын арбаларына таҡҡан атлылар ҙа, йәйәүлеләр ҙә бар. Күберәге – ҡарт-ҡоро, бала-саға, ҡатын-ҡыҙ... Тарасовкала ла ығы-зығы ҡупты, илаш, ҡысҡырыш башланды, – ҡоттары осҡан кешеләр ҡулдарына беренсе эләккән әйберҙәрен алып, өйҙәренән сығып ҡасты.
Нуриялар ҙа шул ҡасаҡтар ағы­мының шөбһәле көсө менән тартып алынғандай, өйҙәренән атылып сыҡҡайны, әсәһе ихатала ҡапыл туҡтаны, мал аҙбары ҡапҡаһынан муйынын һуҙып мөңрәп торған ҡыҙыл һыйырға боролоп ҡараны.
– Аҙ ғына сабыр ит, ҡыҙым, – тине ул, – һыйырҙы сығарайым, йорт-ҡураға ут тоҡаныуы бар...
Иркенгә сыҡҡан һыйыр, хужабикә менән хушлашҡандай, уға һыр­паланып торған арала бер снаряд осоп килде лә яҡында ғына ер һелкетеп ухылданы, ә һыйыр, ҡаты ҡурҡыуҙан ауып, хужабикәгә һу­ғылды һәм уны ла, аяғынан йығып, үҙ аҫтында баҫып ҡалдырҙы.
– Ай!.. – ҡапыл Нурияның күҙ алдары ҡараңғыланды һәм ул үҙен үҙе онотоп, бар көсөнә сәрелдәне: – Әсәйемде ҡотҡарығы-ы-ыҙ!.. Ҡот­ҡарығы-ы-ыҙ!
Бәхеткә күрә, күршеләре килеп өлгөрҙө. Улар бергәләшеп әсәне һаҡлыҡ менән генә күтәреп алды ла уны Нуриялар йорто ҡаршыһындағы колхоз дворының таш подвалына – тыныс урынға индереп һалдылар. Хәҙер инде уның хәле шаулы ҡа­саҡтар ағымына барып ҡушылырлыҡ түгел ине.
Мылтыҡ, автоматтарҙан да ата башлауға ҡарамаҫтан, хафаланып килеп еткән Марфа инәй әсәһенә ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтте. Тиҙҙән ул, кендек әбейе булып, бәләгә осраған әсәнең үле тыуған балаһын да ҡабул итте.
Ә ауыл янында көслө алыш барҙы. Ундағы хәлде Нурия әсәһенән ҡасып таш подвалдан тышҡа сығып ингәндә генә белә ала ине. Башта беҙҙең ғәскәрҙәр күперҙе шартлатып, дошманды йылға аша үткәрмәй торҙо, биш-алты танкыһын яндырҙы. Тик фашистар күп ине, йылғаның һай еренән кискәс, ата-ата, ихаталар артындағы ҡалҡыулыҡҡа үрмәләне.
– У-у-у... Күпме фашист унда дөмөккән, нисәмә танк емертелгән! – тип һөйләне аҙаҡ был хаҡта Нурия әсәһенә.
Ауыл эсендә артыҡ ҙур бәрелештәр булманы тиһәң дә ярай. Шулай ҙа бер эпизод Нурияның хәтерендә тороп ҡалды. Беҙҙең артиллеристар яра­ланған атты мисәүенән ысҡындырыу өсөн, урам уртаһында туҡталып та өлгөрмәне, улар өҫтөнә, сылбыр тәгәрмәстәрен шалтыратып, немец танкыһы килә лә башланы.
– Ай, харап булалар! Иҙеп китә бит!.. – тип ҡобараһы ҡубып ҡыс­ҡырҙы подвал ишегенән ҡарап торған Нурия, ләкин тап шул ваҡыт ҡулына гранаталар бәйләме тотҡан бер ҡыҙылармеец таш подвал артынан атылып килеп сыҡты ла танкыға ҡаршы ташланды.
Күҙ асып йомған арала Нурия дошман танкыһы янында көслө күкрәү ҡатыш бөркөлгән ут ялҡыны һәм шул ялҡын эсендә юғары күтәрелгән ҡаһарман ҡыҙылармеецты айырым-асыҡ күреп өлгөрҙө. Бөтә донъяны емерерҙәй булып килгән танк ҡапыл өҫкә ырғып ҡуйҙы ла туҡтап ҡалды. Орудие тартҡан аттар урам буйлап сабып китте.
Шул уҡ ваҡытта, ҡыҙ, танк артынан йүгереп килгән фашист һалдатының подвалға табан граната ташларға һелтәнеүен шәйләп, ишекте япты, әммә аҫҡараҡ төшөп өлгөрә алманы, шартлау тулҡыны, күгәненән ҡупҡан имән ишек менән бергә Нурияны ла подвал эсенә алып ырғытты. Нурия иһә үҙенең ҡайҙалыр осоп барғанын һәм нимәгәлер бик ҡаты бәрелгәнен генә тойҙо. Унан һуң булған хәлдәр аңын юйған ҡыҙ зиһененә барып етмәне.
– Эх!.. – Марфа инәй шунда уҡ Нурия эргәһенә килеп баҫты ла уны подвалдың ышыҡ мөйөшөнә илтеп һалды. Бик ваҡытлы булды был һаҡлыҡ сараһы. Тап шул ваҡыт подвалдағылар, каска кейгән немец һалдатының ҡара һынын ишек уйымында төҫмөрләп, таш бағана артына боҫтолар.
– Рус, сдавайсь!..
Баҫҡынсыға яуап биреүсе булманы. Ул тәрән подвал эсенә автоматтан бер генә тапҡыр ҡурғаш ямғыры һип­тереп алды ла үҙ телендә ниҙер ләңкелдәй-ләңкелдәй китеп барҙы. Подвалда дошман пуляларынан зарарланыусы булманы. Пулялар Фәриҙә апайға япҡан юрғандың тик аяҡ осондағы өлөшөн генә бер аҙ тишкеләгәйне. Бәхеткә, Нурия ла тиҙҙән аңына килеп, күҙҙәрен асты...
Һуғыш ауыл аша тиҙ үтте, ләкин гитлерсы вәхшиҙәр затлы бар нәмәне ҡырып йә һыпырып алып китте.
Бына шулай булды, ауыр көндәр шулай башланды...
Ҡуш тирәк Нурияны бөгөн дә һаҡлап алып ҡалды.

 

* – “Ҡыҙыл байраҡ”


(Автор тураһында: 
Әхнәф БАЙРАМОВ (1923 – 2010) – фронтовик яҙыусы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
1923 йылдың 30 сентябрендә Саҡмағош районының Сейәлеҡул ауылында тыуған. Мәктәпте тамамлағас, 1941 йылда Ҡыҙыл Армияға алына. Златоуст хәрби инженерҙар мәктәбен тамамлағандан һуң, полктың инженер хеҙмәте начальнигы вазифаһында Бөйөк Ватан һуғышының ауыр юлдарын үтә. Ике тапҡыр яралана. Һуғыштан һуң Өфө паровоздар ремонтлау заводына урынлаша. 1950 йылда матбуғат өлкәһенә күсеп, байтаҡ йылдар «Кызыл таң» һәм «Башҡортостан пионеры» гәзиттәрендә эшләй.
Тәүге шиғырҙары 1940 йылда «Йәш төҙөүсе» гәзитендә баҫыла. «Еңеүселәр» исемле очерктар китабы 1954 йылда донъя күрә. Артабан хикәйәләре, повестары донъя күрә, 1976 йылда «Сынығыу йылдары» романын ижад итә.
2010 йылдың 18 февралендә вафат булды.)

Әхнәф БАЙРАМОВ

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас