

Былай булыр тип һис кенә лә башына килтермәгәйне Гөлгәүһәр. Ары һуғылды – автобус юҡ, бире һуғылды – трамвай юҡ. Иртәнге поезд менән генә киләһе ҡалған икән дә бит, ашыҡты шул, ашыҡты, бер көн булһа ла алданыраҡ барайым, тине. Юлда йөрөп, ышҡылып-шымарып өйрәнмәгәс ни, барыһын да ҡайҙан уйлап еткерәһең? Бына хәҙер төн буйына Өфө вокзалын тапа инде.
Гөлгәүһәр сәғәтенә ҡараны: беренсе ярты.
– Һуң шул инде, бындай ваҡытта булмайҙыр шул, – тип, ҡыҙ ауыҙ эсенән генә һөйләнеп ҡуйҙы һәм, яҙмышы менән ризалашып, үҙе шулай ҙа һаман алан-йолан ҡарана-ҡарана (тимәк, бик үк ризалашып та бөтмәгән икән әле), вокзал бинаһына табан атланы.
– Ҡыҙый, Черниковка яғына түгелме?
Гөлгәүһәр тауыш килгән яҡҡа боролдо. Уға бер таксист ҡул болғай ине.
– Эйе, Черниковскигә.
– Теләһәң, әйҙә, бер урын бар.
– Рәхмәт инде...
Бына бит, Алла бәндәһе үҙе саҡырып алды. Етмәһә, машинаһы ниндәйерәк әле. Радиоһы уйнап тора. Ун һигеҙ йәшенә етеп, Гөлгәүһәрҙең бындайға ултырыу түгел, төшөнә лә ингәне юҡ ине. Йәһәннәм төпкөлөндәге кескәй генә ауылда үҫкән ҡыҙ балаға ҡайҙан килһен инде бындай автомобилдәрҙә йөрөү? Ҡала еренә аяҡ баҫыуы ла өсөнсө генә тапҡыр бит әле. Пионер сағында уҡытыусылары экскурсияға алып килгәйне. Былтыр китапханасылар техникумына ситтән тороп уҡырға инде, шул саҡта таш урамдарҙы бер аҙ тапап ҡалды. Әле бына ҡышҡы сессияға имтихандар бирергә бара.
Гөлгәүһәр күршеләренә күҙ һалды. Алда, шофер эргәһендә, итәгенә ҡуйған быҙау ҙурлығы портфелен ҡосаҡлап, олпат кәүҙәле, башына йымылдап торған йөнтәҫ бүрек кейгән оло ғына йәштәрҙәге ағай ултыра. Берәй бик ҙур урында эшләй торған кешелер инде: йә директорҙыр, йә профессорҙыр.
Артта, уның йәнәшәһендә, бер ир менән ҡатын. Ҡунаҡтан ҡайтып киләләр булһа кәрәк. Ире лаяҡыл иҫерек, кәүҙәһен дә тота алмай. Тетә генә бисәһе үҙен, сит кешеләр бар тип тә тормай, әйтмәгән һүҙен ҡалдырманы. Күрәһең, үҙәгенә үткәндер инде... Уның Ҡотлояры ла араҡыға башын һалмаһа ярар ине, әле егет көйөнә үк, рюмка күрһә, ауыҙы шапылдап тора. Харап унан...
Ҡала йоҡлай. Юл буш, тотҡарлыҡ юҡ. Осҡан ҡош шикелле елдерә генә машина. Бағана баштарындағы лампочкалар тирәһендә, әкиәттәге көмөш күбәләктәр төҫлө, елбәҙәк ҡарҙар тирбәлә...
Гөлгәүһәрҙең апаһы ла йоҡлайҙыр инде. Ете төн уртаһында күктән төшкәндәй барып керһен әле бына. Уның килеүенә эй ҡыуаныр ҙа һуң. Гөлгәүһәрҙе уҡырға димләүсе лә ул булды бит...
Машина ҡапыл туҡталды, Гөлгәүһәр, һөрлөгөп китеп, алғы урындыҡҡа саҡ башын бәрмәне. Олпат кәүҙәле ағай ҡушҡан икән, төшөп ҡалды.
Уҡырға инеп, ысынлап та дөрөҫ итте ул. Ана бит, председатель башы менән Сафура апай өй тулы балаһын ҡалдырып та уҡып йөрөй әле. Ваҡыт ул һиҙелмәй, үтер ҙә китер...
– Туҡтат, йәнем, туҡтат!
Уйға талып килгән Гөлгәүһәр йәнәшәләге ҡатындың сәрелдәк тауышынан һиҫкәнеп китте.
– Бынау иҫерек баш менән булашып, үтеп киткәнбеҙ...
Ә тегеһенә бармы-юҡмы донъяң, ауыҙ эсенән генә нимәлер мығырҙанды ла башын тағы артҡа һалды. Йылыла бөтөнләй иҙерәгән, күрәһең. Бисәһе шофер менән икәүләп өҫтөрәп тигәндәй көскә төшөрҙөләр. Анау әзмәүерҙәй ирҙе хәҙер нисек алып ҡайта инде бахыр бисә... Бынан һуң берәй эсеп кенә ҡараһын Ҡотлояр...
Машинаһын ҡуҙғатҡан арала шофер Гөлгәүһәргә өндәште:
– Ә һине, сибәркәй, ҡайҙа илтергә?
Гөлгәүһәр адресын әйтте. Шофер тағы ҡыҙ яғына башын борҙо:
– Исемең нисек, сибәркәй?
– Гөлгәүһәр.
– О-о, үҙе гөл, үҙе гәүһәр – бигерәк матур икән. Бигерәк белеп ҡушҡандар.
– Ярай, көлмә, оялтаһың. Алдыңа ҡарап барһаң, һәйбәтерәк булыр. Йә бағанаға илтеп бәрерһең.
– Үлемдән ҡурҡаһыңмы ни?
– Канауҙа йән биреүҙән ни файҙа? — Гөлгәүһәр, үҙ һүҙенән үҙе шомланып, нисектер тертләп киткәндәй булды.
Төн уртаһы. Ғүмерҙә күрмәгән-белмәгән урындар. Ер ярып ҡысҡырһаң да ишетеүсе булмаҫ. Ә ул ниндәйҙер машинала бер яңғыҙы. Белмәҫһең, әллә кем, әллә ниндәй уйлы кешелер. Шофер халҡы тураһында ишеткәне бар инде уның. Ана, былтыр ғына бит әле, ҡаланан иген ташырға ярҙамға килгән берәү элеватор юлында ни хәлгә тарытып китте бер ҡыҙҙы...
Әлегә тиклем тауышы-өнө сыҡмай килә ине, Гөлгәүһәр яңғыҙ ҡалғас, теле асылды егеттең. (Хәйер, ирме, егетме – суртым белһен.) Йөҙө лә үҙгәрҙе. Харап етди ҡиәфәтле әҙәм төҫлө ине, хәҙер Гөлгәүһәргә борола ла йылмая, борола ла йылмая. Әммә йылмайыуында ниндәйҙер ғиллә бар кеүек – аҫтыртын, хәйләле йылмайыуға оҡшаған. Томрап торған ҙур ҡара күҙҙәре лә осҡон сәсеп, уйнаҡлап ялтлап киткәндәй. Ай-һай, һуңы хәйерле генә була күрһен инде был юлдың. Тиҙерәк, тиҙерәк барып етәһе лә апаһының ҡосағына һыйынаһы ине...
Шофер машинаһын туҡтатты ла тағы Гөлгәүһәргә боролдо:
– Гөлкәй-Гәүһәркәй, таба алмайым бит, ҡайҙа һинең йортоң?
Гөлгәүһәр адресын ҡабатланы:
– Бәләкәй генә урам ул. Ике ҡатлы ағас йорт, барак тип тә йөрөтәләр.
Ысынлап та таба алмаймы икән? Хәйләләйҙер. Берәй төрлө боҙоҡлоҡ уйлайҙыр. Нисек инде ул – көн тыуҙымы, ҡала буйлап гиҙгән кеше – белмәҫкә тейеш? Көт бына апайыңдың ҡосағын... Улай тиһәң, тырышыуы үҙенең ысынға ла оҡшаған. Мөйөш һайын машинаһын туҡтатып, урам исемдәрен диҡҡәт менән ҡарап торған була. Бер нисә тапҡыр хатта автомобиленән төшөп йүгереп ҡарап та килде. Инде үтелмәгән урам, төртөлмәгән тыҡрыҡ ҡалмағандыр, ер йотмаһа, табылырға тейештер бит? Шоферҙың да дәрте ҡайтты булһа кәрәк:
– Гөлкәй-Гәүһәркәй, списать иткәндәр, ахырыһы, һинең ул барагыңды, – тине лә бөтөнләй ҡул һелтәне.
Гөлгәүһәр бер нәмә лә аңламаны, шулай ҙа аптырашынан һорап ҡуйҙы:
– Ҡалай итеп?
– Көҙгә табан ғына бына шул төбәктә донъя ҡәҙәр барактарҙы һүтеп ырғыттылар. Һинең апайың әле биш ҡатлы йортта татлы төштәр күреп яталыр инде.
– Ә мин ҡайҙа барам хәҙер?
– Аҡсаңды түләйһең дә – дүрт яғың ҡибла.
– Күпме?
Шофер таксометрға төртөп күрһәтте.
– О-һо... Радиоһы юҡҡа ғына уйнап тормаған икән шул.
– Ниндәй матур булып ҙурайҙы күҙҙәрең... Шул матур күҙҙәрең хаҡына бер тин дә алмайым.
– Көлмә! Теләһәң күпме ал, тик мине урамда ҡалдырма.
– Ә ҡайҙа илтәйем?
– Кире вокзалға илт.
– Бына быныһы, Гөлкәй-Гәүһәркәй, булмай. Ваҡыт һуң. Мин – егет кеше, яңғыҙмын, әйҙә, үҙемә генә алып ҡайтам. Ҡосаҡлап ҡына, һөйөп кенә йоҡлатырмын.
Гөлгәүһәрҙең йөрәге жыу итеп китте. Бына ниндәй маҡсат менән йөрөткән икән ул уны шулай! Машинаның ишеген бәреп сығып йүгергәнен ҡыҙ үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Күпмелер ер үткәс, артына боролоп ҡараны: ҡыуыусы күренмәй. Туҡталды. Башын эйеп, бер аҙ торҙо ла – ҡайҙа барһын – кире килде.
– Ниңә йүләрләнәһең, туңып үлергә итәһеңме әллә?
– Алла хаҡы өсөн илт мине вокзалға.
– Шаяртып ҡына әйттем бит. Әсәйем менән торам. Ҡурҡма, тырнаҡ осо менән дә ҡағылыусы булмаҫ. Башҡа ҡайҙа бараһың?
Ни ҡылһын инде бисара ҡыҙ? Шығырҙап торған ҡар өҫтөндә тороп ҡалмаҫ бит. «Яҙғаны булыр», – тине лә ҡабат машинаға инеп ултырҙы.
Өйҙәре артыҡ алыҫ түгел икән, Гөлгәүһәр уй-фекерен туплап, иҫен йыйырға ла өлгөрмәне, килеп тә еттеләр. Егет автомобилдең ишеген ялт иттереп асып ебәрҙе лә уң ҡулы менән ҡаршылағы йортҡа күрһәтте:
– Бына, Гөлкәй-Гәүһәркәй, рәхим ит! Ә һин, вокзал, тиһең...
Гөлгәүһәр, бауға тағылған мал кеүек, өндәшмәй генә егет артынан эйәрҙе. Үҙе унан күҙен дә алмай, тегенең һәр хәрәкәтен иғтибарлап килә, ары-бире булһа, артҡа һыпыртырға әҙер. Ишек төбөнә туҡтау менән, егет асҡыс эҙләп, кеҫәһенә тығылып торманы, звонок төймәһенә баҫты. Әһә, өйҙә кеше бар икән.
Күп тә үтмәне, эстән йомшаҡ ҡына тауыш ишетелде:
– Улым, һинме?
Шаярыуы дөрөҫ икән, алдамаған икән егет. Гөлгәүһәрҙең таралырға торған тубыҡ быуындары нығый төштө.
– Бына, әсәй, килен алып ҡайттым, ҡабул ит. Мин хәҙер... Машинаны ғына илтеп ҡуям, – тине лә егет боролоп сығып та китте.
Гөлгәүһәр йоҡа ғына кәүҙәле, өҫтөнә ауылса оҙон күлдәк кейгән, башына сөйөп ҙур батист яулыҡ бәйләгән, алтмыш йәштәр тирәһендәге ҡарсыҡ ҡаршыһында баҫып ҡалды. Ҡарсыҡ та, ҡыҙ ҙа башлап һүҙ ҡушырға тәүәккәллек итмәгән кеүек, бер-береһенә ҡарашып, хәтһеҙ генә торҙолар. Хәтһеҙ тип, дөрөҫөн генә әйткәндә, әллә ни оҙаҡ та түгел, тик уларҙың үҙҙәренә генә шулай тойолдо. Башлап хужа өндәште:
– Килгәс, ишек төбөндә торма инде, өҫтөңдө сис, уҙ.
– Рәхмәт.
Әммә Гөлгәүһәрҙең рәхмәте ҡарсыҡҡа барып еттеме икән, юҡмы икән, сөнки ауыҙ эсенән сығыр-сыҡмаҫ буталып ҡалды ул һүҙ.
Ҡарсыҡ, һынаулы ҡарашын текләгән килеш, был саҡырылмаған ҡунаҡтың яй ғына ҡыймылдап өҫ-башын һалыуын аҫтан ғына күҙәтеп торҙо. Ҡыҙ, ҡыйыр- ҡыймаҫ ҡына атлап, өҫтәл эргәһендәге ултырғысҡа килеп ултырғас ҡына, тағы өндәште:
– Мансурҙы әйтәм, һүҙе ысынмы, бушты һөйләйме?
Гөлгәүһәр иркенәйеп киткәндәй булды, сөнки бүлмәләге ауыр бушлыҡты һүҙ менән күпмелер тултырырға мөмкинлек тыуҙы.
– Һе, улай икән, – тип кенә ҡуйҙы ҡарсыҡ, тыңлап бөткәс.
Күрәһең, ул ғөмүмән һүҙсән түгел ине. Икеһе лә, ауыҙҙарына уймаҡ ҡапҡан кеше һымаҡ, күҙҙәрен бер нөктәгә йүнәлткән килеш ултыра бирҙе. Байтаҡ ваҡыт үткәндән һуң ғына, һүҙ юҡтан һүҙ булһын типмелер йәки башҡа берәй уй менәнме, ҡарсыҡ Гөлгәүһәрҙең сумаҙанына күрһәтеп:
– Ишек төбөнә генә ҡуйғанһың, нимәләрең бар унда? – тип һораны.
– Ваҡ-төйәк кенә, китаптар...
Мансур ҡайтҡансы, стеналағы сәғәттең келт-келт итеп йөрөүенән башҡа бүтән өн-хәрәкәт булманы. Ә ул килеп инеү менән, бүлмә эсе бер юлы тулып, йәнләнеп китте. Тәүҙә әсәһенә әллә ни ҡәҙәр һорауҙар яуҙырҙы:
– Ултырма ҡыҙҙары тиерһең, ҡулдарығыҙҙы ҡаушырып, ни эшләп былай ултыраһығыҙ? Ҡунаҡҡа сәй эсерҙеңме? Ниңә урын йәймәнең?
Унан Гөлгәүһәр ҡаршыһында туҡталды:
– Һин, Гөлкәй-Гәүһәркәй, ни өсөн бик бойоҡ? Әллә мин оҙаҡ йөрөгәнгәме? Улай тиһәм... Әллә беҙҙә оҡшамаймы, вокзалды һағынаһыңмы?
Гөлгәүһәр, иңбаштарын йыйырып, йылмайғандай итте:
– Былай ғына...
– Былай ғына ла ярамай. Әйҙә, сәй эсәйек тә унан – бәү-бәү.
«Берәр сынаяҡ ҡайнар сәй эскәндә арыу булып ҡалыр ине», – тип уйланы Гөлгәүһәр эсенән генә, ләкин үҙе, егет талпынып-өҙөлөп ҡыҫтаһа ла, риза булманы. Намыҫһынды.
Фатирҙары шаҡтай иркен генә. Икеһенә ике бүлмә. Әсә менән улдың һөйләшеүенән Гөлгәүһәр шуны аңланы: ҡарсыҡтың урыны төптә – йоҡо бүлмәһендә, Мансур залда – диван-карауатта йоҡлай икән. Әле бөгөн әсәһе егетте ҡыҙ янында ҡалдырыуҙы хуп күрмәне, ахырыһы: диванға үҙе ятырға булды, улын төпкө бүлмәгә оҙатты. Ә Гөлгәүһәргә залдың уң яҡ стена буйына йыйылмалы карауатҡа урын һалды.
Күпмелер ятҡас, Мансур тороп ванна бүлмәһендә тәмәке тартып сыҡты. Уның артынан ҡарсыҡ ҡалҡынды: һәрмәнеп барып, тышҡы ишектең биген тикшерҙе, унан кухняға үтте, ут тоҡандырҙы. Кухня ишеге ябылып бөтмәгәйне, тар ғына ҡалған ярыҡтан Гөлгәүһәр күреп торҙо: ҡарсыҡ тышҡы ишектең асҡысын алған икән, шуны өҫтәл тартмаһының артына уҡ һалып ҡуйҙы, тәҙрә төбөндә ятҡан бысаҡты ла шунда тыҡты.
Өсөһө өс мөйөштә ята. Үҙҙәре, килештереп, мышнаған булалар, ләкин өсөһөнөң береһе лә йоҡламай. Нисек итеп йоҡо алһын, өсөһөнөң башында өс төрлө уй.
«...Һе, тапҡан килен. Йүнле әҙәм төн уртаһында тағылып йөрөмәй ул. Булыр бына килен, бөтә нәмәңде һыпырып алып китһә. Сумаҙанында әллә ниҙер әле. Үҙеңде иҫән-һау ҡалдырһа, шөкөр итерһең. Донъя ул хәҙер ундайҙар: ҡайһы электр уты иҫәпләп йөрөгән була, ҡайһы газ тикшергән була ла, яйы килһә, көпә-көндөҙ тунап сығып та китә. Ҡайһыһы асҡыс яратып инә. Ә быныһы ҡуна килгәндер, бәлки. Машинала ғына... Хоҙайым, үҙең һаҡлай күр. Булыр унан килен...»
«...Ҡыҙҙар күргән бар ине, юғиһә. Әллә ғашиҡ итте инде, суҡынған. Былай үҙе сибәр ҙә кеүек түгел, әммә һөйкөмлө нәмәкәй. Буйы-һыны шундай килешле – ҡосағыңда ғына тот. Ә ирендәре өрөлөп бешкән сейә төҫлө, әйтерһең, үбер өсөн генә яратылған. Бигерәк тә күҙҙәре матур: ниндәйҙер яғымлы, нурлы күҙҙәр... Мөхәббәт тигәндәре әллә шул буламы икән? Китаптағы кеүегерәк, бер күреүҙә. Китаптарҙа ла шулай бер күреүҙә шашырҙай хәлгә етеп ғашиҡ булалар бит. Унан әйҙә йөрөйҙәр, ах та вах килеп, һарғаялар, кибәләр, әкәмәт инде. Мин дә шулай булмаһам ярар ине. Ә булһам һуң? Ҡыҙыҡтыр ул шулай яратышыу. Ул да һинең өсөн үлергә торһа... һо-о... Һин ҡайтаһың эштән һағынып, атылып, ул көтә һине зарығып-тилмереп. Бына, исмаһам, тормош булыр ине был. Бәхетле тормош... Бәлки, китапҡа ла ысынды яҙаларҙыр?.. Ҡала ҡыҙҙары менән театрға йөрөргә генә һәйбәт шул. Ә был һыйыр һауып үҫкән, үҙебеҙҙең ҡыҙ. Тормош көтөү өсөн бына тигәне инде...»
«...Ҡайҙа килеп эләкте башҡайым! Был ниндәй әҙәмдәр? Ишектең асҡысын йәшереп ҡуйҙы береһе, бысаҡ әҙерләп ҡуйҙы. Тикмәгә генә тиһеңме ни? Тәүҙә үк өмөтһөҙгә оҡшағайны шул ул, убырлы ҡарсыҡ кеүек аҫтан ғына ҡарап тик ултырҙы. Этлек уйлап ултырғандыр. Икенсеһе йөрөүҙән туҡтай белмәй. Ваннала ярты сәғәт буйына ни эшләне икән? Шырпы һыҙҙы, нимәһендер барланы булһа кәрәк. Ә үҙе телгә бөткән. Таҫма тел... Йоҡоно бар тип тә белмәйҙәр, ни уйлайҙар икән былар? Иҫән-һау ғына таң аттыра аламмы инде, юҡмы? Бынан имен-аман ҡотолһам, апайға берәй бүләк алып бирер инем... Хәйерһеҙ юл булды был, хәйерһеҙ...»
Гөлгәүһәр илап ебәрҙе, үҙе шунда уҡ, ишетә күрмәһендәр тип, одеялын башынан бөркәнде. Ҡарсыҡ ҡолаҡҡа зирәк икән, барыбер һиҙҙе:
– Ни булды, балаҡай, илайһың түгелме?
– Юҡ, былай ғына...
– Юҡҡа ғына иламайҙар, ни булды?
Төпкө бүлмәнән Мансур ҙа атылып килеп сыҡты, һорау өҫтөнә һорау. Ҡыҙға нисек тә был хәлдән ҡотолорға кәрәк ине, алдашыуҙан башҡа сара ҡалманы:
– Бер ни ҙә юҡ... Эсем ауырта.
Мансур кейенә үк башланы:
– «Скорый помощь» саҡыртам. Хәҙер килеп...
– Кәрәкмәй!
– Һин бит бала түгел, оло кеше иларлыҡ булғас, әллә ниндәй приступтыр.
– Түгел. Беләм мин үҙемде. Өйҙә лә ауыртҡаны бар, хәҙер үтә ул.
Мансур һаман ныҡышты.
– Йөрөмә, тим. Грелка ғына бирһәгеҙ...
Һә тигәнсе ҡарсыҡ һыуын ҡайнарлатты, йүгертеп, грелканы килтереп тә еткерҙе. «Бешерә күрмәһен», – тип һөйләнә-һөйләнә, уны йөнтәҫ таҫтамалға урап, үҙ ҡулдары менән ҡыҙҙың ҡорһағына ҡуйҙы.
– Йә, баҫыламы?
– Эйе, рәхмәт. Хәҙер үтә ул. Ятығыҙ инде.
Утты һүндереп, хужалар таралышыу менән, Гөлгәүһәр грелканы яйлап ҡына ситкә шыуҙырып төшөрҙө лә уң яғына боролдо. Ә шулай ҙа грелканың бер файҙаһы тейҙе: йөрәгенә ял булып ҡалды ҡыҙҙың, тыныслана төштө. «Ары-бире һиҙелмәй, өлтөрәп торалар бит. Йоҡларға кәрәк».
Өсөһө өс мөйөштә мышнай торғас, таңғы йоҡо барыбер үҙенекен итте, ойоп китеүҙәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
Иртән Гөлгәүһәр шаҡ ҡатты ҡарсыҡҡа, алышынған тиерһең, бөтөнләй икенсе кеше: шундай алсаҡ, йылмайып ҡына тора, улынан да былай телдәр, һорап-һөйләп һүҙе бөтмәй. Ҡоймаҡ бешергән, ҡыҫтап-ҡыҫтап сәй эсерҙе. «Ауылдан килгәнемә ете йыл инде, һаман ҡалаға эйәләшеп бөтә алмайым, ауылды һағынам», – ти. Гөлгәүһәрҙе маҡтап ташланы: «Бигерәк баҫалҡы, аҡыллы балаға оҡшағанһың, ауыл ҡыҙы шул, ауыл ҡыҙы», – ти. Ҡат-ҡат үҙҙәренә саҡырҙы: «Апайыңды таба алмаһаң, тот та үҙебеҙгә кил, урын етерлек, торорһоң. Тормаҫ булһаң да, килеп сыҡҡыла», – ти.
Гөлгәүһәр төнгө алдашыу өсөн үҙенән-үҙе оялып, уңайһыҙланып ултырҙы-ултырҙы ла, «эстә төйөр булып ҡалмаһын» тип, әйтергә булды.
– Борсоном һеҙҙе...
– Ниндәй борсоу ти ул, борон-борондан ҡалған инде: юлсы ҡуна кермәй, ҡайҙа барһын?..
– Алданым бит мин һеҙҙе...
Ҡарсыҡ артҡа тайшанып ҡуйҙы. Мансур ҙа, башын ҡыйшайта төшөп, ҡыҙға һораулы күҙҙәрен текләне.
Гөлгәүһәр һөйләп биргәс, ҡарсыҡ бот сабып, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе:
– Мин ҡарт тиле арҡаһында... Эй, йүнһеҙ ҡарсыҡ, йүнһеҙ ҡарсыҡ... Ни эшләткәнмен баланы. Асыуланма инде... Шикләндем шул, төрлө хәл ишетелгеләп тора бит...
Шулай итеп, ҡарсыҡ менән ҡыҙ аңлашты. Был һүҙгә ни өсөндөр Мансур ғына ҡатнашманы. Юғиһә төндө ул да йоҡоһоҙ үткәргән кеше бит, һөйләһә, уның да һүҙе бар ине. Хәйер, ҡарсыҡ кеүек ул бит өйҙә тороп ҡалмай, әле Гөлгәүһәрҙе апаһына тиклем оҙатаһы бар, Гөлгәүһәрҙең айға яҡын ҡалала тораһы бар, ваҡыт бар әле, бар. Һөйләр һүҙе булһа, һөйләмәй ҡалмаҫ, һөйләр, егет кеше бит ул.
1967, Мәскәү.
Автор тураһында:
Ғабдулла БАЙБУРИН (1925 – 1994) фронтовик-яҙыусы, драматург, шағир, тәржемәсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
1925 йылдың 1 мартында Шишмә районының Сафар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлау менән фронтҡа юллана. Пехота училищеһында уҡый, һауа-десант бригадаһында хеҙмәт итә. Венгрияны азат иткәндә ҡаты яралана. Еңеүҙе Прага ҡалаһында ҡаршылай. 1948 йылда ғына демобилизациялана. Һуғыштан һуң Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлап, төрлө йылда «Пионер», «Ағиҙел» журналдарында, «Китап» нәшриәтендә эшләй.
Тәүге шиғырҙары 1942 йылда район гәзитендә баҫыла. «Яҙғы күкрәү» исемле йыйынтығы 1959 йылда донъя күрә. Артабан уның әҫәрҙәре 12 телгә тәржемә ителә, 30-ға яҡын китабы баҫыла. «Иртәгә бабай» исемле әкиәт-поэмаһы буйынса Мәскәүҙә диафильм сығарыла.
1994 йылдың 19 апрелендә Өфө ҡалаһында вафат була.