Кәрим (Хикәйә)

***

Кәрим (Хикәйә)Кәрим (Хикәйә)
Кәрим (Хикәйә)

I
1942 йыл. Июнь төнө. Өйҙәр, ҡаралтылар йоҡомһорап ултыралар. Ҡаҙҙар ҙа ҡаңғылдамай, әтәстәр ҙә ҡысҡырмай, малдар ҙа аҡырмай. Йоҡоноң иң рәхәт сағы. Ауылдан йыраҡ түгел генә ерҙә Сөн йылғаһы аға. Ул ғына йоҡоһоҙ. Уның бейек, ҡыҙыл ярҙары буйында таң атҡанда ғына була торған яҡтылыҡ. Был яҡтылыҡты муйыл сәскәләре бирә. Ситтән ҡараһаң, ҡыуаҡлыҡтар араһынан, салғы кеүек ялтырап, Сөндөң ҡайһы бер өлөшө күренә. Ә яҡыныраҡ килһәң, ебәк таҫмаға оҡшап йыраҡҡа һуҙыла ул.
Кәрим, Сөн буйҙарындағы йәмгә һоҡланып, ҡуйы үләндәр араһында бик оҙаҡ ултырҙы. Ул уйҙарында самолетҡа ултырып күккә күтәрелде. Папаниндар менән Төньяҡ полюс боҙҙарында йәшәне. Диңгеҙ төптәренә төштө. Барыһынан да нығыраҡ уның күңелен һуғыш яландары тарта. Фронтта булмаһа ла, киноларҙағыса, ҡулына мылтыҡ тотоп, иптәштәре менән атакаға бара. «Ватан өсөн, Сталин өсөн, алға!..» — ти. Ҡайһы ваҡыт уйҙарында атаһын осрата. Бергә дошман өҫтөнә ташланалар. Бергә генерал ҡулынан орден алған саҡтары ла булғылай. Һуғыштың бөтөүе лә, еңеү көндәре лә төрлөсә күҙ алдына килә.
Кәрим тағы бер аҙнанан етенсе класты бөтә. Хәҙер ул яңы, быға тиклем билдәһеҙ булған тормошҡа күсәсәк. Атаһы һуғышҡа киткәндә:
— Ауыр булһа ла, улымды уҡыт, әсәһе, кеше булһын!.. — тигәйне.
— Уҡытырмын, уҡытырмын, — тине Ғәлимә апай.
Ғүмәр ағай бөтәһе менән дә хушлашҡас, Кәримде ҡосаҡланы ла: «Улым башлы, аҡыллы. Булдырыр ул», — тине. Атаһының был һүҙҙәре Кәримдең ҡолаҡ төбөндә бик оҙаҡ яңғырап торҙо. Айырылғанға бер йылға яҡын булһа ла, Кәрим уларҙы иҫенән сығарманы. Быға тиклем ул уҡыу тураһында ғына уйланы. Бик йыш ниндәй һөнәргә уҡырға кәрәклеген уйлай ине. Ләкин тора-бара быға тиклем булған теләктәре алмашынды. Ул, нисектер, һуңғы көндәрҙә үҙен ҙур кешеләр кеүек хис итә башланы. Әйтерһең, ул Сөн буйҙарында ғына йәшәргә, ошо колхозда ғына эшләргә тейеш. Ысындан да, Кәрим колхоздағы эшселәрҙең иң кәрәклеһе булып һанала. Ирҙәр барыһы ла Бөйөк Ватан һуғышында яуыз дошманға ҡаршы батырҙарса һуғыша. Улар урынында ун-ун биш йәшлек малайҙар эшләй. Кәрим колхоздағы иң яҡшы һабансы, иң яҡшы бесән сабыусы булып һанала. Колхоз рәйесенең иҫәбендә лә ул ҡәҙерле эшсе. Быны Кәрим үҙе лә белә ине. Шуға күрә лә Кәрим уҡырға китмәҫкә булды:
— Бөтә халыҡ фашизмға ҡаршы күтәрелде. Был ауыр һуғыш. Был һуғыш илебеҙҙең бәхете өсөн, ғүмере өсөн бара. Үҙебеҙҙең данлыҡлы Совет Армияһына танкылар, самолеттар кәрәк, мылтыҡтар кәрәк. Ләкин еңеү өсөн ҡорал ғына етмәй, еңеү өсөн аҙыҡ та кәрәк. «Иптәштәр, эшләйек нығыраҡ, уңһын игендәр. Фронт икмәк көтә»,— тигән ине комсомол комитеты секретары. Кәрим был һүҙҙәрҙең эшкә өндәүен аңланы.
— Уҡырға ваҡыт булыр әле. Мин йәш бит. Атайым ҡайтҡансы, еңеү көндәре килгәнсе һиндә ҡалам, тыуған ауылым, һиндә ҡалам, колхозым!.. — тине Кәрим.
Төн урталары ине инде. Кәримдең көткән кешеһе һаман да күренмәне. Ул, аяҡ тауыштары ишетелмәйме тип, ергә ятып тыңланы. Ләкин Сөндөң теге яғында июнь төнөндә генә була торған тыныслыҡ ине. Кәрим кәмәһен яңынан бәйләне лә, ишкәктәрен алып, өйгә ҡайтып китте. Бер аҙ барғас, ул туҡтаны һәм Сөнгә боролоп:
— Олатай-й-й! — тип ҡысҡырҙы.
Тауышы тулҡындарға бәрелде, муйыл ҡыуаҡтарын ҡалтыратты һәм ҡайҙалыр йыраҡҡа китеп юғалды. Ә яуап булманы. Көткән ҡунаҡ килмәгәс, Кәрим күңелһеҙләнде.
II
Әсә теленән уҡытыусы Ихсан ағайҙың был арала көҙгөгә ҡарағаны юҡ ине. Йөҙөндәге йыйырсыҡтарҙы күргәс, ул күңелһеҙ йылмайҙы. Үҙенең ҡартайып барыуын һиҙепме, эсе бошоп китте. Ялтырап торған ҡуйы ҡара сәстәре араһында бер нисә аҡ сәс күҙҙәренә салынды.
— Ваҡыттыр ҙа инде, бишенсе унды ҡыуам бит, — тине ул үҙ-үҙенә, унан галстугын рәтләп, яғаһын һыйпап алды ла, көҙгөнө йыраҡлаштырып, тағы бер тапҡыр үҙенең ҡиәфәтен ҡараны.
Бөгөн ул бөтә уҡытыусылар исеменән етенсе класс уҡыусылары менән һаубуллашырға бара. Беренсе кластан алып етенсегә тиклем уҡытҡан уҡыусылары менән айырылыуы ҡыйын. Билдәле, улар араһында тәртипһеҙҙәре лә булғандыр. Ләкин Ихсан ағай өсөн улар ҙа үҙ балалары кеүек яҡын. Атаға балаларынан айырылыуы нисек ҡыйын булһа, Ихсан ағайға ла шулай тойола ине.
Ул мәктәп ишеге алдына ингәс тә, уҡыусылар тынып ҡалдылар. һәр ҡайһыһы үҙ урынына килеп ултырҙы. Уларға Ихсан ағай класҡа ингәс тә, журналын асып, фамилияларын әйтеп сығыр төҫлө. Унан, журналын ябып, тыныс ҡара күҙҙәрен тултырып асыр ҙа бер аҙ ваҡыт уҡыусыларға ҡарап торор кеүек тойолдо.
Ихсан ағай уҡыусыларҙы етенсе класты тамамлауҙары менән ҡотланы. Йәшермәйенсә, үҙ балаларына әйткән кеүек, һәр ҡайһының етешле, етешһеҙ яҡтарын әйтеп бирҙе. Уҡыусылар ниндәй техникумға инергә, кем булыр өсөн ҡайҙа уҡырға кәрәклеген бер-бер артлы һоранылар.
— Беҙҙә һәр бер кешегә юл асыҡ. Беҙҙә һәр бер эш маҡтаулы. Һыйыр һауыусы Кремлгә килеп орден ала. Шахталарҙа эшләүселәр Сталин менән бергә ултырып рәсемгә төшәләр. Төньяҡ полюс боҙҙарында ҡышлаусыларға илебеҙ батыр исемен бирә. Көнөнә 5—6 мең көлтә бәйләгән еңгәйҙәрҙең дә исемдәрен гәзиттәрҙә уҡыйбыҙ, һәр бер кеше намыҫлы булырға, эште яратырға, халҡын, илен һөйөргә тейеш. Шулай булһа, ул маҡтала. Уға дан һәм хөрмәт.
Иң арттағы партала ултырыусы таҙа кәүҙәле, киң яурынлы, зәңгәр күҙле уҡыусы ҡулын күтәрҙе.
— Һөйлә, Кәрим! — тине Ихсан ағай. Барыһы ла Кәримгә боролдо.
Кәримдең бит остары алһыуланды. Зәңгәр күҙҙәрен таҡтаға текәп, бер нисә секунд һүҙһеҙ баҫып торҙо.
— Мин, Ихсан ағай, быйылға уҡырға китмәҫкә булдым. Колхозда ҡалам.
Ихсан ағайҙың йөҙөндә улына һоҡланып ҡарағанда ғына була торған шатлыҡ ҡалҡты. Ул башҡа уҡыусыларға ҡарағанда ла Кәримдең холҡон, тәбиғәтен яҡшыраҡ белә ине. Ләкин бөгөн ун биш йәшлек уҡыусы бөтөнләй икенсе кешегә әйләнде. Әйтерһең, Ихсан ағай алдында кисәге үткер, етеҙ малай түгел, ә күпте күргән оло кеше баҫып тора ине.
Ихсан ағай, урынынан ҡуҙғалып, Кәрим янына һүҙһеҙ генә килде һәм уның күҙҙәренә тура ҡараны:
— Рәхмәт, улым. Атайың — фронт һалдаты. Һин колхоз һалдаты бул! Бында ла фронт. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙ үҙенә матур бәхетле тормош биреүсе Ватанға бурыслы. Шул бурысты фронттағылар батырлыҡ менән үтәһәләр, беҙ бөйөк эш менән үтәргә тейешлебеҙ. — Шунда уҡ уҡыусыларҙың күҙ алдына алтын төҫлө бойҙай, һоло, тары баҫыуҙары килеп баҫты. Ҡояш нурҙары ла, башаҡтарға оҡшап, тәҙрәнән өй эсенә тулҡынланып һибелде.

III
Уҡыусылар мәктәптән сыҡҡанда, ҡояш юғары уҡ күтәрелгәйне инде. Йәшел болондар, иген баҫыуҙары, Сөн йылғаһы, урмандар уҡыусыларҙың күҙ алдында торҙо. Ихсан ағайҙың һүҙҙәре, ҡолаҡ төбөндә яңғырап, уларҙы эшкә өндәп торҙо. Ҡала тормошо ла онотолдо. һәр ҡайһыһы туған колхозының намыҫлы эшсеһе булыу тураһында уйлай ине.
— Беҙ йәш бит әле, уҡырға ваҡыт булыр. Тиҙерәк һуғыш бөтһөн!.. — тине улар.
Кәрим башҡа көндәргә ҡарағанда шат, уның дәрте күкрәгенә һыймай. Ул бөгөн беренсе тапҡыр уйҙарын Ихсан ағайға асып һалды. Ихсан ағай ҡаршы килмәне.
Кәрим Ватан өсөн булған һуғышта ҡатнаша алыу бәхетенә ирешәсәгенә бөгөн генә ышанды.
Эйе, колхоз ҡырҙарында эшләү ҙә Ватан өсөн булған һуғыштың бер төрө икәнен етенсе класс уҡыусыһы аңланы.
Кәрим өйҙәренә килеп еткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Шатлыҡлы уйҙар менән өйгә инде. Әсәһе әле эштән ҡайтмағайны. Был юлы ул башҡа көндәрҙәгесә икмәк тә телеп алманы, һөт тә эсмәне.
— Хәҙер нимә эшләргә? — тине ул бер тышҡа, бер өй эсенә күҙҙәрен йүгертеп; ҡараштары көҙгө аҫтындағы фотоға туҡталды.
Был атаһының фотоһы ине. Йөрәгендә һағыныу тыуҙы.
— Атай!.. — тине, ҡәләм менән ҡағыҙ алып, уға хат яҙа башланы.
«Ҡәҙерле атайыма һағынышлы сәләмдәребеҙҙе ебәрәбеҙ. Барыбыҙ ҙа иҫән-һау. Атай, мин бөгөн етенсе класты «отлично»ға бөттөм. Минең иптәштәрем Зөфәр, Әнүәр, Ибрай — бөтәһе лә һуғыш бөткәнсе колхоз ҡырҙарына эшләргә ҡалалар. Был, минеңсә, Ватан өсөн барған һуғышта ҡатнашыу кеүек үк бөйөк эш. Беҙҙең мәктәп стенаһында ла, колхоз идараһы урынлашҡан өй алдында ла бер плакат тора. Шунда еңдәрен һыҙғанған, биттәре машина майына буялған, иңенә сүкеш һалған бер эшсе, үтеп китеүселәргә туп-тура ҡарап:
— һин бөгөн фронтҡа нимә менән ярҙам иттең? — тигән һорау бирә. Мин йыш ҡына уның янынан уҙып китәм. Ул шул уҡ һорау менән ҡаршылай. Мин яуап бирә алмайым. Миңә оят, мин ғәрләнәм, атай... Мин бер нәмә лә эшләмәнем...»
Шығырлап ҡапҡа асылғас, Кәрим, хат яҙыуын ташлап, ишеккә табан йүгерҙе. Ул әсәһе ҡайтҡандыр тип уйлағайны. Ләкин ул булманы.
— Әхмәт бабай?! — тине Кәрим.— Әллә хат бармы?
— Бар ине шикелле...— тине Әхмәт бабай сумкаһын аса-аса, унан төрлө ҙурлыҡтағы, төрлө төҫтәге хаттар бәйләмен сығарып өҫтәлгә һалды. Бөгөн хат алыуҙан да ҙурыраҡ шатлыҡтың булыуы мөмкин түгел ине.
Кәримдең ҡояш нурҙарынан да яҡтыраҡ балҡыған йөҙөндә лә, йөрәгендә лә «хат» һүҙен ишеткәс, тыуған шатлыҡҡа урын етмәне.
Шул һүҙ бер нисә тапҡыр яңғыраны:
— Хат, атаһының хаты!..
Ләкин зәңгәр конвертты ҡулына алғас, баяғы шатлыҡ ҡапыл юғалды. Тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте.
— Был атай ҡулы менән яҙылмаған...
Ул ашыға-ашыға конвертты асты. Конверт эсендәге ҡағыҙға күҙҙәре төшкәс тә, ул баҫҡан ерендә ҡатып ҡалды.
— Атай, бәғерем!.. Атайым минең, ай, ауыр!..
Атаһының үлеүе, ауыр ҡайғы булып, Кәримдең йөрәгенә яра яһаны. Дошманға булған нәфрәте ташты. Ун биш йәшлек малайҙың йәш йөрәгенә ҙурҙар ҡайғыһы урынлашты. Шул ҡайғы ниндәйҙер көс менән уны һуғыш ҡырҙарына илтеп ташлай. Емерелгән ауылдар, үлеләр менән тулған тау һырттары күҙ алдына килеп баҫты. Бына һиҙмәҫтән шул кәүҙәләр араһынан кемдер ҡалҡына һәм дошманға ата башлай. Был — Кәримдең атаһы...
«Юҡ, ул үлмәгән... Иҫән ул, иҫән! Ана, һоро кейемле немецтар бер-бер артлы ауалар. Минең атайым ҡыра уларҙы. Нығыраҡ, атай, шәберәк, атай!.. Үлтер немецты, үлтер, атай!..»
Атаһының үлеүенә уның ышанғыһы килмәне. Ул һаман да атаһын күҙ алдында тотоп: «Шул кешегә оҡшамаған немец минең атайымды үлтерә аламы һуң? Юҡ, ул барыһынан да көслөрәк. Уны немец еңә алмаҫ... Иҫән ул, иҫән...» — тине. Ауыр ҡайғы уны фронт ҡырҙарына һөйрәне, һәр ваҡыт: «Үлтер, немецты, үлтер, Кәрим!» — тигән тауыштар яңғырай кеүек тойолдо.
— Үлтерәм, үлтерәм, — тине Кәрим, тештәрен ҡыҫып,— иртәгә үк фронтҡа китәм...
Ләкин шунда уҡ уның күҙ алдына муйыл ҡыуаҡтары үҫкән Сөн буйҙары һәм йәшел туғайҙар килеп баҫты. Юҡ, улар ғына түгел, етенсе класс уҡыусылары ла, Ихсан ағай ҙа күҙҙәренә сағылды.
— Атайың — фронт һалдаты, һин колхоз һалдаты бул,— тигәйне ул. Кәрим бөтә иптәштәре алдында Ихсан ағайға:
— Мин колхозда ҡалам, — тип яуап биргәйне.
Колхоз!.. Колхоз уның тыуған ауылына, Сөн буйҙарына мул тормош алып килде. Һәр бер кешенең эше еңеү алып килгәндә, ата-бабалары төҙөгән колхоздан айырылыу мөмкинме һуң? Юҡ, мөмкин түгел! Колхоз – уның өйө, мәктәбе һәм әсә ҡосағындай йылы ояһы.
Кәримдең һабан һөргән ерендә арыш, бойҙай үҫә. Ул фронтҡа китһә, кем йыйыр ул игенде? Кем көлтә тейәр? Кем көҙ көнө келәттәргә иген ташыр?
— Эйе, эйе, әсәйем дә ҡыҙғаныс! — тине Кәрим, кескәй буйлы, йыйырсыҡтар менән ҡапланған әсәһенең моңло йөҙөн күҙ алдына килтереп. Ул яулығын күҙҙәренә шыуыштырып, йәшен һөртә-һөртә, үкһеп илай. Әйтерһең, уның йөҙөнә бер ваҡытта ла шатлыҡ сыҡмаҫ. Иртә лә, кис тә, самауыр ҡуйғанда ла, һыйыр һауғанда ла, йоҡларға ятҡанда ла шулай әсәһе илар төҫлө уға.
Атаһы һуғышҡа киткәндә Кәрим ун дүрткә генә сыҡҡан ине. Ул киткәндән бирле йортҡа ирҙәр ҡулы теймәгән. Баҡса кәртәләре лә сереп ауа башлаған. Аҙбар түбәләре лә ярым асыҡ. Өйҙө лә мүкләргә кәрәк. Утын да бөтөп бара. Нимә тураһында ғына уйлаһа ла, Кәримдең күҙ алдына һөйөклө әсәһе килеп баҫа.
«Ҡәҙерле әсәкәйем, мин колхозда тырышып эшләһәм, минең көсөм һуғыштағы һалдат батырлығына тиңләнер», — тип уйлай Кәрим.

IV
Кәримде ат ҡараусы итеп ҡуйҙылар. Яңы эшкә ҡуйыуҙары ҡайғыны бер аҙ баҫҡандай булды. Зәңгәр конверттағы һүҙҙәрҙе оноторға тырышып, ул, сыбыртҡыһын шартлата-шартлата, аттар янына килде. Ат һарайы алдында яңы ғына госпиталдән ҡайтҡан сержант Сәлихов тора ине. Кәрим башта уны таныманы.
— Кәрим, һинме был?
— Хәйри ағай!..— тине Кәрим йылмайып. — әллә фронттанмы?
— Эйе, һине танырлыҡ та түгел. Егет булып бараһың. Шулай ат ҡараусы булып та алдым тиген, ә? Яҡшы, бик яҡшы. Мин үҙем дә аттарҙы яратам, һуғышта ат – һалдаттың иң яҡын дуҫы.
— Колхозда ла шулай ул,— тине Кәрим.
— Дөрөҫ, дөрөҫ, ҡустым. Быны аңлағас, һин яҡшы ат ҡараусы була алаһың.
— Хәйри ағай, — тине Кәрим күңелләнеп, — һин әллә кавалерияла хеҙмәт иттеңме?
— Эйе.
Кәрим, нимәлер һорарға теләп, бер уға, бар аттарға ҡарап ҡуйҙы.
— Армияла аттарҙы нисек таҙарталар?
Сержант йылмайҙы:
— Яҡшы таҙарталар.
— Миңә өйрәт әле, Хәйри ағай, мин дә аттарҙы армия- лағыса ҡарарға уйлайым.
— Булдыра алырһыңмы икән, һинең аттарың бик күп бит,— тине сержант уның күҙҙәренә ҡарап, — бик күп бит.
Кәрим өндәшмәне.
— Ә һинең ҡырғыстарың, щеткаларың бармы һуң?
Кәрим, тиҙ генә йүгереп, бағанаға ҡағылған йәшниктән бер нисә щетка һәм ҡырғыс алып килде.
— Бына.
— Шәп, шәп... Ә тула киҫәктәрең бармы?
— Тула киҫәктәре? — тине Кәрим аптырап. — Ниңә кәрәк улар?
— Атты ҡырғыслап, таҙартып сыҡҡас, туланы еүешләйһең дә, атты башынан ҡойроғона тиклем һөртөп сығаһың. Бөтә туҙанды еүеш тула йыйып ала. Унан атың танырлыҡ та булмай.
Сержант уға бер атты таҙартып күрһәтте.
— Хәҙер бер аҡ сепрәк кәрәк.
— Уныһы ниңә?
— Күҙҙәрен һөртөргә. Эше күп бит, ә?
— Мин дә, Хәйри ағай, шулай таҙартасаҡмын.
— Бөтәһен дә аңланыңмы һуң?
— Аңланым, — тине Кәрим, күңелле йылмайып, — Ибрайҙы ла өйрәтәм.
— Ул да ат ҡараусымы?
— Эйе.
Шул ваҡыт, ат етәкләп, Ибрай килеп сыҡты.
Ул Кәрим менән бер йәштә булһа ла, буйға ҡыҫҡа ғына малай. Уның ҡара күҙҙәре йомолор-йомолмаҫ ҡына ялтырай. Сержант уны күргәс, ирекһеҙҙән йылмайҙы һәм: «Кит, ышанмайым, бының ат ҡараусы булырлыҡ ере юҡ», — тигәндәй, башын һелкеп ҡуйҙы.
— Һин дә ат ҡараусымы? — тине ул уға ҡулын һуҙып һәм үҙ-үҙенә: — Бөтә халыҡ, бөтә ил... Бала-сағаһына тиклем дошманға ҡаршы күтәрелде, — тине.
Ул Кәримдең арҡаһынан һөйҙө һәм һоҡланып уға ҡарап торҙо.

V
Кис булғас, Кәрим менән Ибрай аттарҙы Сөн буйына ашатырға алып сыҡтылар. Аттар ҡомһоҙланып үлән ашай. Көнө буйы эшләһәләр ҙә, улар йоҡоно иҫтәренә лә алмайҙар кеүек. Ҡайһылары, үләндең бер бөртөгөн дә ҡалдырмаҫҡа тырышып, әле уңға, әле һулға борола. Йыш ҡына бышҡырып ебәрәләр. Туйғандары бер-береһенә һөйәлеп тырналалар. Ҡолондар йә артта ҡалалар, йә пыр туҙып саба башлайҙар ҙа, бейәләрҙе уҙып киткәс, кире боролоп, инәләренең янына киләләр.
Кәрим аттарҙы барлап сыҡты. Арала саптар алаша күренмәне.
— Ибрай, бар әле, саптарҙы алып кил. Йә һыуға батыр.
— Уны ҡолон тип беләһеңме ни?
— Бар инде, бар, — тине Кәрим. Ибрай ирекһеҙ генә урынынан ҡуҙғалып китте.
Кәрим аттарға тиҙ эйәләште. Хәҙер ул уларҙың холҡон, ҡайһыһының ниндәй эшкә егелеүен, йәшен, барыһын-барыһын да белә. Улар уға бергә ете класты бөткән иптәштәре кеүек яҡындар. Ул үткәндә-һүткәндә лә уларға йылы һүҙҙәр менән өндәшә. Ялдарын төҙәтә, арҡаларынан һыйпай. Аттар, боролоп, уға ҡарайҙар. Кәрим, сержант өйрәткәнсә, уларҙы таҙарта, ярҙамсыһы Ибрай ҙа унан ҡалышмай. Улар бөтә көстәрен һалып, тырышып эшләй. Был йәп-йәш кенә малайҙар колхозсылар араһында хөрмәтле һүҙҙәр менән иҫкә алына ине. Ибрайҙың һыҙғырыуы ишетелде. Кәримдең аҙыраҡ эсе бошто. «Саптар алаша юғалмаһын тағы...» — тине ул Ибрай киткән яҡҡа күҙ һалып, унан үҙе лә, саптар артынан барырға тип, урынынан торҙо. Ун метрҙар самаһы ер киткәс тә, Кәримдең күҙҙәре йондоҙ ҡашҡалы ҡолон менән уйнаусы эттә туҡталып ҡалды. Ҡолондоң инәһе бында юҡ ине. Эт ҡолондоң әле алдына сыға, әле ҡойроғон тарта. Ҡолон, йылы йәй кисенең бөтә рәхәтен, инәһен онотоп, эт менән уйнай. Эт бер аҙ уның тирә-яғында һикергеләй ҙә, тәгәрәп китә, унан алға сыға. Ҡолон уға эйәрә. Кәримдең быға тиклем ҡолондоң эт менән уйнағанын күргәне юҡ ине. Шуға ла ул һоҡланып ҡарап торҙо. Эт ҡапыл ҡолондоң муйынына ташланды, ҡолон йығылды. Кәримдең тыны ҡыҫылды. «Бүре!.. — тине ул үҙ-үҙенә. — Бүре!..»
Кәрим йәшен тиҙлеге менән кеҫәһенән шырпы алып барыһын да бер юлы ҡабыҙҙы һәм ҡысҡырып бүрегә ташланды.
Кәримдең әсе тауышы Сөн буйҙарын яңғыратты. Бүре, бөркөлөп сыҡҡан ут ялҡынын күргәс тә, ҡолондо ысҡындырҙы һәм шунда уҡ ҡасты.
Ҡолон әле иҫән ине. Кәрим уны муйынынан ҡосаҡлап торғоҙоп ҡараны. Ләкин ҡолондоң хәле юҡ ине. Бүренең оҙон осло тештәре батҡан урындарҙан аҡҡан ҡан Кәримдең ҡулына тейгәс, уның күҙҙәренә йәш бөртөктәре тәгәрәп сыҡты.
— Йондоҙ ҡашҡам минең!..— тине Кәрим.
Кәримдең тауышын ишетеп, Ибрай килеп етте. Ул ҡолондо ҡосаҡлап ятҡан Кәримде күргәс, нимә әйтергә лә белмәйенсә аптырап, уның артында баҫып торҙо.
— Ибрай! — тине Кәрим, уны күргәс. — Йондоҙ ҡашҡаны бүре яраланы. Бар, хәҙер үк правлениеға йүгер, мал докторын саҡыртһындар!
Ибрай, үрелеп, ҡолондоң маңлайынан һыйпаны ла ауылға китте.
Таң атҡанда йондоҙ ҡашҡаны ветпунктҡа алып килделәр. Тәпәшәк кенә буйлы, һәр ваҡыт йылмайыусан мал докторы ентекләп ҡолондо ҡараны. Кәрим, күҙҙәрен алмайынса, нимә әйтер икән тип, уға ҡарап торҙо.
Ул бер нисә тапҡыр: «Төҙәлерме?» — тип һорарға йыйынғайны. Ләкин уның эшен бүлеүҙән ҡурҡып, һорарға батырсылыҡ итмәне.
Мал докторы ҡолондоң муйынын марля менән бәйләне лә Кәримгә боролоп:
— Бер нисә көндән төҙәлер, — тине.
— Ағай! — тине Кәрим шатланып. — Әй, төҙәлһә ине!.. Әй, төҙәлһә ине!
Кәрим шунда уҡ күптән хыялланған матур минуттарҙы күҙ алдына килтерҙе: Йондоҙ ҡашҡа ҙур ат булған. Башын киреп, аҡ бәкәлле нескә аяҡтарын ергә тейҙерер-тейҙермәҫ саба, уның өҫтөндә йәш офицер ҡылысын уйната. Йондоҙ ҡашҡа йыраҡлаша, тик «Алға, дошман өҫтөнә!..» тигән тауыш ҡына Сөн буйҙарында яңғырап ҡала.

Эпилог
1946 йылдың көҙө. Кәрим иптәше менән техникумдан сыҡты. Елбәҙәк кенә ҡар яуа. Йылы. Машиналар, кешеләр үтеп китә. Бейек таш йорттар, ҙур тәҙрәле магазиндар — бөтәһе-бөтәһе лә Кәримдең күңелен тарта. Ул инде студент. Тыуған өлкәһенең баш ҡалаһы урамдарына сыҡҡан һайын шатлығы йөрәгенә һыймай.
— Кәрим! — тине Ибрай, уны ҡултыҡлап. — Сөн буйҙарын һағынаһыңмы?
— һағынам, — тине Кәрим йылмайып һәм ҡараштарын йыраҡҡа ташланы. Әйтерһең, тирә-яҡтағы матурлыҡ Сөн буйҙарын күҙ алдына килтерә.
Ҡаршы урамдан бер төркөм аттар килеп сыҡты. Кәрим барған еренән туҡтап, төҙ, матур хәрби аттарға һоҡланып ҡарап торҙо.
Иң алдағы офицер атланған ат, нисектер, Кәримгә таныш тойолдо.
— Ибрай! — тине ул ашҡынып, — Ҡара әле, йондоҙ ҡашҡа түгелме һуң?
— Шул бит, малай, шул, Кәрим!
— Йондоҙ ҡашҡа! — тине Кәрим, ҡоласын йәйеп. Иң алда барған ат туҡтаны һәм башын Кәримгә табан борҙо.

1946 йыл.

Нәжиб АСАНБАЕВ

Автор тураһында:
Нәжиб (Николай) АСАНБАЕВ (1921 – 2013) – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Дуҫлыҡ һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры, 20-нән ашыу китап авторы.
1921 йылдың 7 ноябрендә Баҡалы районының Ахман ауылында тыуа. Өфө финанс-иҡтисад техникумын тамамлай. Әрме хеҙмәтенән тура фронтҡа китә, артиллерия батареяһы командиры була. 1949 йылда ғына демобилизациялана. Ҡайтҡас «Ҡызыл таң» республика гәзитендә, Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Яҙыусылар союзында, Башҡортостандың Президент Советында эшләй.
Тәүге хикәйәләре һуғышҡа тиклем ваҡытлы матбуғатта баҫыла. Улар 1947 йылда донъя күргән «Кәрим» китабына туплана. 1955 йылда «Беҙгә егеттәр килде» пьесаһын ижад итә, ул Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйыла. Артабан Нәжиб Асанбаев драматургия өлкәһендә әүҙем эшләй.
2013 йылдың 28 мартында Өфөлә вафат була.

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас