Бөтә яңылыҡтар

Ай урағы (Хикәйә)

Ҡаты һуғыштарҙан һуң беҙ, Ракитино ауылын ҡалдырып, бер аҙ артҡа сигендек. Гитлерсылар фронттың был өлөшөнә әленән-әле яңы көстәр ташланы, шоссе һәм тимер юлды, нисек кенә булмаһын, үҙ ҡулдарында тоторға тырышты.Мин окопта ултырам. Мине дошман пуляһынан Тыуған илемдең изге тупрағы һаҡлай. Юҡ! Мин донъяға кеше үлтерер өсөн тыумағанмын. Әсәйем аҡ биләүгә биләгәндә миңә изге теләк теләгәндер. Ләкин бөгөн минең кәсебем – тыуған еремә мәкерле рәүештә баҫып ингән кеше һүрәтендәге йыртҡысты үлтереү. Был – бөгөн минең изге бурысым.

Ай урағы (Хикәйә)
Ай урағы (Хикәйә)


– Ярҙам... Ярҙам... Кеше бармы?
Кеше бар барлығын. Ләкин...
Башымды ҡалҡытыуға, тағы ла пуля зыйылдай. Пилотка осто. Башты һыйпап ҡарайым. Иҫән. Уйлайым: мин, бәлки, һиңә ҡарағанда ла хәй­лә­кәрерәкмендер, яуыз. Көрәкте билдән ысҡын­дырып алып, окопты ағас төбөнә табан оҙонайтам. Һайыраҡ ҡаҙылһа ла, оҙонораҡ булһын. Көрәк ағас тамырҙарына тейә. Маңлайымдан аҡҡан ҡара тир күҙҙәремде әсеттерә. Ятҡан ерҙән ҡаҙыйым, туп-раҡты аяҡтарым менән түбән ишәм. Тамаҡ кибә. Флягалағы һыу көнгә йылынған. Исмаһам, көнө лә һалҡын түгел бит!..
– Аһ! Үләм...
Ыңғырашыу тауышы тоноҡлана төшә.
Мин ерҙе көрәк менән кимерәм һәм үҙ-үҙемде дәртләндерәм: әйҙә, тағы ла алғараҡ! Һин егетме әллә түгелме?..
Тырмаша торғас, өс-дүрт метр ерҙе ҡаҙып ташлағанмын.
Пилотканы окоптан күренер-күренмәҫ кенә итеп ҡуйҙым да, алға шыуышып, снайперҙың үҙен күҙәтә башланым. Ул пилотканы күреп, атып ебәрҙе. Пилотка окоп эсенә ауҙы. Гитлерсы, үҙемдең теләгемә ирештем, тип уйланы булһа кәрәк, алыҫта ултырған ҡуйы япраҡлы ағас араһынан башын тығып ҡараны.
Бына һин ҡайҙаһың икән, ҡоҙғон! Винтовкамды тиҙ генә уға тоҫҡаным. Әгәр бер атыуҙа тейҙерә алмаһам, ул мине тағы ла этләйәсәк. Былай, атыу яғынан мах биргән юҡ ине, командирҙар һәр саҡ маҡтап йөрөтәләр үҙемде. Әле һуңғы һуғышта ғына ла дүрт илбаҫарҙы теге донъяға оҙаттым.
Оҙаҡ төҙәһәң, күҙ томанлана. Фрицты мушка өҫтөнә «ултырттым» да, тын алмайынса, яй ғына итеп, тәтене тарттым. Күҙемде асып ҡараһам, ҡоҙғоном һаман ағас башында ултыра. Ни булды? Тейҙерә алмағанмындыр, ахырыһы? Винтовканы тағы ла тоҫҡаным. Ләкин атып та өлгөрмәнем, ағас ботаҡтарын һындыра-һындыра, снайпер ергә ауҙы.
Ҡуҙғалмаҫмы, тип күҙәтеп ултырам. Юҡ! Төҙ атҡанмын икән. Минең иҫәптә бишәү булды, тип уйлайым эсемдән. Әгәр ҙә һәр һалдат бишәр фрицты үлтерһә! Юҡ, ул ваҡытта фрицтар ҙа етмәҫ ине...
Урман эсендә атыштар көсәйгәндән-көсәйә бара. Бруствер өҫтөнә ике мина төшөп ярылды. Окоптан шыуышып сығып, тирә-яҡты күҙәтәм. Урман эсе һуғыш һөрөмөнә ҡушылған үлек кәүҙәләрҙең сөскөлтөм һаҫы еҫе менән тулған. Июлдең томра эҫе көнө шул.
Яҡ-яғыма ҡаранам. Бер кем дә күренмәй. Ҡайҙа һуң ярҙам һораған кеше? Атыштар яҡынлаша. Мин теге ҡоҙғон менән булышҡансы, беҙҙекеләр сигенгән булһа кәрәк. Алға шыуышам. Күрәм, ҡыуаҡлыҡ төбөндә кемдер ята. «Кем унда?» – тип өндәшәм яй ғына.
– Ярҙам итегеҙ миңә, ярҙам,.. браток!
Ҡараһам, ҡаты яранан ҡанһыраған таныш булмаған бер медсестра. Янына шыуышып киләм. Флягала ҡалған һыуҙы йотторам, гимнас­терка­һының төймәләрен ысҡындырам, ҡыҙыл тәреле сумкаһын һалдырып алам.
– Мине ҡалдырма, браток... – тип инәлә был.
– Юҡ, сестричка, һине ни эшләп дошманға ҡалдырайым, – тип бышылдайым уға.
Ул бит үҙе нисәмә кешене үлемдән ҡотҡарған кеше! Оҙаҡ уйларға ваҡыт юҡ. Ятҡан килеш сестраны үҙемдең арҡама һөйрәп мендерәм.
– Бына ошолай тотон.
Уның ҡулдарын муйыныма килтерәм. Ул ҡулбаштарымдан ҡыҫып тота. Алға шыуышабыҙ. Минең ориентир дөрөҫ булырға тейеш, беҙҙекеләр, моғайын, шул яҡталыр. Ҡулымдағы винтовка һәм һалдат амуницияһы шыуышырға ҡамасаулай.
Минең арҡаға аҫылынып килгән медсестра әллә һаташа:
– Ай урағы... елкәңдә!.. Ҡайҙан? – ти.
Әлбиттә, һаташа. Ай ни эшләп елкәлә булһын? Ул аяҙ төндә генә балҡый. Ул күктә балҡый.
Белмәйем, медсестра ауыр булғанмылыр, юҡмы, ләкин байтаҡ араны шыуҙыҡ беҙ уның менән икәүләп. Тамаҡ кипте, тын ҡыҫылғандан-ҡыҫыла барҙы. Сестраның ауыр итеп һулыш алыуы ҡолаҡҡа ишетелеп тора һәм, йылыһы бәрелеп, елкәне бер аҙ ҡытыҡлай. Был минең өсөн рәхәт тә, аяныс та.
Урман бөттө, инде ялан ерҙән шыуырға тура киләсәк. Хәҙер үк «мессершмит»тар килеп етер. Улар шулай бит: һәр һалдатты аңдып йөрөгәндәй, күренгән бер ҡарасҡыға ташлана.
– Һыу! – тип ыңғыраша минең сестрам. Мин уны урман ситендәге һуңғы ҡыуаҡлыҡ төбөнә яй ғына арҡамдан төшөрәм. Һыу эскәндә лә, күҙҙәрен ҙур итеп асып, миңә ҡарай. Зәңгәр ине буғай уның күҙҙәре. Етен һымаҡ һарғылт сәсе ҡанға уҡмашып ҡатҡайны. «Әйҙә, киттек! Нығыраҡ тотон!» Тағы ла бер тына алға шыуышабыҙ. Түбәндән генә осҡан «мессер» кире боролоп килде. Ул хәҙер беҙгә пулеметтан ҡурғаш һиптерәсәк. Исмаһам, соҡорораҡ урын да юҡ бит... «Мессер» ата-ата беҙҙең баш өҫтөбөҙҙән үтә. Ҡапыл аяҡтарым йылынып киткәндәй булды. Итек ҡуңысына бер туҡтауһыҙ йылы һыу ҡоялармы ни! Ҡарайым: салбар балаҡтарым туҙып бөткән, тубыҡтарымдан ҡан аға. Шул саҡта ғына терһәктәремдең ауыртыуын һиҙҙем. Эстән үҙемде-үҙем тиргәйем: «Әй һин, ебегән, егет кешеме һин әллә мәмәйме?»
Тыңлайым, арттан мотор тауыштары ишетелә. Был, моғайын, немецтарҙың танкыларылыр. Сестра иҫән. Тиҙерәк алға шыуышырға кәрәк. Тәнем яна, тын бөтөнләй ҡыҫыла. Күҙ алдым ҡараңғылана. Хәҙер үҙемде-үҙем белмәйем, шыуышаммы әллә тик ятаммы? Миңә рәхәт... Бер нәмә лә кәрәкмәй... Ҡайҙалыр йөҙәм.
Күктә ай урағы тора... Һары сәсле, зәңгәр сәскәләй зәңгәр күҙле сестра: «Браток!..» – тип уға үрелә...
Был юлы мин һаташам.

* * *
Күҙемде асып ҡараһам, койкала ятам. Баш өҫтөмдә аҡ халатлы бер кеше баҫып тора. Ләкин ир кешеме был, әллә ҡатынмы, айыра алмайым. Тик шуныһын аңлайым: мин санбатта йәки госпиталдәмен.
– Әйтегеҙ әле, ул бындамы, тереме? – тип һорайым мин, шешенгән күҙ ҡабаҡтарымды саҡ ҡына күтәреп.
– Кем ул? – ти теге кеше.
– Ҡыҙ, сестра!
– Ҡыҙ? Ха-ха-ха! Бында егеттәр генә. – Кемдер тештәрен ыржайтып көлә, әйтерһең дә, уның өсөн һуғыш бөткән.
Госпиталдән сыҡҡас та сестраны эҙләп ҡараным. Таба алманым. Һыуға батҡан төҫлө булды ул, бер кем дә белмәне уның тураһында. Фамилияһын да, исемен дә, ҡайһы частан икәнлеген дә һорамағанмын. Бәлки, һораһам да, яуап бирә алмаҫ ине ул.

* * *
Һуғыш ялҡыны һүнде. Беҙ йыртҡысты үҙ өңөндә тонсоҡторҙоҡ. «Башҡаса кеше еренә аяҡ баҫһаң, тамырыңды ҡороторбоҙ!» – тинек беҙ уға.
Һалдаттар үҙҙәренең тыуып үҫкән ерҙәренә таралышты. Күҙле-башлыларҙы ҡатындары, бала-сағаһы ҡаршыланы, беҙҙең кеүек йәшерәктәрҙе буй еткергән ҡыҙҙар көтә ине.
Мин, ауыл хужалығы институтының уҡылып бөтмәй ҡалған ике курсын тамамлап, үҙебеҙҙең колхозға агроном булып ҡайттым.
Йылдар үтте. Сестричка йыш ҡына иҫемә төштө лә торҙо. «Ай урағы!» – тип һаташа ул. Ниңә шул тиклем оҙаҡ уйлағанмындыр, уныһын үҙем дә белмәйем.
Агроном булып эшләүҙең өсөнсө йылында Таһира исемле колхозсы ҡыҙға өйләндем. Уңған булып сыҡты үҙе. Биш йылда тубырлап торған туп кеүек өс малай табып бирҙе.
Быйыл яҙғы сәсеү бөткәс тә, начальник мине үҙенә саҡыртып алды. Беҙҙең идара начальнигы – бик илтифатлы кеше ул. Ауыл хужалығын производство принцибында үҙгәртеп ҡорғанға тиклем ми­нистрҙың урынбаҫары булып эшләнгән.
Мине ниңә саҡыртты икән, тип уйлайым. Былай эш боҙоп йөрөгәнем дә булманы шикелле.
– Һаумы, ҡустым! Килдеңме? – ти ул.
– Килдем, иптәш начальник, – тим.
– Молодец, – ти ул, минең ҡулымды ҡыҫып. – Яҙғы сәсеү ваҡытында яҡшы эшләнегеҙ. Колхоз бе­ренселәр рәтенә сыҡты. Бына бында ике путевка бар. Партком менән һөйләшеп, һеҙҙе ҡатынығыҙ менән Сочиға ебәрергә булдыҡ.
– Рәхмәт һеҙгә, Ғәли Ғөзәировнч, көтмәгәйнем, бик ҙур рәхмәт.
Беҙҙе ҡунаҡ һымаҡ итеп оҙатып ебәрҙеләр.
Ожмах тигәндәре булһа, Сочи – шул икән. Диңгеҙ буйындағы боролмалы юлдан асыҡ машина беҙҙе ҡалаға алып оса. Ике яҡлап үҫеп ултырған матур пальмалар, шәм кеүек төҙ кипаристар, магнолиялар күҙҙең яуын алып тора. Бында ниндәй генә сәскә үҫмәй! Донъя хуш еҫкә күмелгән. Ҡояш та түбәнән ҡарай бында, ул үҙенең һөңгө остарын туп-тура миңә ҡаҙай.
Ҡатыным менән беҙҙе яңы төҙөлгән сана­торийҙың айырым бүлмәһенә урынлаштырҙылар. Бүлмәнең тәҙрәһенән Кавказ тауҙары күренә. Ә инде ишекте асып ҡараһаң, ҙур океан карабында йөҙәһеңме ни, аяҡ аҫтында ғына диңгеҙ сайҡала. Диңгеҙ һыуы зәңгәр була, тиҙәр ине, зәңгәрлеген дә зәңгәр икән шул. Бер ҡарағанда ул сабыр әсәләрҙең йыйырсыҡлы йөҙө һымаҡ йылмайып ята. Был саҡта ул күңелле лә, күркәм дә була, һиндә ниндәйҙер сихри уйҙар уята. Икенсе ҡарағанда диңгеҙ, аҡ күбектәрен аҡтарып, кемделер йоторҙай булып ажғыра. Бындай саҡта ул ҡурҡыныс була.
Белмәйем, бәлки был минең өсөн генә шулайҙыр, үҙебеҙҙең Яйыҡ һыуына етерлек һыу юҡ был яҡта. Шишмәнән генә башланған Яйыҡ беҙҙең ауылға еткәнсе ҙур йылғаға әйләнә. Унда һыу инеүе лә күңелле. Балығы ла тәмле кеүек уның, Урал тәбиғәтенең бөтә матурлығын йыйып алып килеп, һылыу ҡыҙҙарҙың бит соҡоро төҫлө һомғол өйөрмәләр яһап ағып китә ул...
Беҙ пляжда ятабыҙ. Кемдәр генә юҡ бында! Тракторсы ла, шахтер ҙа, көтөүсе лә, профессор ҙа, һауынсы ла, яҙыусы ла – барыһы ла бар. Хатта сит илдәрҙән килеүселәр ҙә күп.
Ни тиһәң дә, диңгеҙ – диңгеҙ инде. Уға оҙаҡ ҡарап торһаң, күңелде ҡытыҡлай башлай. Шағир булмаған кеше лә ҡулына ҡәләм ала.
Мин дә, дәфтәр буяй-буяй, бер шиғыр яҙып ташланым.
– Тыңла, шиғыр уҡыйым һиңә, – тим Таһираға.
– Харап! Ҡайҙан килгән был шағир,– тип көлә ул минән.
Кеше юғыраҡ ерҙе һайлап алдым да, таш башына менеп баҫып, ҡулдарымды болғай-болғай уҡый башланым:
Алыҫтарға төбәп күҙҙәремде,
Ҡарап торам диңгеҙ ярында.
Күҙем баға ярһыу тулҡындарға,
Ә уйҙарым Урал яғында.
Ҡояш диңгеҙ аръяғына сумғас,
Баҫыла төшә көндөң бөркөүе,
Йыйырсыҡтар ҡаплай диңгеҙ йөҙөн,
Яңы һөргән сиҙәм ер кеүек.
– Дәрт бар ҙа, тик дарманы ғына юҡ, ну килештерер инең шағир булһаң, – тип көлә Таһирам түбәндән.
– Туҡта әле һин, дөрөҫөн әйт, – тим мин.
– Таушалған! – ти ул, ҡулын һелтәп.
– Нимә таушалған?
– Һүҙҙәре. «Диңгеҙ ярында...» «Алыҫтарға төбәп...» «Ҡарап торам...» Былар тураһында шағирҙар күптән әйткән бит инде.
– Их, Таһира, аңлап еткермәйһең икән шул әле һин мине, – тим мин, үпкәләгәндәй итеп. – Ана шул шағирҙар әйткән хистәр ҡайнай минең күңелемдә!..
Беҙ, етәкләшеп, сатай-ботай ятҡан кешеләр араһынан йүгереп барып диңгеҙгә ташланабыҙ...

* * *
Ял итеүҙең тәүге көндәренән үк ҡырҡ йәштәр самаһындағы бер һылыу ғына ҡатын үҙемә күҙ һалғандай булды. Ғәжәп, һәр ваҡыт үҙенең осло күҙҙәре менән минең күҙҙәремде эҙләп табырға тырыша. Мин уңайһыҙланып та ҡуям. Бүлмәгә ҡайтҡас, Таһираға һиҙҙермәйенсә генә көҙгөгә ҡарайым. Нисауа малай, кеше ҡарарлыҡ та шул, тимен.
Парикмахерскийға барып, сәсте арттан юғарыраҡ итеп алдырып, ҡырынып, хушбыйҙар һиптереп ҡайтыуыма, Таһирам ҡотороноп ҡаршы алмаҫмы!
– Беләм, беләм. Барыһын да күреп йөрөйөм... – тип теҙеп алып китте был.
– Сеү, шаулама. Таһирам, һинән башҡа бер кемгә лә күҙ һалыр эшем юҡ, – тип әйтеп ҡарайым.
Юҡ! Туҡтатып булмай.
Бынан һуң пляжда урынды ситтәнерәк һайлап ала башланым. Уйындан уймаҡ сығып ҡуйыуы бар.
Таһира, шымып, рәхәтләнеп кенә ҡалғайны, икенсе көндө үк һары сәс беҙҙе тағы ла эҙләп тапты.
– Һеҙҙең янығыҙҙан урын алырға мөмкинме? – тигән була ул, йылмайып.
– Пожалысты, – мин әйтәм.
Һылыу ҡатын беҙҙең эргәбеҙгә үк килеп ултырҙы. Ул нимәгәлер борсолғандай күренә. Был уның бер күтәрелеп, бер тартылған ҡалҡыу күкрәгенән һиҙелеп тора. Тик ҡатын минең йөҙөмә ҡарамай, елкәмә ҡарарға тырыша. Таһира ни, елкәгә ҡараған ҡатындан да көнләшергә әҙер.
– Һеҙгә бер һорау бирергә мөмкинме, иптәш? – тине ул, бер аҙ ултырғас.
Мин турая төштөм, ә Таһира бөрөшкәндәй булды.
– Пожалысты, – тим.
Башҡа ни әйтәйем инде?
– Һеҙ фронтта булдығыҙмы? – ти ул, минең күҙҙәремә туп-тура ҡарап.
– Булдым! – мин әйтәм һәм ҡайһы фронттарҙа булғанымды һөйләп бирәм.
– Курск өлкәһенең Ракитино ауылы янында ла булдығыҙмы?
Был һорауҙан минең башым әйләнеп киткәндәй булды, күңелемә ҡылт итеп сестричка менән булған күптәнге хәл килеп төштө.
– Булдым, – мин әйтәм.
– Браток! Был һинме?
– Сестричка! Был һинме әллә?
Беҙ бер-беребеҙҙе ҡосаҡлағаныбыҙҙы һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Ул минең биттәремдән, маңлайымдан үбә башланы.
– Ул! Ул... браток! Мине үлемдән ҡотҡарған кеше!
Минең Таһирамдың ике күҙе дүрт булды.
Беҙҙең тирәгә ял итеүселәр йыйылып киткән икән, мин уларҙы хәҙер генә күреп ҡалдым.
Сестра бынан егерме бер йыл элек булған хәл тураһында теҙеп һөйләп бирҙе.
Ул да мине оҙаҡ эҙләгән, ләкин таба алмаған. Беҙҙең икебеҙҙе ике урынға ебәргәндәр икән шул.
– Мине нисек танынығыҙ? – тип һораным Елена Ивановнанан (уның исеме һәм атаһының исеме ошолай ине).
– Ай урағынан, браток! Ай урағынан! – ти ул.
Ай урағынан! Ысынлап та, минең елкәмдән юғарыраҡ бер урында ай урағына оҡшаш яра урыны бар. Бәләкәй саҡта, һабан туйында ат сабыштырғанда, Әхмәтгәрәй байҙың ҡара айғы­рынан йығылып ҡалғайным. Шунда башым ташҡа бәрелеп, ай урағы төҫлө яра уйылып ҡалған. Сәс оҙон булһа, ул күренмәй, мәгәр сәстең таҡыр сағында ап-асыҡ күренә, тиҙәр.
Беҙ Елена Ивановнаның тормош хәлдәре менән таныштыҡ. Ул хәҙер врач икән.
Кис беҙ Елена Ивановнаны ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ. Төн урталарына саҡлы үткәндәрҙе хәтерләп, һөйләшеп ултырҙыҡ. Был кисте мин диңгеҙҙең ниндәйҙер сихри хистәргә бай булыуын аңланым. Ул һүнеп барған тойғоларҙы яңынан тоҡандыра икән.


Ғәзим АЛЛАЯРОВ

(Автор тураһында:
Ғәзим АЛЛАЯРОВ (1912 – 1993) – фронтовик яҙыусы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, партия эшмәкәре, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Учалы районының Ураҙ ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ совет-партия мәктәбендә, Өфө комвузында уҡый. Хеҙмәт юлын Учалы МТС-да политбүлек секретары булып башлай. Танк ротаһы составында дүрт йыл Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Демобилизацияланып ҡайтҡас, оҙаҡ йылдар партия структураһында етәксе вазифаларында эшләй.
Ғәзим Аллаяров ижадҡа һуғыштан ҡайтҡас ныҡлап тотона. Тәүге «Бер юлдан» тип аталған повесы 1965 йылда айырым китап булып донъя күрә. Артабан бер-бер артлы тағы ла ете йыйынтығы баҫыла.)

Автор: Рөстәм Илтенбаев
Читайте нас