Бөтә яңылыҡтар

Нарзан шишмәһе

Самолет бейектә, бик бейектә оса – ерҙән ун километрҙар самаһы булыр. Хәйер, ер күренмәй ҙә – уны тел менән аңлатып бирә алмаҫлыҡ формалағы аҡ болоттар ҡаплап алған. Әйтерһең, фәрештәләр ожмахтағы һарыҡтарҙың йөндәрен ҡырҡҡандар ҙа киптерергә йәйеп, таратып ташлағандар.

Нарзан шишмәһе
Нарзан шишмәһе

Самолеттан һикереп сығаһы ла, бала саҡта хуш еҫле бесәндә тәкмәс атып уйнаған шикелле, шул болоттарҙа тәгәрәге, аунағы килә. Юҡ, һине ашҡын­дырып, ҡыҙыҡтырып торған болоттар тауы йылы ла, ышаныслы ла түгел. Самолеттан сыҡһаң, шунда уҡ туңасаҡһың һәм, таш кеүек осоп, упҡынға төшөп ки­тәсәкһең. Улар алыҫтан ғына күҙең сағылырлыҡ аҡ һәм ҡарап туя алмаҫлыҡ матур.
Иллюминаторҙан ҡарап ултыр­ғанда ана шундай уйҙар килде минең башыма. Бәлки, муйынын һуҙып, хәрәкәтһеҙ болоттарҙы күҙәтеүсе күршем дә минең шикелле уйлағандыр. Бер үк күренеш төрлө-төрлө кешелә лә бер үк тойғо уята бит. Ул да Кисловодскиға бара. Ул – минең яҡташым. Фамилияһы – Әғләмов. Ләкин уның йөҙөнә ҡарап, уны Урал тауҙарының боронғо вәкиле – башҡорт тип әйтеүе ҡыйын. Ул Көньяҡ Европа кешеһенә нығыраҡ оҡшаған: бер-береһенән алыҫ тороусы ҙур ҡара күҙҙәр, ҡылыс танау, йомшаҡ ҡара бөҙрә сәс... Уның яғымлы, матур йөҙөн маңлайындағы ике тәрән һыҙыҡ ҡына йәмһеҙләп тора. Юҡ, был ҡартлыҡ йыйырсыҡтары түгел, ә ҡапыл хасил булған «йәш бураҙ­налар». Күрәһең, минең күршем күптән түгел генә ауыр ҡайғы кисергәндер.
Самолет расписание буйынса Волгоградта посадка яһаны. Беҙ күрше Әғләмов менән, ваҡытты нисек үткәрергә белмәй, аэропорт ишеге алдында буталып йөрөнөк. Аэропортта иҫ китерлек бер нәмә лә юҡ: матур, оҙаҡҡа сыҙарлыҡ итеп төҙөлгән аэровокзал, ҙур аквариум һымаҡ кафе-модерн һәм шырпы ҡабын хәтерләтеүсе дүрт ҡатлы ҡунаҡ йорто...
Тирә-яҡта күҙ күреме саҡлы тигеҙлек – дала, тик ел генә, эшһеҙлектән эсе бошоп, һыҙғырып йөрөй.
– Ҡалаға барып килгәндә зыян итмәҫ ине лә, өлгөрә алмабыҙ шул, – тине минең яҡташым көрһөнөп. – Мин бит бында беренсе көндәрҙән алып Паулюсты пленға алғансы булдым. Фельдмаршалды универмагтан беҙ төтәтеп сығарҙыҡ инде. Ҡаланы, ҡарап туя алмаҫлыҡ матурайған, тиҙәр. Ә беҙ, уны ҡайтанан торғоҙоп булмаҫ инде, тип ҡайғыра инек, – Әғләмов тынды. Рәхәтләнеп папиросын һурҙы ла малайҙарса, танауынан, ауыҙынан бүлә-бүлә, төтөнөн сығарҙы. Кү­ренеп тора, ул шаяра һәм шаян­лыҡты ярата торған кеше. – Эйе, бөтәһен дә торғоҙорға, яңыртырға мөмкин, – тине ул, ҡапыл һағыш­ланып. – Ҡалаларҙы, завод-фаб­рикаларҙы, тик бына йөрәкте генә яңыртып булмай. Уны бит сир, бомба ғына боҙмай...
Мин уйлап та тормай һорап ҡуйҙым:
– Ә тағы нимә боҙа? Ҡояштағы шартлауҙармы?
– Кешеләр үҙҙәре... Һәм бер-береһенекен.
Беҙ тигеҙ, тура асфальт юл буйлап ашыҡмай ғына ҡалаға табан атланыҡ. Ҡайһы яҡҡа ҡарама – дала. Дала, дала... Баш әйләнерлек дала. Әйтерһең, кемдер ҡот осҡос ҙур каток менән бөтә түңгәкте шымартып, тигеҙләп сыҡҡан. Ҡайһы бер кешеләр даланы өҙөлөп ярата, уның йәмен таба, әммә мине, Урал балаһын, осо-ҡырыйы булмаған тигеҙлек ялҡыта, йоҡоно килтерә.
– Көн боҙолоп китһә, шәп булыр ине, — тине Әғләмов, минең уй­ҙарымды аңлаған шикелле. – Ҡаланан урап килер инек. Минең бит теге ваҡыттан бирле Сталинградта булғаным юҡ.
– Минең дә...
– Һеҙ ҙә Сталинградта һуғыш­ты­ғыҙмы ни? Ниндәй районда?
– Бекетовка яғынан. Күн заводы, вокзал...
– У-у-у... Ихтимал, беҙ әле һеҙҙең менән полкташтарбыҙҙыр. Нисәнсе дивизия? Йөҙ ҙә утыҙ беренсе? Ә полк? Ысынлапмы? – уның күҙҙәре ҡапыл тоҡанып китте. Һәм ул бөтөнләй йәп-йәш малайға, Сталинград һалдатына оҡшап ҡалды. – Бына һиңә осрашыу! Китапта уҡыһаң, валлаһи, ышанмаҫһың.
Ошо минуттан алып беҙ бөтөнләй яҡынлашып киттек.
Быяла кафеға инеп, ҡыҙыл шарап һурҙыҡ һәм, күптәнге таныштар һымаҡ, иркенләп, бер-беребеҙҙән тартынмай, һүҙ яңырта бирҙек.
Бына ошонда ул йөрәгенә йә­бешкән юшҡын тураһында һөйләп бирҙе лә.
– …Бәләгә бөтөнләй көтмәгәндә, бүләк өмөт иткәндә юлыҡтыҡ, – тип ашыҡмай ғына һөйләп алып китте Әғләмов, устары менән стаканды әйләндереп. – Минең участка һуңғы тонна нефтте сығара ине инде. Йәнә аҙна-ун көн – күсмә Ҡыҙыл Байраҡ беҙҙең ҡулда буласаҡ. Үҙемә, өлкән улыма турист путевкалары ла белешеп ҡуйҙым. Ай башынан ялға китергә әҙерләндем. Бына шундай шатлыҡлы көндәрҙең бе­реһендә НПУ-нан (элеккесә әйтһәк, трестан) шылтыраталар. «Яңы агрегат алдыҡ. Үҙләштерәһеңме?» Ниңә үҙләш­термәҫкә, мин әйтәм. Тәү тапҡыр эш итмәйбеҙ ҙә. Ә бына яңы агрегатты үҙләштергән көндө генә, үс иткән шикелле, мине Өфөгә саҡырҙылар. Китмәҫкә иткәйнем дә, донъяның кендеге һиңә йә­бешмәгән, һинһеҙ ҙә үҙләш­те­рер­ҙәр, тип ҡырт киҫтеләр. Үҙләш­тереүен үҙләш­терҙеләр, әммә авария ла яһанылар. Мастер йәш, ҡыҙыу кеше ине. Самаһын онотоп, агрегатҡа нагрузканы тейешенән күберәк биреп ташлаған. Вышка бөгөлгән, сква­жиналағы торбалар өҙөлөп, аҫҡа төшөп киткән. Торбалар өҙөлгәндә осҡон хасил булған да пожар сыҡҡан. Зыян һанап-иҫәпләп бөтөрөрлөк кенә түгел. Экономия, пландан тыш табыш елгә осто. Минең пландар ҙа селпәрәмә килде. Хәсән Фәттәхо­вич мине ашығыс саҡыртып алды, – Әғләмов ҡыҙыл шарапты уртланы һәм иренен ҡағыҙ салфеткаға һөрттө. Салфеткала ҡан төҫлө тап ҡалды. Ашыҡмай ғына папирос һурҙы, ҡулы менән төтөнөн таратты һәм төтөн менән бергә күптән түгел булып үткән күңелһеҙ хәлдәрҙе лә таратырға теләне, күрәһең. – Әлбиттә, бындай ва­ҡытта кешеләр үҙҙәрен төрлөсә тота. Ҡасандыр һин берәүҙе тән­ҡитләгәнһең, китек яғына төртөп күрһәткәнһең. Ул һиңә йылмайып рәхмәт әйткән, ләкин асыуын беҙ кеүек ҡараңғы күңел төбөндә һаҡлап йөрөгән дә һин тайғанды ғына һағалап торған. Бына хәҙер ул бәҫәреп бөткән үсен һинән алмаҡсы була. Бар, ниңә йәшереп торорға, бар әле ундай ҡара эсле бәндәләр, – Әғләмов, көрһөнөп, папиросын көл һауытына ташланы. – Шундай бәндәләр ҙә була. Уларҙы неудачниктар тип йөрөтәләр. Үҙҙәренең ҡулдарынан өс тинлек эш килмәй, ә ғүмер буйы тырышып, янып йөрөүселәрҙән көнләшәләр, яйы килһә, өңдәренән сығып, ирендәрен ҡалтыратып торған алйырҙан шикелле, һиңә теш ҡайрайҙар. Кимереүселәр зыянлы йәнлектәр, әлбиттә, әммә мин уларҙан аҙ ғына ла шикләнмәйем. Кимереүсе ғү­мергә кимереүсе булып ҡала инде ул. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе тикшерә торған кәңәшмәлә мин үҙемде мөмкин тиклем тыныс тоторға тырыштым. Аҡланасаҡ түгелмен. Әммә аварияны беҙ юрамал, уҫал ниәт менән яһамаған. Беҙ әле уның «үсен» ҡайтарасаҡбыҙ. Хәсән Фәттәхович минең кемлегемде белә, – Әғләмов миңә күтәрелеп ҡараны. – Мин һеҙгә уның кемлеге хаҡында әйтмәнем түгелме һуң? Фронтовик дуҫ. Бына ошонда, Волга буйында, биш айға яҡын бергә асыҡтыҡ, туңдыҡ, атакаға барҙыҡ, дошман атакаларын кире ҡаҡтыҡ. Һуғыштан һуң ул баш әйләнерлек тиҙлек менән юғарыға үрләне, әммә унан дуҫлыҡ һыуынманы. Элеккесә мин уға «Хәсән» тип өндәштем, ә кеше барында «Фәттәхович» тип тә өҫ­тәнем. Үҙе шулай ҡушты. Беҙҙең халыҡта «-вич» тип өндәшеү бул­маһа ла, кеше алдында исем менән генә әйтеү килешмәй, тине ул бер яйын тура килтереп.
Кәңәшмәлә төрлөсә һөйләүсе булды. Берәүҙәр элеп алып, һелкеп һалды, икенселәр бөтөнләй мине яҡлап барҙы... Ә мин түҙем­һеҙләнеп Хәсән Фәттәховичтың сығышын көттөм. Начальство иң аҙаҡ һөйләргә ярата бит. Тимәк, уның сығышы иң аҡыллы һәм хәл иткес булырға тейеш. Ниһайәт, мин был иң аҡыллы һәм йомғаҡлаусы һүҙҙе көтөп алдым.
Хәсән Фәттәхович ҡулдары ме­нән өҫтәлгә таянып, яй ғына торҙо. Устары менән сәсен алдан артҡа һыйпап ҡуйҙы. Кәңәшмәлә ултыр­ған арала, һаҡал баҫманымы икән тигән шикелле, ҡулының һыртын яңағына тейҙереп алды. Уның шундай тыныс, олпат ҡыланыуы миңә лә күсте. Йөрәк тигеҙерәк, тал­ғыныраҡ тибә башланы. Ҡан баштан аяҡ-ҡулдарға ағылды, сикә­ләрҙе ҡыҫып торған тимер ҡоршау йомшарҙы. Хәсән Фәттәхович һүҙен алыҫтан урап башланы. Ҡулдарын балериналар шикелле һалмаҡ ҡына, йомшаҡ ҡына тирбәтеп, бер миңә «мәр­хәмәтле ҡараш» ташлай, бер кә­ңәшмәлә ултырыусыларға мәғә­нәле итеп ҡарап ала.
– Мин иптәш Әғләмовты бай­таҡтан бирле беләм. Фронтта ла бергә булғайныҡ. Насар һуғыш­маны ул. Нисә орденың бар әле? Хәйер, эш ордендарҙа ғына түгел. Һуғыштан һуң да үҙен насар күрһәтмәне. Ул – һүҙен һүҙ итергә яратыусы кеше. Ситтән тороп институтты тамамланы. Хәҙер аспирантурала уҡый­һыңмы әле? Былар өсөн һиңә бер генә һүҙ: «Маладис!» Әммә… – уның имән бармағы штыкка әйләнде. – Беҙҙең алда факт. Дөрөҫөрәге, авария. Идара­лыҡҡа, тимәк, дәүләткә ҙур зыян килде. Ә беҙ һәр тин өсөн һу­ғы­шабыҙ. Эйе, эйе, һәр тин өсөн һуғышабыҙ, иптәштәр. Экономия – беҙҙең беренсе лозунгыбыҙ. Ип­тәштәр, бәлки был осраҡлы авариялыр? Әйҙәгеҙ, уйлашайыҡ, – Хәсән Фәттәхович, ҡулдарын бергә килтереп, бармаҡтарынан күпер яһаны, ә баш бармаҡтарын бер-береһенә терәне. – Юҡ, был осраҡлы авария түгел, иптәштәр. Был Әғләмовтың да аварияһы, иптәштәр...
Минең йөрәгем әллә ни эшләп китте. «Ни һөйләй ул? Ашыҡма, Әғләмов, ул бит әле башланы ғына». Ә Хәсән Фәттәхович инде ава­рияның төбөн-тамырын соҡорға тотондо.
– Әғләмов йөрәгендәге ҡортто мин күптән үк һиҙенеп килә инем, иптәштәр. Әле фронтта саҡта уҡ. Ул... Нисек йомшағыраҡ әйтергә инде, ул һәр ваҡыт өҫтән уйларға, ҡуҡырайырға яратты. Ул һәр ваҡыт беренсе булып һикереп торорға тырышты. Дөрөҫ, беренселеккә ынтылыу насар ғәҙәт түгел. Ләкин әгәр ул беренселектең төбөндә «мин» тигән нәмә генә ятһа? Әгәр ул үҙенән башҡа кешене күрмәһә һәм һанға һуҡмаһа? Был инде, иптәштәр, хәтәр нәмә. Ысынлап та, әгәр авария килеп сыҡмаһа, Әғләмов әтәс һымаҡ ҡуҡырайып йөрөр ҙә көрәп аҡса алыр ине бит…
Ҡан көслө ташҡын булып башыма урғылды. Йәнә сикәләремә тимер ҡоршау кейҙерҙеләр. Мин үҙемде үҙем тыйып тота алмай башланым. Һуң, ул үҙе яңы агрегатты үҙ­ләштерергә миңә бойорҙо бит. Өфөгә китергә теләмәгәс, ерҙең кендеге һиңә йәбешмәгәндер, тип ҡысҡырҙы. Ә хәҙер...
…Мин инде уның дүрткелле битен, сал сәсен, ҡара көртмәле төҫлө кескәй күҙҙәрен күрмәй башланым. Мин уның ауыр кәүҙәһен үҙемдең арҡамда тойҙом. Уның каскаһы миңә шыуышырға ҡа­масауланы, үткер сите менән муйынымды ышҡыны. Ә Хәсән йыш-йыш һуланы һәм бер үк һүҙҙе өҙмәне лә ҡуйманы: «Әғләмов, ташлама, ташлап китмә. Мәңге онотмам...» Шыуырға бөтөнләй аҙ ҡалғайны инде – миналар ҡу­йыл­ған һыҙатты иҫән-һау үтергә лә окопҡа һи­керергә. Ә ул мәлғүн миналарҙы төндә түгел, көндөҙ ҙә күреп булмай – оҫта йәшерел­гән­дәр. Бәләкәй генә хата, һәм һөйәктәреңде лә йыйып ала алмаясаҡтар...
Күҙҙәремде асам һәм Хәсән Фәттәховичтың һаман мине әр­ләгәнен ишетәм.
– Һеҙ бит, иптәш Әғләмов, фронтта ла етди булманығыҙ. Бөтә нәмәгә еңел, төкөрөп ҡаранығыҙ. Әле лә хәтерләйем, һеҙ авто­ма­тығыҙҙы таҙартырға яратмай торғайнығыҙ. Каскағыҙҙы бер ҡасан да кеймәнегеҙ. Имеш, һеҙгә диңгеҙ тубыҡтан. Шул ҡыланышығыҙ менән йәш һалдаттарға насар йоғонто яһанығыҙ. Бәлки, шуның арҡаһында бер ҙә кәрәкмәгәнгә үлеүселәр ҙә аҙ булмағандыр. Былар бөтәһе лә нимә тураһында һөйләй, иптәштәр? Былар бөтәһе лә ава­рияның осраҡлы бер хәл түгеллеге тураһында һөйләй, иптәштәр. Был закономерный хәл, иптәштәр...
Минең ҡолаҡтарым шаулай башланы (әлеге лә баяғы, шул контузия бәләһе!). Валлаһи, тегендә, фронт­та, һәр аҙым һайын мине мина һағалап торғанда еңелерәк бул­ғайны. Мин унда шыуҙым да шыуҙым. Туң ергә ҡолағымды терәп, тупраҡ эсенә йәшереп ҡуйылған миналарҙың үлтергес һулышын ишетергә теләнем. Тағы алға шыуҙым. Уф-ф, миналар һыҙатын үттем, буғай. Хәҙер тын алырға ла була. Еп өҙөрлөк тә хәлем ҡалманы. Юҡ, ярамай. Немецтар бер юлы бер нисә шәм – ракета элеп ҡуйҙылар. Донъя ҡапыл йәнһеҙ яҡтылыҡҡа сумды – энә юғалтһаң табырлыҡ. Тиҙерәк окоптарға барып етергә лә Хәсәндең яраһын бәйләргә кәрәк. Ҡаны күп аҡҡан. Хәҙер инде уның йөрәкте өҙөрлөк ыңғырашыуы ла ише­телмәй. Әллә тын да алмай инде?.. Юҡ, ала. Ҡысҡырып, аҡырып һөйләй: «Башҡаларға ғибрәт булһын өсөн Әғләмовты эшенән төшөрөргә һәм судҡа бирергә кәрәк!..» Мин ҡапыл башымды күтәрҙем дә һикереп тормаҡсы булдым. Ләкин эргәмдә генә мина шартланы. Ә инде һушыма килгәндә койкала ята инем. Тирә-яғым ап-аҡ, әйтерһең, төндә ҡыш килгән. Ә бит тышта эҫе йәй ине...
Әғләмов кипкән ирендәрен сылатып алды. Уның матур, нәфис йөҙө ҡапыл олоғайып китте, ҙур ҡара күҙҙәре өтөп алырлыҡ һалҡын ут менән янды.
– Салҡан ятҡан килеш мин күп уйланым. Ләкин уйҙарымдың осона сығалманым. Ни эшләп ул шулай һөйләне? Һуң, мин уны ут эсенән орден өсөн һөйрәп алып сыҡ­тыммы ни? Һуң, герой булып күренер өсөн контузия алдыммы ни? Ә касканы кәпәренеүҙән түгел, башым ауырт­ҡанлыҡтан кеймәй торғайным. Авария ла, аҡсаны көрәп алырға тырышыуҙан түгел, мастерҙың тәжрибәһеҙлеге арҡа­һында булды. Хәсән Фәттәхович быларҙың бөтәһен дә белә. Йәки белергә тейеш ине. Ә белгәс, ниңә шундай аяуһыҙ һөйләне ул? Ниңә нахаҡҡа рәнйетте ул мине? Көн­сөлөктән тиһәң, уның вазифаһы минекенән күпкә юғары. Үс алырға теләгәндер, тиһәң... Ни өсөн? Фронтта, санитарка ҡыҙы­ҡайҙы яҡлап, яңағына сапҡан өсөнмө? Шул кескәй генә бәрелеште лә егерме йылдан артыҡ күңел төбөндә һаҡлап, кенә ҡыуып йөрөнөмө икән ни? Тимәк, ул... Ҡара эсле кеше...
Ике һүҙҙең береһен йотоп, диктор беҙҙе самолетыбыҙға саҡырҙы. Беҙ ҡуҙғалдыҡ. Әғләмов фильтрлы сигарет тоҡандырҙы.
– Тартыуҙы ташларға кәрәк, – тинем мин уға.
Ә үҙем бөтөнләй башҡа нәмә тураһында уйланым.
– Һи-и-и-и... – Әғләмов ҡул ғына һелтәне. – Никотиндан үлгән кешене ишеткәнем-күргәнем юҡ әле.
Мин уның маңлайына ҡарап алдым.
– Был бураҙналар шул көндәрҙең эҙҙәреме?
– Ниндәй бураҙналар? Ә-ә... – ул бармаҡтары менән маңлай һыр­ҙарын ышҡып алды. – Улар тирелә генә. Яра эҙҙәре бына бында – йөрәктә ҡалды, – Әғләмов күк­рәгенә һуғып ҡуйҙы.
Инде самолетҡа ултырғас, тур­биналарҙы ҡыҙҙыра башлағас, ауыҙымды уның ҡолаҡ төбөнә ҡуйып, һораным:
– Больницаға бер ҙә килмәнеме?
– Кем? Хәсән Фәттәховичмы? Килде. Икенсе көндө үк йүгереп килеп етте.
– Килде? Нимә һөйләне?
– Башҡаса һөйләй алманым, положением, вазифам ҡушманы, тине. Миңә борсолорға, тул­ҡын­ланырға ярамай ине. Шуға күрә бышылдап ҡына: «Ә выжданың ҡуштымы?» – тинем. Хәсән Фәт­тәхович ғәйепле йылмайҙы.
– Аңла, Әғләмов, ҡайһы саҡта положение выждандан көслөрәк була ул...
Мин уны бүлдерҙем:
– Һәм положениемдан ҡолаҡ ҡаҡҡым килмәй, тип әйтмәксе булаһыңмы? Ә намыҫыңдан ҡолаҡ ҡаҡһаң?
– Аңла, Әғләмов...
– Юҡ, ундай кешеләрҙе бер ҡасан да аңлаясаҡ түгелмен, – миңә ҡуҙғалырға, боролорға ярамай ине, күҙҙәремде йомдом. Минең уны башҡа күргем дә, ишеткем дә килмәне. – Китегеҙ! Сығып китегеҙ!
Егерме йылға тәү тапҡыр мин уға «һеҙ» тип өндәштем. Беҙ сит кешеләргә әйләндек. Хәсән Фәт­тәхович артынан палата ишеге ябылғас, ҡар төҫлө аҡ, бер тапһыҙ түшәмгә ҡарап уйға сумдым.
«Положением ҡушманы...» Ә ул сағында выждандың ни кәрәге бар? Ни өсөн берәүҙәр намыҫтары ҡушҡанса эшләргә, ә икенселәр положениеларынан сығып ҡына эш итергә тейеш? Бына шундай кешеләр арҡаһында ни саҡлы зыян килә, кире ҡайтарып ала алмаҫлыҡ юғалтыуҙар була. «Положение ҡушмай...» Ниндәй шылғаяҡ, әшәке һүҙ...
Әғләмов ярһыуын, нәфрәтен йәшерергә теләп, ситкә боролдо. Ә мин иллюминаторға ҡараным. Күпереп торған аҡ болоттар, ләкин улар ниңәлер был юлы йылы тойолманы һәм самолеттан һикереп төшөп, улар араһында аунағы ла килмәне. Шул күҙең сағылырлыҡ аҡ, йән-тән өшөрлөк һалҡын донъянан ҡеүәтле геүләү яңғырай. Әйтерһең, был ҡалын геүләү беҙҙең са­молеттың турбиналарынан сыҡмай, ә миллион-миллиард йылдар аша үтеп ишетелә. Вулкандар атыла, тауҙар хасил була, утлы лавалар аға... Мең-мең ғазап менән ер яратыла. Бәлки, Әғләмовтың йөрәгендә лә ана шундай вулкандар таш­ҡандыр...

* * *
Кисловодск вокзалында беҙ айырылыштыҡ. Ул ҡала ситендәге «Пикет» тигән санаторийға китте, ә мин — «Скала»ға. Һәм беҙ башҡа күрешә алманыҡ. Улар нарзан шишмәһенә йөрөмәйҙәр, һыуҙы үҙҙәренә килтереп бирәләр. Ә беҙ көнөнә өсәр мәртәбә – иртән, төш, кис – нарзан шишмәһенә һыу эсергә йөрөнөк. Ә көн аралаш, ҡый­мылдарға ҡурҡып (ҡыймыл­даһаң, тәнгә ҡунған ваҡ бөрсөктәр шартлап ярыла һәм ваннаһың файҙаһы кәмей), йылы нарзан ваннаһында яттыҡ, беренсе класс балалары һымаҡ, һис ҡарышмай табип күрһәтмәләрен үтәнек. Кемдәр һәм ниндәй кешеләр генә юҡ унда... Берәүҙәрҙе ҡартлыҡ ҡыуып кил­тергән, икенселәрҙе – сир, өсөн­сөләрҙе... Хәйер, донъяла «положением ҡушмай» тип түгел, ә «намыҫ ҡушмай» тип эшләүселәр күберәк булһа, өсөнсөләр, ихтимал, бөтөнләй булмаҫ та ине.


Ибраһим АБДУЛЛИН


(Автор тураһында:
Ибраһим АБДУЛЛИН – фронтовик-яҙыусы, драматург, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, I дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордендары кавалеры.
1920 йылдың 20 сентябрендә Шаран районының Ерекле ауылында тыуған. 1938 йылда «Ал яулыҡ» пьесаһы республика матбуғатында донъя күрә. Өфө геологоразведка техникумын тамамлағас, әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Унан тура фронтҡа китә. Сталинград янындағы алыштарҙа ҡаты яралана. Һуғыштан һуң тәүге «Ул Уралдан ине» хикәйәләр китабы донъя күрә, «Совет Башҡортостаны» гәзитендә үҙ хәбәрсе булып эш башлай. Ә 1947 йылда Башҡорт дәүләт академия драма театры уның «Девон фонтандары» пьесаһын сәхнәләштерә. Артабан ул Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. 2005 йылдың 9 июлендә вафат була, Өфөлә ерләнгән.
Ибраһим Абдуллин дүрт роман, 50-гә яҡын пьеса, күп һанлы хикәйәләр авторы. Пьесаларына яҙған йырҙары популяр хиттарға әүерелә. «Үҙ яғыма ҡайтһам», «Ауылымдың айлы кистәре», «Бажалар», «Ағиҙелдә боҙ китә» һәм башҡа йырҙары йырсылар репертуарын биҙәй. Ә театрҙар әленән әле уның пьесаларын сәхнәгә сығара.)

Автор: Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас