БР Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Совет майҙанында илебеҙҙе һаҡлап яу ҡырында ятып ҡалған яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә ҡуйылған мемориалға сәскәләр һалды.
Тантаналы сарала депутаттар, хөкүмәт ағзалары, ветерандар ойошмалары вәкилдәре, МХО яугирҙары ҡатнашты.
РФ, БР гимндары яңғырағандан һуң, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алдылар.
Белеүегеҙсә, 1942 йылдың мартында тап ошо Совет майҙанында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов республика етәкселегенә яугирҙарҙың фронтҡа китеүгә әҙерлеге тураһында рапорт биргән.
Фото: "Башинформ"