Бөтә яңылыҡтар

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығының Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан ҡотлау телеграммаһы баҫылды. 

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы

"Хөрмәтле иптәштәр! Ҡәҙерле ветерандар һәм тыл хеҙмәтсәндәре! Һеҙҙе бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ихлас ҡотлайым! 1945 йылдың 9 майы донъя тарихына совет халҡының өлгөлө батырлығы, берҙәмлеге һәм рух көсө символы булараҡ мәңгелеккә яҙылҡан. Беҙ фронтта һуғышҡан яугирҙарҙың, тыл хеҙмәтсәндәренең, һуғыш балаларының, ҡаты һынауҙар үткән, фиҙаҡәр хеҙмәтенә - Бөйөк Еңеүҙе яулаған һәр кемдең батырлығына баш эйәбеҙ. Һеҙҙең ҡаһарманлығығыҙ мәңгегә беҙҙең йөрәктәрҙә ҡаласаҡ, киләсәк быуындар өсөн өлгө булып хеҙмәт итәсәк.

Шуға күрә бөгөн беҙҙең илебеҙ һағына ейәндәрегеҙ һәм бүләләрегеҙ баҫты. Беҙ ныҡлы ышанабыҙ: "Эшебеҙ хаҡ - Еңеү беҙҙеке буласаҡ! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел йылыһы, именлек һәм тыныс күк йөҙө теләйем! Бөйөк Еңеү көнө менән!" - тиелә ҡотлауҙа.

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы
Радий Хәбиров Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас