Ҡотлау тексында ошондай юлдар бар:
"Һеҙҙе ҙур, ысын мәғәнәһендә тарихи ваҡиға — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотлайым. Бөйөк Еңеү мәңгегә милли триумфыбыҙҙың, тыныслыҡ, изгелек һәм ғәҙеллек тантаналарының символы булып ҡаласаҡ. Һеҙ, ветерандар, аяуһыҙ дошманды ҡыйраттығыҙ, Ватандың азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡланығыҙ, кешелекте үлем ҡурҡынысынан ҡотҡарҙығыҙ. Беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең быуындың — геройҙар һәм төҙөүселәр быуынының фиҙакәр батырлығы менән ғорурланасаҡбыҙ. Һәм был сикһеҙ рәхмәтте беҙҙең киләсәк быуындар һаҡлар. Һеҙгә һаулыҡ һәм уңыштар теләйем".