"Хөрмәтле Волга буйы федераль округы халҡы, һеҙҙе Бөйөк байрам — Еңеү Көнө менән ҡотлайым! Быйыл Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға 80 йыл тула. Беҙ кинохроника, нәфис фильмдар, фронт фотолары ҡарайбыҙ, китаптар уҡыйбыҙ һәм иҫән ҡалғандарҙы һәм әйләнеп ҡайтмағандарҙы рәхмәт менән иҫкә алабыҙ. Йылдар үтеү менән Еңеү шаһиттарының һаны кәмей бара, әммә иҫтәлек тере. Еңеү беҙҙә - бер-беребеҙҙе һәм Тыуған Илебеҙҙе һаҡлауҙа - сағыла. Бөгөн, шул ваҡыттағы кеүек, Ватанды һаҡлаусылар һәм тыуған йортона әйләнеп ҡайтмаусылар бар. Беҙҙе һәм балаларыбыҙҙы батырҙарса яҡлаған, тыныс киләсәкте яҡынайтҡан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ. Ышанабыҙ, беҙҙе еңеү мөмкин түгел!
Байрам менән, Еңеү Көнө менән!" - тиелә телеграммала.