"Табын" гәзитендә былай тип яҙғандар:
"Ҡаранйылға ауылы халҡы ла ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисерә. Ватанын һаҡлап 118 ир-егет фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 64-е яу яланында батырҙарса һәләк булған. Хәҙер инде һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан 54 ветерандың да иҫәндәре ҡалмаған.
Быйылғы йылда яу яландарында һәләк булғандарҙың һәм Еңеү менән ҡайтҡандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән Ҡаранйылға ауылында ла обелиск эшләп ҡуйырға ҡарар ителә. Был изге эште ошо ауылда тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙы Кинйәбаева башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Ауыл халҡы, ситтә йәшәүсе ауылдаштары был эшкә бер төптән булып ҡушылған. Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов сығымдарҙың бер өлөшөн атҡарып сығырға ярҙам иткән".
Ҡаранйылғалар был сараға етди әҙерләнгән. Ауыл халҡы тирә-яҡты төҙөкләндереү, сүп-сарҙан таҙартыу, зыяратты тәртипкә килтереп өмәләр ойошторған.
Фото: tabin-gafuri.ru