Бөтә яңылыҡтар

"Һуғыш балалары"на байрам уңайынан аҡса таратыла

Белеүегеҙсә, 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған кешеләр "һуғыш балалары" статусына ҡарай. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан уларға аҡса бирергә ҡарар иткәндәр.

"Һуғыш балалары"на байрам уңайынан аҡса таратыла
"Һуғыш балалары"на байрам уңайынан аҡса таратыла

БР Башлығы Радий Хәбировтың тейешле указы бар. "Һуғыш балалары"на 2000 һум аҡса түләнә.

Был хаҡта оператив кәңәшмәлә Урал Килсенбаев хәбәр иткәйне. Башҡортостанда 108 меңгә яҡын кеше аласаҡ. Бер ҡайҙа ла ғариза яҙырға йә барып йөрөргә кәрәкмәй, аҡса 9 майға ҡәҙәр түләнәсәк.

Фото: Т. Аманов.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас